+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 16:40

Олуғ шәхесте ҙурлап...

Үткән аҙнала Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, киң билдәле тарих һәм археология ғалимы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тәүге рәйесе Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арналған “Мәжитов уҡыуҙары” республика фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды. Бында Илеш, Ишембай, Иглин, Шаран, Миәкә, Мәсетле, Баймаҡ, Белорет, Күгәрсен, Архангел, Ҡыйғы, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури һәм башҡа райондарҙан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Сибай, Баймаҡ, Белорет ҡалаларынан 84 уҡыусы үҙҙәренең етәкселәре менән килгәйне. Уҡыусылар секцияларҙа үҙҙәренең фәнни-эҙләнеү эштәрен яҡланы, асыштары менән таныштырҙы, жюри һорауҙарына яуап бирҙе.

Олуғ шәхесте ҙурлап...
Олуғ шәхесте ҙурлап...

Мәртәбәле сарала жюри ағзалары булараҡ Өфөнән Нияз Мәжитовтың ҡыҙы, тарих фәндәре кандидаты Әлфиә Солтанова, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығының милли мәғариф бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Гөлназ Ғәлиева, тарих фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы Лена Сөләймәнова, филология фәндәре кандидаты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты Зөләйха Хәбибуллина, районыбыҙҙың мәғариф ветерандары: Ғәлинур Ҡалмырҙин, Руфина Сухорукова, мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы Әлфиә Шаһиева, Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипова, районыбыҙ уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнашты.
Секция эшен гимназияның “Урал батыр мәктәбе” етәксеһе Гөлшат Вәлиева, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Исиргакова, тәрбиәсе Лариса Рәхимова, технология һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы Рәмзилә Ваһапова алып барҙы. Конференцияла ҡатнашыусылар “Нияз Мәжитов - халҡыбыҙ тарихының серҙәрен асыусы ғалим”, “Кесе Ватан тарихында шәхестең роле”, “Шәхестең формалашыуында остаздың роле”, “Урал батырҙың васыятына тоғролар” йүнәлешендәге ғилми-тикшеренеү эштәрен тәҡдим итте. Эҙләнеү эштәре Нияз Абдулхаҡ улының йән-яҡлы ижадына, тормошона, эшенә ҡағылышлы булыуы һәм тыуған иленә хеҙмәт иткән, төрлө өлкәләрҙә остаз булған талантлы замандаштарыбыҙға, данлы шәхестәргә, тыуған илебеҙ азатлығы өсөн йәнен аямаған батырҙарға бағышланған булыуы менән һөйөндөрҙө. Темалар төрлө яҡлы һәм көтөлмәгән булды, мауыҡтырғыс эштәр ҙә бар ине. Балалар секцияларҙа үҙҙәренең эштәре менән таныштырып ҡына ҡалманы, көнүҙәк темаларҙы ла күтәрҙеләр.
Төштән һуң конференцияның пленар өлөшө гимназияның тамаша залында башланып, унда жюри ағзалары сығыш яһаны, еңеүселәр бүләкләнде. Иң тәүҙә гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы барыһын да йылы һүҙҙәр менән тәбрикләп: “Шул тиклем матур эштәр менән килгәнһегеҙ, артабан да шулай дауам итегеҙ. Күп эҙләнеүселәрҙең киләһе йылдарҙа ла конференция эшендә ҡатнашырға теләге булыуы, ойоштороу кимәленән ҡәнәғәт ҡалыуҙары беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс булды”, - тине.
Һуңынан мәртәбәле ҡунаҡтар – жюри ағзаларына һүҙ бирелде. “Нияз Мәжитов - халҡыбыҙ тарихының серҙәрен асыусы ғалим” йүнәлеше буйынса тикшеренеү эштәренә Әлфиә Нияз ҡыҙы йомғаҡ яһап: “Мин был сара ойошторолоуына бик шатмын һәм ҡәнәғәтмен. Эштәрегеҙҙә үҙ ҡарашығыҙ, фекерегеҙ булыуы һөйөнөслө, хаталар ҙа юҡ түгел. Атайымдың биографияһы, тормошо менән ҡыҙыҡһыныусылар миңә мөрәжәғәт итә ала”, - тине һәм гимназияға яңыртылып баҫтырылған китап бүләк итте. 1-се дәрәжә Дипломы менән Альмира Килмөхәмәтованы, 2-се дәрәжә менән Юлиә Сәғәҙиеваны, 3-сө дәрәжә менән Мәҙинә Мортазина, Динара Юнысова, Айҙар Ишемйәровты бүләкләп үтте.
Гөлназ Винер ҡыҙы сығыш яһаусы уҡыусыларҙы, уларҙың етәкселәрен ошо сара менән ҡотлап, изге теләктәр юлланы һәм күп ҡырлы талант, ғалим-археолог, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, остаз булған Нияз Мәжитовты ошо йүнәлештә сағылдырған эштәре өсөн 1-се дәрәжә Дипломды Илһам Рәхимовҡа, 2-се - Алһыу Ғәлимова, Элина Зәйнуллинаға, 3-сө - Ислам Хәбибйәнов, Данис Ғәзизов, Лилиә Бәхтийәроваға тапшырҙы.
- Үҙемдең уҡытыусыма арналған конференция дауамында бик күп хәтирәләр күҙ алдына баҫты. Үҙем дә тарих факультетын тамамланым. Нияз Абдулхаҡ улы тыйнаҡ, баҫалҡы кеше булһа ла, бөйөк ине, - тип сығыш яһаны яҡташыбыҙ Лена Шаһиҙулла ҡыҙы һәм гимназияға төҫлө буяуҙар менән үҙе эшләгән картинаһын, “Ватандаш” журналының сираттағы һанын бүләк итте, шулай уҡ “Урал батырҙың васыятына тоғролар” темаһы буйынса 1-се дәрәжә Дипломға Эвелина Әхмәтова, Дияна Садиҡова, 2-сегә - Ангелина Мөхәмәтйәрова, Элина Сәхипгәрәева, Зәлирә Ғәлиева, Илнур Ишмөхәмәтов, 3-сөгә - Әлиә Хәмзина, Мәҙинә Мортазина, Наҙгөл Зәйнетдинова, Элина Урманшина лайыҡ булыуын бәйән итте.
Яҡташыбыҙ Зөләйха Әхмәт ҡыҙы менән мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы “Кесе Ватан тарихында шәхестең роле” темаһына сығыш яһаусыларҙы баһалап, 1-се дәрәжә Дипломы менән Эмиль Ниғмәтуллин, Амелия Ноғайғолова, 2-се - Диана Фәхриева, Данил Арыҫланов, Айгөл Мәмбәтҡолова, Нәзирә Иҫәнбаева, 3-сө - Зөлфиә Исҡужина, Розалия Ишмырҙина, Гөлнур Бикҡолованы бүләкләнеләр. Яҡташыбыҙ Зөләйха Хәбибуллина сығыш яһап: “Һеҙ бөгөн рух күтәренкелегендә үҙегеҙҙең докладтарығыҙ менән сығыш яһанығыҙ. Фәнни-тикшеренеү эштәрегеҙҙе бик матур итеп, юғары кимәлдә күрһәттегеҙ. Бында килеп сығыш яһағанһығыҙ икән, китап уҡырға, эҙләнергә яратаһығыҙҙыр. Шуға ла БДПУ-ның хөрмәтле ректоры Салауат Сәғитов, башҡорт филологияһы факультеты деканы Ләйлә Хөсәйенова, шәхсән үҙ исемемдән китаптар бүләк итәбеҙ. Киләсәктә лә ошондай эштәрҙә әүҙем ҡатнашығыҙ һәм еңеүҙәр яуларға яҙһын”, - тине. Мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы был сараның фәһемле һәм әһәмиәтле булыуын билдәләп, балаларҙы ныҡышмал, тырыш, ҡыйыу булырға саҡырҙы.
Быйыл һүрәт төшөрөү һәм видеороликтар буйынса ла эштәр ҡабул ителеүе конференцияның мөмкинлеген киңәйтеп, тағы ла ҙурайтыуы хаҡында әйтеп тора. Йәш рәссамдар Н.А.Мәжитовтың портреттарын, археология өлкәһенә бағышланған һүрәттәрен ебәргән. Айырыуса ғалимдың образын иҫ киткес оҫта кәүҙәләндергән порт-реттар бик күп булған. Рәссам яҡташыбыҙ Илдар Шәйәхмәтов килгән арала рәсемдәрҙе ҡарап, лайыҡлы баһалама биргән һәм яҡшы эштәргә "Аҡбуҙат" ипподромының флажоктарын һәм ҡанатлы Аҡбуҙат һындарын бүләк итеп ҡалдырған. “Һүрәт” номинацияһында еңеүселәрҙе Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы тәбрикләп, 1-се дәрәжә Дипломға лайыҡ булыусы Амалия Яковлева, Миләүшә Ғәзизуллинаны, 2-сегә - Ләйсән Зарипова, Инйәр Хәсәновты, 3-сөгә - Айгөл Хисаметдинова, Илья Иванов, Нәргизә Әхмәтшина, Илдар Ғәйнуллинды ҡотланы.
“Заманса башҡорт ғаиләһе“ видеороликтар конкурсына ла ярайһы уҡ күп кенә эштәр килгән булған. Йәш журналистар заманса башҡорт ғаиләһе ниндәй булырға тейеш икәнлеген үҙҙәре төшөргән видеороликтар аша еткерһә, республикабыҙҙың матур ғаиләләре менән таныштырып, видеороликтарҙы төшөрөү буйынса гимназияның “Нөктә ТВ” телестудияһында оҫталыҡ дәресендә ҡатнашып, тәжрибәләрен дә байытҡандар. Телестудияның етәксеһе Лариса Ғаяз ҡыҙы бында ҡатнашыусы уҡыусыларға таныҡлыҡ тапшырып, еңеүсе булған Наилә Байзигитованы, 1-се дәрәжә Дипломы менән Раушания Әфләтунованы, 2-се - Динә Нурлығаянова, Розалия Моратова, Аҡйондоҙ Күсәрбаеваны, 3-сө - Батырйән Хәсәнов, Зилә Таһированы бүләкләне.
Һәләтле балаларҙы асыҡлау, артабан үҫтереү, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, киң ҡарашлы, әүҙем шәхестәр тәрбиәләү, тигән маҡсатта үткәрелгән конференция файҙалы, эшлекле шарттарҙа үтте. Пленар өлөшөн гимназия уҡыусылары матур итеп алып барҙы һәм сара уларҙың сағыу концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Килгән ҡунаҡтар гимназия коллективының конференцияны үткәреүгә күп көс һалыуын, юғары кимәлдә үтеүен билдәләне.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: