+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 20:15

"Тәмләп тә ҡарама!"

26 апрелдә Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең тамаша залында "Тәмләп тә ҡарама-2024" район агитбригадалар смотр-конкурсы үтте. Балалар ижады үҙәгенең район хакимиәтенең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге менән берлектә уҙғарылған конкурс эскелеккә, тәмәке тартыуға, наркоманияға ҡаршы профилактик сара булып тора һәм балалар, үҫмерҙәр, йәштәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалай.

"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"

Унда райондың алты мәктәбенән һигеҙ команда ҡатнашты. Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбенең "Мин, һин, беҙ", "Беҙ ХХI быуат йәштәре" (Аҡкүл мәктәбе), Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең "Тәү сиратта тәртип", "Эрон" (2-се мәктәп), "Барбарики" (3-сө мәктәп), Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Витаминка", "Кәрәкле кешеләр", "Ритм" командалары сығыш яһаны. Конкурс "Кәрәкле кешеләр" командаһы еңеүе менән тамамланды. "Барбарики" - 2-се, "Мин, һин, беҙ" - 3-сө урын яуланы.

"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
"Тәмләп тә ҡарама!"
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: