+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 11:00

Ватан һаҡсылары һынатмаҫ

Һәр саҡтағыса 1 апрелдән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә саҡырыу башланды. Ошо уңайҙан 24 апрелдә буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн һәм йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биреү маҡсатында районыбыҙҙа Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө уҙғарылды.

Ватан һаҡсылары һынатмаҫ
Ватан һаҡсылары һынатмаҫ

Красноусолдағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙандағы Геройҙар Аллеяһы янында уҙған митингыға 2024 йылғы яҙғы саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә әҙерләнгән егеттәр, уларҙың туғандары, дуҫтары, өлкән мәктәп уҡыусылары һәм башҡалар йыйылды. Район хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимов тантананы асыҡ тип иғлан иткәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндары яңғыраны. Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рәүилә Йәнтүрина мөһим сараны йәнле итеп алып барҙы.
Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәрҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының мобилизация ресурсын планлаштырыу, алдан тәғәйенләү, әҙерләү һәм иҫәпкә алыу бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы И.А.Ступников, ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, Рәсәй Геройы Ф.Яҡупов исемендәге һуғышсан хәрәкәттәр ветерандары ойошмаһы рәйесе И.Р.Закиров йәштәргә тәбрикләү һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Улар барыһы ла буласаҡ һалдаттарға, үҙҙәренең олаталары, аталары һәм ағалары миҫалында Ватанды лайыҡлы һаҡлауҙарын теләне.
Артабан “Билдәһеҙ һалдат” һәйкәленә сәскәләр һалынды, күкте ярып мылтыҡ тауышы яңғыраны.
Һуңынан район мәҙәниәт һарайында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн концерт ойошторолғайны. Улар Альбина Ишкина алып барыуында Фәнзил Ғәлин, Хызыр Нәзиров, Илдар Усмановтың моңло йырҙарын тыңлап, Гөлдәр Әбелғужинаның һоҡланғыс бейеүен ҡараны.
Был сараға Ҡотлоғужа ауылынан үҙенең игеҙәк ейәндәре Айҙар һәм Айнур менән килгән Винир Әхмәтшин: “Егеттәр сынығыу алып, йөрөп ҡайтһындар. Уларға армия тормошон күреп, белергә кәрәк. Аллаға шөкөр, ейәндәрем һөнәр ҙә, водитель таныҡлығы ла алдылар. Мин үҙем Мәскәү ҡалаһында водитель булып хеҙмәт иттем. Бына хәҙер 1967 йылдан рулдә йөрөйөм. Егеттәр барыһы ла иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын, донъялар тыныс булһын”, - тине.
Районыбыҙ егеттәре илебеҙ тыныслығы һағында уяу торорҙар, уларҙың атай-әсәләренә тик шатлыҡлы хәбәрҙәр генә килер, үҙ бурыстарын үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырҙар, егеттәргә изге юл.

Ватан һаҡсылары һынатмаҫ
Ватан һаҡсылары һынатмаҫ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: