-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль , 11:00

Парлыларҙың көсө - һөйөүҙә

Һәр ауылдың үҙ биҙәге – татыу йәшәгән, бер-береһенә пар килеп торған өлгөлө ғаиләләре булғандай, Юлыҡ ауылында ла бар ундайҙар. Шуларҙың береһе – Фидалия менән Иршат Кәримовтар. Улар бәхет эҙләп ситкә сығып китмәй, яҙмыштарын ауыл менән бәйләүҙәренә һис үкенмәй, ишле балалар үҫтереп, гөрләтеп донъя көтә.Тап улар ауылдың ҡото, йәме булып тора һәм уның киләсәген билдәләй.

Парлыларҙың көсө - һөйөүҙә
Парлыларҙың көсө - һөйөүҙә

Юлыҡ ауылының аҫыл егете Иршат - дуҫының, Имәнлек һылыуы Фидалия әхирәтенең туйында шаһит булған мәлдәрендә бер-береһен тәүгә күреп, танышып, дуҫлашып йөрөгән ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына. Бер-береһенән башҡа йәшәүҙе күҙ алдына килтермәгән был пар 2012 йылда матур итеп туй яһап, ғаилә усағын ҡабыҙа. Өйләнешкәс, Кәримовтар ситкә тартылмай, ә ғаилә башлығының йәнтөйәгендә төпләнә. Ике ағаһынан һуң, атай-әсәһенә иркәләнеп кенә үҫкән Фидалия һынатмай, төшкән еренә таш булып батып, егәрле, бөтмөр килен булып таныла. Хәҙер Юлыҡта күптән үҙ кешегә әйләнгән, ауылды ла үҙ иткән. Ул БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған, Ҡауарҙы ауыл хакимиәтендә эштәргә идара итеүсе булып эшләй. Әүҙемлеге менән айырылған Фидалия Фидаил ҡыҙын быйыл Юлыҡ ауы-
лы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына етәксе итеп һайлап ҡуйҙылар. Ғаилә башлығы Иршат Зәйнулла улы - Юлыҡ ауылында Сафура менән Зәйнулла Кәримовтарҙың дүрт ҡыҙлы ғаиләһендә бер бөртөк улдары. Башҡорт дәүләт Аграр университетында ветфельдшер дипломына эйә булып, бөгөн ветстанцияла был һөнәр буйынса хеҙмәт юлын дауам итә. Һөйөү хистәренә, ғаилә усаҡтарына тағы ла көслөрәк ялҡын, донъяларына йәм, ҡот өҫтәп, бер-береһенә пар килгән ике йәш йөрәктең мөхәббәт емештәре – өс балалары донъяға килә. Фидалия башта һөйгәненә игеҙәк улдар бүләк итһә, һуңынан үҙенә иптәшкә ҡыҙлы булыу бәхетен кисерә. 11 йәшлек улдары Илсур менән Ильяс Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 5-се класын тамамлаған, 4 йәшлек сәскәләй ҡыҙҙары Азалия ауылдағы балалар баҡсаһына йөрөй.
Кәримовтар фекеренсә, ауылда ла етеш тормошта йәшәргә була. Бар мөмкинлектәр ҙә бар, мал аҫрарға, баҡса үҫтерергә теләгең генә булһын, ҡош-ҡорт үрсетергә лә иркен. Улар күпләп мал-тыуар баға, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡсала йәшелсә-емештәре ишелеп уңа, донъяларын гөл-сәскәләр биҙәй.
Йәнтөйәктәрендә төпләнеп, киләсәккә матур уй-хыялдар менән йәшәүсе ошондай мөхәббәтле ғаиләләр милләтебеҙҙең ғорурлығы булып тора ла инде.

Парлыларҙың көсө - һөйөүҙә
Парлыларҙың көсө - һөйөүҙә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: