-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль , 13:00

Йәйге каникул көндәре

Йәй - матур миҙгелдәрҙең береһе. Уҡыуҙан арынып, йәйге каникулды түҙемһеҙләнеп көтөп алған мәлебеҙ. Әлбиттә, йәйге каникулды һәр уҡыусы онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм файҙалы итеп үткәрергә тырыша. Беҙ ҙә, 10-сы класс уҡыусылары, өс көнгә Нөгөш бу-йына сәйәхәткә юлландыҡ.

Йәйге каникул көндәре
Йәйге каникул көндәре

Нөгөш һыуһаҡлағысы Мәләүез районының Нөгөш ауылы эргәһендә “Башҡортостан” милли паркы биләмәһендә урынлашҡан. Тирә-яҡтағы тәбиғәттең байлығы, хозурлығы беҙҙе әсир итте. Бейек, ташлы тауҙар, киң һәм тәрән йылға, ғорур һәм мөһабәт ағастар – күңелдә тәрән хистәр, йылы тойғолар ҡалдырҙы. Йылға буйлап катамарандар, теплоходтар, катерҙар йөрөй. Шулай уҡ ял итеү урындары бик күп. Ял итеүселәргә өҫтәл-эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Беҙ ҙә, класташтар менән бергәләп, катерҙа йөрөнөк, Нөгөш буйы тәбиғәтенең иҫ китмәле матур булыуына ихлас һоҡландыҡ, хатта, ямғыр яуыуынан да ҡурҡып торманыҡ, рәхәтләнеп һыу индек. Беҙгә ошолай ял ойоштороуға булышлыҡ иткән гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға, класс етәкселәребеҙ Эльвера Сәхиулла ҡыҙы Ҡунафинаға, Олеся Фәлир ҡыҙы Муллагилдинаға һәм ата-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Диана РӘХИМОВА,
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
10-сы класс уҡыусыһы.

Йәйге каникул көндәре
Йәйге каникул көндәре
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: