+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июль , 18:30

Башҡортостанда һайлауҙар тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде

Һайлауҙар тураһында федераль, ә һуңынан республика ҡануниәтенә үҙгәрештәр 2024 йылдың яҙында индерелә. Был хаҡта республиканың Үҙәк һайлау Комиссияһы хәбәр итә.

Башҡортостанда һайлауҙар тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде
Башҡортостанда һайлауҙар тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде

Мәҫәлән, сит ил агенттары реестрына йәки экстремистик йәки террористик ойошма эшмәкәрлегенә ҡағылышы булған кешеләр тураһында берҙәм мәғлүмәт реестрына индерелгәндәргә һайлау комиссиялары ағзалары, күҙәтеүселәр, кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре һәм уларҙың вәкәләтле вәкилдәре булыу тыйыла.

Кандидат үҙе теркәлеүгә документтар тапшырған мәлдә сит ил агенты статусын туҡтатырға тейеш, әгәр ул булһа.

Закондағы яңылыҡтар күҙәтеүселәр институтын да камиллаштыра. Мәҫәлән, комиссияла күҙәтеүселәр исемлеген машина уҡый торған килеш тапшырыу бурысы билдәләнгән. Бынан тыш, күҙәтеүсе тураһында мәғлүмәттәрҙә хәҙер мотлаҡ уның тыуған көнө, номеры, паспорт серияһы һәм документ бирелгән датаһы күрһәтелә.

Һайлау фондтары аҡсаһын ҡулланыуҙа ҡайһы бер сикләүҙәр индерелә. Атап әйткәндә, кандидат теркәлгәнгә тиклем һайлау фонды средстволарының дөйөм күләменең 30 проценттан ашыуын тотонорға хоҡуҡлы түгел.

Закон сығарыусылар һайлаусылар өсөн күп көнлөк тауыш биреү кеүек яңылыҡты ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Әгәр граждандарға тауыш биреү өсөн өс көн бирелә икән (сентябрҙә Башҡортостан Башлығын һайлауҙа шулай буласаҡ), төбәк һайлауҙарында тауыш биреү ваҡыты ла үҙгәрә-участка комиссиялары 8:00 сәғәттән 20:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк һәм урындағы һайлауҙарҙа тауыш биреү иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем барҙы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Республикаһының үҙәк һайлау комиссияһы 2024 йылдың 8 сентябренә тәғәйенләнгән һайлауҙарҙа тауыш биреүҙе өс көн дауамында – 6, 7 һәм 8 сентябрҙә үткәреү тураһында ҡарар ҡабул итте.

Фото: РӘСӘЙ ҮҘӘК ҺАЙЛАУ КОМИССИЯҺЫ.

https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-07-04/v-zakonodatelstve-o-vyborah-poyavilis-novatsii-3834816

Башҡортостанда һайлауҙар тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде
Башҡортостанда һайлауҙар тураһындағы ҡануниәттә яңылыҡтар барлыҡҡа килде
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: