+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль , 09:19

Ҡаһарман улдар үҫтергәндәр

Балалыҡ, йәшлек йылдары ауыр заманға тура килеп, ғүмерҙәрен хеҙмәткә бағышлаған һуғыш йылы балаларының яҙмышы үҙе бер тормош дәресе ул. Яңғыҙҡайын ауылында йәшәүсе Рәмзиә менән Нуретдин Ғәлиевтар матур ғүмер кисереүсе һәм үҙҙәре өлгөһөндә ҡыйыу йөрәкле улдар тәрбиәләүсе ғаилә булараҡ күптәргә таныш.

Ҡаһарман улдар үҫтергәндәр
Ҡаһарман улдар үҫтергәндәр

Ғаилә башлығы Нуретдин Бәҙретдин улы Яңғыҙҡайын ауылында 1937 йылда тыуа. Рәмзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙы күршеләге Мораҡ ауылында 1946 йылдың майында Өммөлбанат Ғәлимулла ҡыҙы менән Мөхәмәтвәли Бәхтеғәни улы Әбделмәновтарҙың 16 балалы ғаиләһендә иң кесеһе булып донъяға килә. Атаһы һуғыштан инвалид булып ҡайта.
1964 йылдың ноябрендә Ғәлиевтар никахтарын теркәп, Яңғыҙҡайын ауылында донъя көтә башлай. Ауыл килене Рәмзиә һынатмай, 40 йыл колхоздың һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Үҙенә беркетелгән һыйырҙарҙан иң күп һөт һауып алып, социалистик ярышта еңеү яулап килгән һауынсыны Болгарияға путёвка менән дә бүләкләйҙәр, әммә унда барырға насип булмай. Саялығы, тырышлығы менән алдырған, хеҙмәттәштәренең мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнаған ҡыҙҙы бер нисә саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп тә һайлайҙар. Заманында район һәм республика гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итеп, ауыл хәбәрсеһе лә булып торҙо Рәмзиә апай. Нуретдин ағай ҙа колхоз эшенә егелә. Күпләп мал-тыуар аҫрап, баҡса тултырып бәрәңге, йәшелсә-емеш үҫтереп йәшәй улар. Олоғайғас ҡына малдарын бөтөргәндәр. Һәр эште кәңәш-төңәш итеп, бер төптән башҡарырға күнеккән Ғәлиевтар үҙ дәүерҙәрендә өс йорт һалғандар. Бөгөн ике яҡлы ҙур йортта йәшәйҙәр, өйгә газ, һыу үткән.
Ошо йылдар арауығында Ғәлиевтар 5 балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бөгөн ете ейән-ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе булыу бәхетен кисереп ғүмер йомғағын һүтәләр. Нуретдин Бәҙретдин улы туғыҙынсы тиҫтәһен ваҡлай, 86 йәштә, ә Рәмзиә Мөхәмәтвәли ҡыҙына – 78 йәш.
- Күрше ауыл ҡыҙы Рәмзиәне бер күреүҙә оҡшатып танышыуыбыҙ ҡауышыу менән тамамланғайны, бына көҙгә бергә йәшәүебеҙгә 60 йыл да буласаҡ, - ти Нуретдин ағай, ҡәнәғәт йылмайып.
Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Рәйлә дүрт ҡыҙ (Регина, Алина, Альбина, Айһылыу) һәм бер улдың (Ирек) әсәһе. Улдарының дүртеһе лә үҙ ваҡытында Ҡораллы Көстәр сафында лайыҡлы хеҙмәт итеп, үҙҙәренең Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәгәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өлкәне - Фәнил яҡты донъяла юҡ инде, ул һәм уның улы ла аварияла һәләк булғандар. Ғәлиевтарҙың ике улдары – 54 йәшлек Фәнис менән 52 йәшлек Илдус махсус хәрби операцияла. Олоһоноң бер ҡыҙы (Илүзә) һәм ике ейәнсәре, кесеһенең улы (Илнур) бар. Илдус - танк часы командиры вазифаһында Украинала нацистарға ҡаршы алыша. Шунан бирле Ғәлиевтарҙың улдары тураһында уйланып, йоҡоһоҙ төндәре башлана. Уларға балаларының иҫәнлегенән башҡа бер ни кәрәк түгел, бары тик һуғыш тиҙерәк тамамланып, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, хоҙайҙан һорап үтә көндәре. Ғаиләлә иң кесеһе - Илшат улдары Чечен Республикаһында хәрби бурысын үтәгән, бер улдың (Тимур) атаһы. Никита исемле малайҙы ғаиләләренә тәрбиәгә алғандар.
Улдары өсөн ҡайғырып, береһенең отпускыла булған сағында кире бармаҫҡа өгөт-нәсихәт уҡыһалар ҙа, төптө ҡаршы торалар, бары тик Еңеү менән генә әйләнеп ҡайтасаҡтарын белдерәләр:
- Бына дошмандарҙы тар-мар итербеҙ, шул ваҡытта ғына Еңеү менән ҡайтырбыҙ, - тип вәғәҙәләй уландар.
Әсәнең күңеле тыныс түгел: “Иртән торһам да, кис ятһам да, улар һәм барлыҡ ир-егеттәр өсөн доғаларым аша Хоҙайҙан иҫән-имен йөрөүҙәрен һорайым. Аллаһы Тәғәлә һәр саҡ улар менән булып, бәләләрҙән һаҡлап ҡына торһон. Минең улдарым – герой!” – ти Рәмзиә апай күҙ йәштәрен һөртөп.
“Тормош булғас, төрлө саҡтары ла булды. Ҡыйын ваҡыттарҙа бер-беребеҙгә терәк-таяныс булдыҡ. Бынан ары ла шулай йәшәргә насип булһын,” – тиҙәр Ғәлиевтар. Ысынлап та, яҙмыш һынауҙарын үтеп, ауырлыҡтарға ҡарамай, 5 бала үҫтереп, 7 ейән-ейәнсәргә, бүлә-бүләсәргә яратҡан олатай-өләсәй булып, уларҙың уңыштарына ҡыуанып йәшәү үҙе оло бәхет. Яҡындарығыҙҙың хәстәрлегендә тағы ла оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Ҡаһарман улдар үҫтергәндәр
Ҡаһарман улдар үҫтергәндәр
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: