+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Июль , 09:16

Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде

МХО биләмәһендәге яугирҙарыбыҙға Ғафури халҡынан күстәнәстәр һәм башҡа кәрәкле, файҙалы әйберҙәр алып барыуҙа ҡатнашыусылар әйләнеп ҡайтып етте.

Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде
Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде

Гуманитар ылауҙы илтеүсе төркөмдә Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса урынбаҫары Артур Ғафаров, Красноусол һәм Үтәк ауыл советы ауыл биләмәләре башлыҡтары Валерий Мөхәмәтйәров менән Айҙар Әмирханов һәм башҡалар булды.
Битараф булмаған ғафуриҙар, ойошмалар, учреждениелар, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары һәм бик күп райондаштарыбыҙ ярҙамы менән 1,7 тонна тирәһе йөк алып кителә. Аныҡлабыраҡ әйтһәк, “таҫма” артындағы яҡташтарыбыҙға ике “Нива” автомобиле ебәрҙек. Унан тыш ике дана автомобилгә урынлаштырылыусы, зарядлы осороу ҡорамалы, УАЗ автомашинаһына 2 резина, “Нива”ға 2 резина һәм бер аккумулятор, 30 маскировка селтәре, 6 бензин бысҡыһы, 3 бензин генераторы, 3 ҡумта окоп шәмдәре (60 дана), 3 рация, 5 ябай балта һәм 5 калун балта, огнетушитель, ҡаҙаҡтар, 2 ҡап шөрөптәр, асҡыстар йыйылмалары, фольгаизолон, ҡыпһыуырҙар һәм пассатижи, 2 кувалда, 75 йәшник һыу, Башҡортостанда етештерелгән 9 йәшник лимонад һатып алынды һәм 50 шәхси посылка әҙерләнде.
Бер автомобиль хәрби-диңгеҙ флоты ветерандарының үҙ аҡсаларына һатып алғаны - “Пупсик” позывнойлы, икенсеһе, “Нива” - “Грозный” позывнойлы яугирҙарға тапшырылды.
Донбасс һәм Луганск төбәктәренә сәфәр хаҡында тәьҫораттары менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, ылауҙы оҙатыусыларҙың береһе А.Ғафаров уртаҡлашты.
- Форсаттан файҙаланып, бер нимәгә ҡарамайынса, алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә һәр саҡ ярҙам итеп килгәндәре өсөн Ғафури халҡына ҙур рәхмәт белдерәм, - тине ул. - “ТВС” МУП-ы беҙгә машина , ә “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е йөк тейәргә тағылма бүлде. Эсәр һыуҙы “Тереһыу” һәм “Красноусол минераль һыуҙары заводы” ЯСЙ-еләре бирҙе. Бензин бысҡыһы менән 5 йәшник лимонадты Геворг Тадевосян (Свердлов урамындағы автомобилдәр йыуыу урыны) һатып алып бирҙе. Лесхоз, мәғариф һәм мәҙәниәт бүлектәре, Ғафури районының Эшҡыуарҙар союзы тос өлөш индерҙе. Бөтөнләй танымаған кешеләрҙең шылтыратып, ярҙам тәҡдим иткәне лә булды. Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе Эдуард Нурсубин шулай шылтыратып, беҙҙең йөккә үҙенән: 4 плас-тик мискә, 2 калун һәм бер төргәк фольгоизолон өҫтәне."Имәнкәй" лагерында ял итеүсе балалар Тыуған илде һаҡлаусыларға төбәп йылы хаттар яҙҙы.
Өфөлә тантаналы теҙелеүҙә ҡатнаштыҡ, унда беҙҙе республика Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов менән Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов ҡаршы алды. Инструктаж үткәс, юлға сыҡтыҡ. Республиканан изгелек каруанында гуманитар йөк тейәлгән 22 автомобиль һәм оҙатып барыусы 8 машина булды.
Илебеҙҙең яңы төбәктәрендә емерелгән биналар, насар юлдар, бушап ҡалған ҡала-ауылдарҙы күрермен тип уйлай торғайным, сөнки бында атыуҙар йыш ҡына булып тора. Ләкин бөтөнләй икенсе күренеш күреп аптыраным. Өр-яңы, тигеҙ асфальт юлдар, таҙа, төҙөкләндерелгән ҡала урамдары, тергеҙеү, төҙөлөш эштәре йылдам бара, ә тормош дауам итә. Барыһы ла ҡәҙимге тормош менән йәшәй, берәүҙәр үҙ эше буйынса ашыға, икенселәре яйлап ҡына үҙ-ара һөйләшеп йөрөй. Мине Луганск һәм Донецк Республикалары халҡының ихласлығы хайран итте, алсаҡтар, һөйләшеп баралар. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, хәрбиҙәр һәр саҡ һорауҙарға яуап бирәләр, бараһы ергә ҡайһы юлдан барыу яҡшыраҡ икәнен әйтеп ебәрәләр.
Беҙ алып барған барлыҡ әйберҙәрҙе, кем әйтмешләй, ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә тапшырҙыҡ. Өйҙән үҙҙәренә исемләнгән посылкаларҙы, үҙҙәре һораған инструменттарҙы һәм башҡаларҙы ҡабул итеп алғанда, егеттәрҙең күҙҙәрендә эскерһеҙ шатлыҡ күрҙем. Уларҙың һәр береһе эргәгә килеп, яҡташтарға теләктәшлектәре өсөн рәхмәт еткереүҙе һораны. Улар айырыуса балаларҙың хаттарына шатланды. Әйткәндәй, егеттәр “Имәнкәй” лагерындағы балаларға күстәнәс – бер йәшник тушёнка ебәрҙе, беҙ уны ҡайтҡас та илтеп бирҙек. Юлда барғанда Байкал аръяғы яугирҙары подразделениеһын осраттыҡ. Улар Башҡортостан егеттәре тураһында бик яҡшы фекерҙә икән, ҡыйыу, батыр ир-егеттәр, улар менән иңгә-иң тороп алышҡаныбыҙ булды, тинеләр. Уларға ла ғафуриҙарҙан бер аҙ күстәнәс бирҙек. Байкал аръяғы егеттәренең рәхмәтен дә яҡташтарыбыҙға еткерге килә.
Ҡайтыр юлда Мамай ҡурғанын күреп сыҡтыҡ, үҙебеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын иҫкә алып, баш эйҙек.
Тағы нимә әйтер инемме? Беҙҙең был сәфәр бик әһәмиәтле лә, кәрәкле лә. Бөгөн, бер нимәгә ҡарамайынса, яугирҙарыбыҙға теләктәш булырға, ситтә ҡалмаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләйем, бары тик бергә булып ҡына беҙ нацизмды еңә, балаларыбыҙға тыныс киләсәк бүләк итә аласаҡбыҙ.
Сираттағы гуманитар ылауҙы оҙатыу авгусҡа планлаштырыла. Теләгән һәр кем унда ҡулынан килгәнсә өлөш индерә, кәрәкле әйберҙәр йыйыуҙа ҡатнаша ала.
Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашып, егеттәребеҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын!

Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде
Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде
Ҡулдан – ҡулға, йөрәктән – йөрәккә... Районыбыҙҙан сираттағы гуманитар ылау имен-аман илтеп еткерелде
Автор:Рустам Халимов
Читайте нас: