+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль , 11:25

Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте

Июнь аҙағында Сәйетбаба ауылында йәмле Мәндем йылғаһы буйында ғаилә байрамы - Ғилмановтар шәжәрәһе гөрләп үтте.

Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте
Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте

Байрам алдынан шәжәрә ағасын йәнә яңыртырға булдыҡ. Архив документтарына таянып, тыуған, вафат булған йылдарҙы билдәләнек. Һәр быуын үҙ балаларын барлап яҙып бирҙе. Ата-бабаларыбыҙҙың тормошона бағыу - ғәләмәт ҡыҙыҡлы эш. Сөнки ул беҙҙең тарихыбыҙ, үткәнебеҙ. Уларҙың лайыҡлы йәшәүҙәре һәр беребеҙ өсөн өлгө. Оло ғорурлыҡ менән яңы шәжәрә ағасын Нурый олатайҙың ейәнсәре, Рәйфә апайҙың ҡыҙы Рәсимә матурлап биҙәне. Әлбиттә, нәҫел ебен дауам итеүселәрҙең һәр береһе хаҡында әллә күпме яҙырға мөмкин. Һәр ҡайһыһының яҙмышы ваҡиғаларға бай, бик мауыҡтырғыс, тыуған ауылы, районы, халҡы өсөн байтаҡ эштәр башҡарғандар.
Ғилманов фамилияһы Ғилман олатайҙан башлана. Уның улы Яҡуп булған. Яҡуптың өс улы – Ғәлим, Абдулвәхит һәм Аллаяр. Тап ошо исемдәрҙән алып байтаҡ ҡына мәғлүмәттәр билдәле. 1917 йылғы халыҡ иҫәбендә Ғилманов Абдулвәхит Яҡуп улына 46 йәш булған, ҡатынына - 40, улдарына: 15,13, 7, ҡыҙына иһә 10 йәш. Шулай итеп, Вәлиәхмәт, Ғәлиәхмәт, Шәйәхмәт, Кәтиәнең тыуған йылдарын билдәләй алдыҡ. Ә бына Ғилманов Ғәлимде переписта табып булманы. Билдәле булыуынса, уның бер улы Риза һәм уның хаҡында китаптарҙа атаһының исем-шәрифе Миңлеғәле, ҡайҙалыр Миңлеғәлим тип тә яҙылған. Риза бабайҙың ҡыҙы Лира әбей, олатайыбыҙҙың исеме Ғәлим, тине. Переписта Ғилманов Абдулғәлим Яҡуп улы тигән кеше осрай, әлбиттә. Был иһә тағы ла ентекле тикшереүҙе талап итә. Ғәлим Яҡуп улы Ғилманов ғаиләһе менән Ҡолҡан ауылында йәшәгән. Нисек күрше ауылға барып эләккән, тигән һорауҙар ҙа булды. Баҡтиһәң, уның хәләл ефете ошо ауыл-дан. Ғәлим Яҡуп улының берҙән-бер улы Риза хаҡында районыбыҙҙың абруйлы шәхесе, шулай уҡ Ғилмановтар нәҫеле Әхмәт Яҡупов китаптарында яҙылған.
Риза Ғәлим улы Ғилманов - илдәге үҙгәреш йылдарында яңы ҡоролош менән янып йәшәүсе әүҙемселәрҙең береһе. Әхмәт Яҡуповтың “Район тормошонда - халыҡ яҙмышы” китабында: “Риза Ғәлим улы Ғилманов 1908 йылда Ҡолҡан ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Йәшләй генә етем ҡала. 16-17 йәштәрҙә Красноусол быяла заводына килеп бер нисә йыл төрлө эштәрҙә эшләй. Унан һуң Өфөлә рабфак асылғанын белеп, шунда уҡырға китә. Рабфакты тамамлағас, Сәйетбабаға башланғыс мәктәпкә уҡытырға ҡайта. Район мәғариф бүлеге Риза Ғилмановҡа Сәйетбаба ауылында урта мәктәп ойоштороуҙы йөкмәтә. 1932 йылда 7 йыллыҡ Сәйетбаба урта мәктәбе асыла, уның беренсе директоры итеп Риза Ғилманов тәғәйенләнә. Ул йылдарҙа партия ағзаларын бер урындан икенсе урынға күсереп торғандар. Район үҙәгендә, баш ҡалала, Архангел районында, 1955 йылда иһә йәнә тағы ла тыуған яҡтарына Сәйетбабаға “Йондоҙ” колхозы рәйесе итеп ебәрелә”, тип яҙылған. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас та эшләй, Өфө заводтарының береһендә етәксе вазифа башҡара.
Хәләл ефете менән 5 бала тәрбиәләп үҫтергән: Тәскирә, Фәниә, Ринар, Лида, Лира. 6 ейәне, 11 бүлә-бүләсәре нәҫелен дауам итә.
Ғилман олатай вариҫтары эш һөйөүсән, тыйнаҡ, белемгә ынтылыусан, халҡы өсөн тырышып йәшәгән, үҙен аямай эшләгән шәхестәр. Ә йыр-моңға ни тиклем маһирҙар! Мәрхүм Нурый олатайымдың бесәндән ҡайтып килгәндә "Уралым" йырын һуҙып йырлағанын әсәйем хайран ҡалып әле лә һөйләй. Шул тиклем көслө, урманды яңғыратырлыҡ моңло тауыш ине, ти. Шәжәрә байрамына ла һәр ғаилә музыкаль номер әҙерләп, үҙ һәләттәрен күрһәтте. Кем бейене, кем матур итеп дәртле лә, моңло ла йырҙарын һуҙҙы. Ә бына Яҡуп Ғилман улының икенсе улы Аллаяр балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәренең ҡайһы берҙәре ижад юлын һайлаған, ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһап, халыҡ күңелен яулай.
Олатаһы Аллаяр хаҡында Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Заһира әбейебеҙ бәйән итте.
Аллаяр Яҡуп улының тыуған йылын билдәләй алманыҡ, 1936 йылда баҡыйлыҡҡа киткән, ҡатыны Хәйриямал менән 4 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр – Ишдәүләт, Гөлбәзир, Ғәбиҙә, Фәтих. Фәтих Аллаяр улы Фәйзи Ғәскәров менән бергә балетмейстерға уҡыған. Бик оҫта бейеүсе, тип белгәндәр уны. Һуғыш башланғас бронь булһа ла, һуғышҡа киткән. 3 ай хеҙмәт иткәндән һуң вафат булған.
Ишдәүләт Аллаяр улы һуғышҡа ҡуҙғалғанда 1942 йылдың 1 ғинуарында Клара ҡыҙы тыуған. Атты туҡтатып, ҡыҙымды күрәйем әле, тип өйгә инеп сыҡҡан да, ҡапҡаға һөйәлеп оҙаҡ ҡына уйланып торған. Кем генә белһен уйҙарын. Бәлки, һуңғы күрешеүен һиҙгәндер. Ҡыҙғаныс, һуғышта оҙаҡ булырға тура килмәгән. Боеприпастар ташып йөрөгәндә уның арбаһына бомба төшөп шартлаған. Клара Ишдәүләт ҡыҙы кейәүгә сығып, Юрмаш ауылында төпләнгән. Улдары Нафиҡ иһә йәшләй был донъянан киткән. Сәмиғә Ишдәүләт ҡыҙы Сәйетбаба ауы-лында йәшәй. Уның балалары Рәйлә, Ришат, Рәмилә, Рифат, Рәсилә, Рафиҡ. Аллаярҙың ҡыҙҙары Ғәбиҙә менән Гөлбәзир ҙә Сәйетбабала төпләнгән. Гөлбәзир хәләл ефете Вәлиулла менән 7 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр: Ғәлиулла, Таҡиулла, Зөһрә, Заһира, Фахразый, Ныязый. Әсәйем балаларын уҡытырға тырышты, тип һөйләне Заһира әбейебеҙ.
Иң өлкәне Ғәлиулла ветеринар һөнәрен үҙләштереп, йүнәлтмә буйынса Бөрйән ра-йонына ебәрелә һәм шунда төпләнә. Шәжәрә байрамына тап уның балалары килгәйне. Ирек менән Урал ағайҙар көслө моңло тауыштары менән Мәндем бу-йын яңғыратып "Ирәндеккәй" йырын башҡарып, һәр кемдең күңел ҡылдарын сиртте. Бөрйән районында табип-акушер булып эшләүсе Зәйтүнә Ғәлиулла ҡыҙы ғаиләләре менән таныштырып китте.
Ныязый бабай ҙа оҙон көй башҡарҙы, ул да йыш ҡына ауыл сараларында сығыш яһай.
Заһира әбейҙе Сәйетбаба ауылы һандуғасы, тип әйтергә мөмкин. "Әсәйем Гөлбәзир “Ашҡаҙар”ҙы, атайым “Мәндем буйы” йырын яратып башҡаралар ине, үҙем дә мәктәптә уҡығанда уҡ йырлай торғайным", - тине. Бер конкурста ҡатнашҡанда композитор Шамил Ҡолбарисов, бик көслө опера тауышы, тип музыка училищеһына имтиханһыҙ уҡырға инергә саҡырған. Ул ваҡытта Заһира Вәлиулла ҡыҙы ауыл дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Эшенә хыянат итмәй, бер урында 39 йыл хеҙмәт итә. Йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар советында, партия ойошмаһында ең һыҙғанып эшләй, ауыл Советы депутаты итеп һайлана. 82 йәшлек Заһира әбейебеҙ ҙә матур ғаилә байрамын моңло тауышы менән тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Ғилмановтар нәҫеленең тағы ла иң ҙур тармағы, тап Ғилманов фамилияһын йөрөтөүселәр – Абдулвәхит вариҫтары - Вәлиәхмәт, Шәйәхмәт, Ғәлиәхмәт. Ҡыҙғанысҡа, уларҙы ла дәһшәтле һуғыш аямай. Вәлиәхмәт һуғышҡа тиклем 1939 йылда, Шәйәхмәт һуғыш яланында вафат булған, ә бына Ғәлиәхмәт һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Уның балалары Шафиҡ менән Нафиҡ та йәшләй үлгән, артабан нәҫелен дауам итеүселәр юҡ. Абдулвәхиттең берҙән-бер ҡыҙы Кәтиә лә һуғыш йылдарында баҡыйлыҡҡа киткән.
Нәҫелебеҙҙә Ғилман олатайҙың ғына түгел, ә уның улы Яҡуптың исемен дә фамилия итеп алыусылар бар. Шәйәхмәт Абдулвәхит улы вариҫтары Яҡупов булып йөрөй. Шәйәхмәт балалары Әхмәт һәм Гөләйшә. Әхмәт Шәйәхмәт улын күптәр белә. Хеҙмәт юлын тыуған ауы-лында Сәйетбаба мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай. Ғафури районы Советында оҙаҡ йылдар эшләй, дәүләт хеҙмәте ветераны. Сәйетбаба ауылы һәм район тураһында бер нисә китап яҙып баҫтырған. Әхмәт бабайҙың балалары Рәмзиә, Илшат һәм Илдар.
Гөләйшә Шәйәхмәт ҡыҙы иһә кейәүгә сығып, Нефтекама ҡалаһында төпләнгән. Балалары Илдус, Роберт, Дамира.
Вәлиәхмәт Абдулвәхит улының балалары иһә Нурый, Мәхәмәт, Миңлеәхмәт, Гөлбикә. Сәйетбаба ауылында борон-борондан мәсет булған. Әммә, заманаһына күрә, мәсеттәр юҡ ителә һәм ярты быуаттан ашыу ауылда иман йорто булмай. 90-сы йылдарҙа Нурый олатайыбыҙ документтар, аҡса юллап, рөхсәт алып, ауылда мәсет төҙөүҙе ойоштора. Ауыл халҡы ул ваҡытта ышанып та етмәй, ҡайҙан инде мәсет, тип уйлай. Тик яңы ғибәҙәтхананың асылыуын олатай үҙе күрмәй ҡала. Аллаға шөкөр, Сәйетбаба ауылын хәҙер нисәмә тиҫтә йылдар күркәм иман йорто биҙәй. Нурый олатайыбыҙҙы яҡшы бригадир тип тә беләләр. Йомабикә өләсәйем менән 9 бала тәрбиәләп үҫтергән: Миңлеғәле, Әҡлимә, Рәйсә, Рәйфә, Камил, Әмир, Фәймә менән Фәйем, Фәнилә. 25 ейән-ейәнсәре, 41 бүлә-бүләсәре. Сарала Фәймә апайыбыҙ менән Айнур ағайыбыҙ ҙа матур йырҙары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Фәймә апайҙың ейәне Данир “Шәжәрә” шиғыры менән байрамды асып ебәрҙе.
Вәлиәхмәттең икенсе улы Мәхәмәт 33 йыл мәктәптә эшләгән. Фәриҙә әбейебеҙ менән 5 бала: Рәзилә, Әхәт, Рауза, Рәйес, Рөфҡәтте тәрбиәләп үҫтергәндәр. 10 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре бар. Фәриҙә әбейебеҙ күптән инде Ғилмановтар шәжәрәһен төҙөргә өгөтләй ине. Ейәнсәре Земфира тап уның хәтирәләренә таянып тәүге шәжәрәне төҙөгән. Сәйетбаба ауылының ағинәйе, 92 йәшлек Фәриҙә әбей сарала мөнәжәт уҡыны, ейәнсәре, бүлә-бүләсәрҙәре лә матур сығыш әҙерләп килгәйне. Ә бына Вәлиәхмәттең өсөнсө улы Миңлеәхмәт төп йортта нигеҙләнгән. Колхоздың ҡорт баҡсаһында эшләгән. Бер заман умарталыҡта ҙур айыу алған, тиҙәр. Мәрйәм әбей менән Миҙхәт, Зәйтүнә, Фәтих, Хатип, Фәрғәт, Фәрит, Мәжит исемле балалар үҫтергән.14 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәре нәҫелен дауам итә. Күптән түгел тағы ла бер Ғилмановҡа артты беҙҙең быуын. Салауат Фәтих улының икенсе малайы тыуҙы. Ғилман менән Вилдан тап Ғилмановтар фамилияһын дауам итеүсе сабыйҙар.
Беҙҙең һөйөклө, мөләйем Гөлбикә әбейебеҙ ғаиләлә төпсөк бала. Һөйләүҙәр буйынса атаһы Вәлиәхмәт был донъянан киткәндә уға бары тик туғыҙ ай ғына булған. Нурый олатай менән Гөлбикә әбейебеҙ юл аша күрше генә йәшәне. Шуға күрә ике ғаилә бер ғаиләләй үҫкән, хатта уларҙың балалары ла ике йортто бер итеп йөрөй торғайны. Флүзә апай, Илфат, Өлфәт, Илгиз ағайҙар, Гөлдәр, Гөлнур, Илүсә апайҙар, уларҙың 11 балалары,14 ейән-ейәнсәрҙәре. Ошо Ғилмановтар шәжәрәһен ойоштороу эшен тап Гөлбикә әбейҙең ейәне Руслан Мансур улы башлап ебәрҙе. Руслан ағайҙың Шәжәрә ойоштороу буйынса тәжрибәһе лә бар. Туған йәнле кеше ул. Туғандар берҙәм булғанда ғына һин көслө, ти. Табип булараҡ та һәр кемебеҙгә ярҙам итеп тора.
Абдулвәхиттең улдары ғаиләһен барлап сыҡтым, уның кесе ҡыҙы иһә Кәтиә. Исемгә ҡарата ла бәхәс тыуҙы. Ҡайһы берҙәре Ғәтиә лә тип әйтә. Кәтиә - Ғәтиәнең яҙмышы ла аяныслы. Һуғыш, аслыҡ, күптәре шулай үлән, серек бәрәңге ашап үлгән. Уның улы Ғиндулла Сәйетбаба ауылында, ҡыҙҙары Мәүсилә менән Тәслимә кейәүгә сығып, Мәндембашта төпләнгән. Ғиндулла бабайҙың өс ҡыҙы: Зинфира, Рәфилә, Таңһылыу. Мәүсилә әбейҙең балалары: Минзилә, Марат, Минибай, Минира, Менәүәрә, Минислам, Айҙар, Фәйез. Тәслимә әбейҙең балалары: Ғәлимйән, Тимерйән, Рәсүлә һәм Рәсимә. Байрамда Менәүәрә апайҙың ейәнсәре Алһыу үҙе ижад иткән шиғыр һөйләне.
Шулай уҡ Азалия һылыуыбыҙ “Халҡыма” йыры, Гөлнара һеңлебеҙ әсәһе менән “Әхирәттәр” бейеүҙәре менән тамашаны биҙәне. "Бишбармаҡ" бейеүе менән концертыбыҙҙы тамамлап, барыһы ла бергәләп йәһәт кенә табын әҙерләп, ҡорбан ашына йыйылды. Әрүахтарға доға ҡылынды, киләсәк быуынға нәсихәттәр әйтелде. Балалар өсөн милли уйындар, эстафета үтте. Иртә менән ямғыр һибәләп торһа ла, көн ҡояшлы, матур ине. Балалар рәхәтләнеп Мәндемдә һыу инде.
Ғилмановтар йыйынын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәттәр белдерелде. Төп эште Илфат, Әхәт, Илгиз ағайҙар башҡарҙы. Мин дә күркәм байрам ойоштороуҙа ярайһы ғына тәжрибә тупланым. Йәнә тағы ла туғандар менән йыйылышырбыҙ, тигән теләктә таралыштыҡ.
Үткәне булмағандың киләсәге лә юҡ, ти халыҡ. Был тормошта беҙ яңғыҙ түгел, нәҫелебеҙ ғәләмәт ишле. Арабыҙҙа төрлө һөнәр эйәләре: медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, журналистар, төҙөүселәр, нефтселәр ҙә бар. 500-ҙән ашыу Ғилман вариҫтарының 120-ләбе Шәжәрә йыйынына килде. Килә алмаған туғандар ҙа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан телефон аша сәләмдәрен еткерҙе. Беҙ бит бер тамырҙан сыҡҡан балалар. Ә хәҙер бишенсе, алтынсы, етенсе быуын булып киткәнбеҙ. Күптән күрешмәгән, бер-береһен ишетеп белеп тәүгә танышҡан туғандар хәтирәләргә бирелеп, илһамланып, күңелдәре шатлыҡҡа тулып, тағы ла күрешергә насип итһен, тип таралашты.
Алһыу СУФИЯНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте
Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте
Нәҫелебеҙҙе йәнә барланыҡ Сәйетбабала Ғилмановтарҙың Шәжәрә байрамы үтте
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: