+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль , 10:35

Ашарға яраҡлымы, юҡмы? Бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре

Еләк-емеш йыйыу миҙгеле тамамланып та өлгөрмәне, «тыныс һунар» осоро башланды. Бәшмәк яратыусыларҙың көтөп алған мәле етте. Ямғырҙарҙың һәйбәт яуыуы быйыл уңыштың мул булырына ишаралай. Шуға күрә был шөғөлгә яңы тотоноусылар ҙа табышһыҙ ҡалмаясаҡ. Ә бына урманда аҙашыуға килгәндә, был хәүеф хатта тәжрибәле бәшмәкселәргә лә янай. Бөгөн бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләйбеҙ.

Ашарға яраҡлымы, юҡмы? Бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре
Ашарға яраҡлымы, юҡмы? Бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре

Бәшмәксе ниндәй ҡорамалдар алырға тейеш?
Бәшмәк йыйыу күңел ҡәнәғәтлеге бүләк иткән шөғөл булыуға ҡарамаҫтан, хатта таныш урманға барған осраҡта ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында оноторға ярамай. Урманға йыйыныуығыҙ тураһында яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ, телефонығыҙ тулы зарядлы булһын, үҙегеҙ менән һыу, ризыҡ, шырпы йәки ут тоҡандырғыс, даими ҡабул ителергә те-йешле дарыуҙарығыҙҙы алығыҙ. Маңлайға таға торған фонарь, бәшмәк эҙләргә таяҡ, пластырь, дезинфекция саралары һалынған аптечка, портатив заряд ҡорамалы, телефонда электрон GPS-навигатор ҙа зыян итмәҫ.
Күптәр урманға барғанда камуфляж кейемгә өҫтөнлөк бирә. Был хата! Әгәр аҙашһағыҙ, маскировка төҫөндәге костюм зыян ғына булыуы бар. Һеҙ бит йәшенмәк уйнарға бармайһығыҙ. Ҡотҡарыусыларға сағыу кейемдәге кешене табыу күпкә еңел буласаҡ.
Уңайлы аяҡ кейеме һайлағыҙ. Ул резина материалдан, оҙон ҡуңыслы булһа, тағы ла яҡшыраҡ.
Иң мөһиме – бысаҡ һәм кәрзин алығыҙ. Полиэтилен пакетҡа бәшмәк йыйырға ярамай, һауа үтеп инмәһә, табышығыҙ тиҙ арала боҙоласаҡ. Бысаҡ менән ҡырҡып алһағыҙ, бәшмәктең ҡортломо, юҡмы икәне һәйбәтерәк күренәсәк.
Хәүефһеҙ «һунар» серҙәре
Урманға юлланғанда тәжрибәле бәшмәксегә эйәреү йәки алдан табышлы урындарҙы белешеп, бараһы ерҙе билдәләү яҡшыраҡ. Ғәҙәттә, бәшмәк бер урында ғына үҫә, бары тик ҡайһы бер йылда ял итеп ала.
Бәшмәкте иртәнсәк йыйыу һәйбәтерәк. Был мәлдә уның өҫтөндәге ысыҡ ялтырап, үлән араһында һәйбәт күренә. Бынан тыш, ҡояшта йылынып өлгөрмәгән бәшмәк оҙағыраҡ һаҡлана.
Иң төп ҡағиҙә – ағыулы булмауына йөҙ түгел, ике йөҙ процентҡа ышанған бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Үҙегеҙ белмәгән, үтә йәш, үтә ҡарт, йомшарған, һыуланған һәм еҫләнгән ризыҡты урап үтегеҙ. Ағыулы булмаған осраҡта ла уларҙы ашарға ярамай, зыян күрергә мөмкин.
Әгәр был эштә тәжрибәгеҙ самалы булһа, үҙегеҙ менән бәшмәктәр тураһында атлас алығыҙ йәки смартфондар өсөн заманса ҡушымталар менән ҡулланығыҙ, улар эшләпәлеләрҙе фотоһүрәт буйынса таный. Табышығыҙҙы һүрәт менән ентекле сағыштырығыҙ. Саҡ ҡына шикләнһәгеҙ ҙә, бәшмәкте алмағыҙ.
Йәй ямғырлы булһа, бәшмәктәр ныҡ бүртеп, ашарға яраҡһыҙға әйләнә. Табышығыҙҙы киптереп маташмағыҙ, барыбер тәмһеҙ буласаҡ һәм токсиндар бүлеп сығарасаҡ.
Ағыулымы, түгелме икәнен төрлө халыҡ алымдары ярҙамында тикшермәгеҙ. Бәшмәк ҡайнаған һыуға көмөш ҡалаҡ йәки башлы һуған һалып, төҫөн үҙгәртеүгә ҡарап ҡына быны билдәләп булмай. Был – уйҙырма! Әсе тәмле бәшмәктәр һәр ваҡыт ағыулы булмай, шул уҡ ваҡытта татлы тәмлеләре араһында ағыулылары осрай. Мәҫәлән, тырҡыштың тәме татлы.
Транспорт хәрәкәте көслө булған юл буйҙарында, сәнәғәт предприятиелары, соҡорҙар янында бәшмәк йыймағыҙ. Улар ауыр металдарҙы, ағыулы матдәләрҙе бик тиҙ һеңдерә.
Аҙашһаң, нимә эшләргә?
Әгәр «тыныс һунар»ға әүрәп, ҡайтыр юлды юғалтһағыҙ, тәү сиратта ғауғаға бирелмәгеҙ. Туҡтап, ҡайһы яҡтан килеүегеҙҙе уйлағыҙ, тауыштар, машина геүләүе, эт өрөүе ишетелмәйме икәнен тыңлап ҡарағыҙ. Ҡайтыр юлды табырға түбәндәгеләр ярҙам итеүе ихтимал:
  эшләгән трактор (3-4 километрға ишетелә);
  эт өрөүе (2-3 километр);
  поезд тауышы (10 саҡрымға тиклем).
Ҡыйыҡтағы торбалар – 3 километр, завод торбаһы – 6, башнялар 15 километрғаса күренә.
Урманда аҙашһағыҙ, һыу юлын табырға тырышығыҙ һәм шишмә ағышы ыңғайына барығыҙ. Шишмә ғәҙәттә йылғаға ҡушыла, ә йылға кешеләргә алып сыға.
Әгәр мөмкинлек булһа, «101» йәки «112» һандарын йыйып, ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә шылтыратығыҙ һәм белгестәрҙең күрһәтмәләрен үтәгеҙ.
Аҙашып, һеҙҙе эҙләйәсәктәрен белһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ, усаҡ тоҡандырығыҙ – эҙләүселәр тиҙерәк таба алыр. Йәшенмәгеҙ. Асыҡ, бейегерәк урын табып, берәй күренеп торған ҡоролма эшләгеҙ. Мәҫәлән, өс шыршы ботағын (өс метр самаһы булһын) бергә өйөп, өҫтөнә күренеп торған әйберҙәр (шешә, банка, пакет һ.б.) ҡуйығыҙ, шулай вертолёттан тиҙерәк күренәсәк.
Уңышты нимә эшләтергә?
Бәшмәк йыйып ҡайтҡас, бөжәктәр сығып бөтһөн өсөн табышығыҙҙы тоҙло һыуға һалығыҙ. Алып ҡайтҡан уңышығыҙҙы ентекле ҡарап, яҡшы итеп эшкәртегеҙ.
Ашарға яраҡлы бәшмәктәрҙе, мәҫәлән, аҡ, ерән бәшмәк, гөрөздәне эшкәртмәйенсә төрлө ризыҡтар бешергәндә ҡушырға мөмкин. Башҡаларын йыуып, ебетеп, бешерергә ҡуйығыҙ. Иң файҙалыһы – киптереү ысулы. Кипкән бәшмәктә туҡлыҡлы матдәләр яҡшыраҡ һаҡлана, улар организм тарафынан һәйбәт эшкәртелә. Әгәр консерва яһау ысулын һайлаһағыҙ, бер нисә тапҡыр таҙа итеп йыуығыҙ, тупраҡ менән бергә үҙәк нервы системаһы өсөн үтә хәүефле һаналған ботулизм ҡуҙғытҡыстары эләгеүе ихтимал.
Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: бәшмәкте бөтә кешегә лә ашарға ярамай, айырыуса ашҡаҙаны сирле кешеләргә һаҡ булырға кәрәк. Шулай уҡ 14 йәшкәсә балаларға ла бәшмәк аштары кәңәш ителмәй. Уларҙың аш эшкәртеү системаһы тейешле ферменттарға эйә түгел. Йөклө, бала имеҙгән ҡатындарҙың, оло йәштәгеләрҙең дә бәшмәк ашау менән мауыҡмауы яҡшыраҡ.

Ашарға яраҡлымы, юҡмы? Бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре
Ашарға яраҡлымы, юҡмы? Бәшмәкте дөрөҫ һәм хәүефһеҙ йыйыу ҡағиҙәләре
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: