+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Июль , 09:30

Бәхет тәхетенә эйә мөхәббәтле парҙар ғына

Һәр кемдең тормош юлында йылы ҡояш нурҙары һәм ләйсән ямғыр, йәйғорҙоң сағыулығы менән бергә ел-дауылдар, ыжғыр бурандар ҙа осрамай ҡалмайҙыр. Әммә ҡаршылыҡтарға бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле итеп ҡороу өсөн бар тырышлығын һәм күңел ҡеүәтен дә һалғандар күп арабыҙҙа.

Бәхет тәхетенә эйә мөхәббәтле парҙар ғына
Бәхет тәхетенә эйә мөхәббәтле парҙар ғына

- Ғүмер көҙөнә пар ҡанатлы булып етеү, балалар шатлығын татыу, ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү рәхәте үҙе оло бәхет һәм батырлыҡ, - ти Красноусол ауылындағы күркәм ғаиләләрҙең береһе булған Сәйфуллиндар. Тап ошо көндәрҙә уларҙың пар аҡҡоштар кеүек бергә-бергә, иңгә-иң терәшеп, күптәр өсөн өлгө булырлыҡ тормош һуҡмағынан үтеүҙәренә 50 йыл тулды.
Эйе, ярты быуат үтеп тә киткән. Ошо арала күпме һыуҙар аҡҡан, күпме шатлыҡ-ҡыуаныстар, күпме борсолоуҙар, мәшәҡәттәр осраған. Уларҙың барыһын да еңеп, алтын туйға килеп еткән Сажиҙә Зәйнулла ҡыҙы менән Рәмил Ғилман улының тормош һуҡмағын күҙ алдынан үткәрһәң, үҙҙәре әйтмешләй, үткәндәре һис үкенерлек түгел.
Оло тормош юлына аяҡ баҫҡан йәштәрҙе яҙмыш Салауат ҡалаһында осраштыра. Рәмил әрме хеҙмәтенән һуң Свердловск тарафтарындағы хәрби училищела янғын хәүефһеҙлеге белгесе һөнәрен үҙләштереп, Салауат ҡалаһындағы янғын һүндереү бүлектәренең береһендә янғын хәүефһеҙлеге инспекторы булып эшләй. Эштән буш ваҡыттарында йыр-моңға маһир егет ҡаланың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, моңло тауышы менән тамашасыларҙың һөйөүен яулай, театрҙа яңынан-яңы сағыу образдар тыуҙыра.
Ауырғазы районының Ҡорманай ауылы ҡыҙы Сажиҙә иһә медицина училищеһында уҡып йөрөгән була. Тап бына ошонда йәштәр танышып, бер-береһен тәү күреүҙән оҡшатып, аралаша башлайҙар ҙа инде. Оҙаҡ та үтмәй, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, тормош юлын бергә үтергә булып, егет һөйгәненә ата-әсәһенең һоратып, бер ыңғай туй хаҡында ла һөйләшеү өсөн Ауырғазыға барырға йыйыныуҙары хаҡында әйтә. Сажиҙә лә ялға ҡайтҡанында үҙенең ата-әсәһен алдан иҫкәртмәксе булып, был турала әсәһенә әйткәс, уныһы: “Иртәрәк әле кейәүгә сығырға, башта әҙерәк эшләп, өҫ-башыңды бөтәйт” , - тип ҡырт киҫә. Ике аҙна самаһы ваҡыт үткәс, йәнә тыуған йортона ялға ҡайтһа, өйҙәгеләр геү килеп туйға әҙерләнеп йөрөйҙәр икән...
- Егеттең ата-әсәһе килде бит, бик ипле кешеләр булып сыҡты, матур итеп һөйләштеләр, үҙҙәренә оҡшаһа, улдары ла һәйбәт, аҡыллылыр, тинек тә, ризалаштыҡ та ҡуйҙыҡ инде, - тип ҡыҙҙарына фатиха бирәләр. Шулайтып, тап илле йыл элек 12 июлдә гөрләтеп туй яһап, йәштәр йәрәшеп тә ҡуя. Ошо көндән улар ғаилә мәшәҡәттәренә сума. Сажиҙә лә уҡыуын тамамлап, һөнәре буйынса да-уаханала эш башлаған була был ваҡытта. Оҙаҡламай мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Светлана тыуа. Тормошта осраған һынауҙарҙы, ҡаршылыҡтарҙы ла бергәләп еңеп, шатлыҡтарҙы уртаҡлашып, донъя мәшәҡәттәренә бирешмәйенсә, ғаилә йөгөн алға тарта улар.
Ҡалала тормош нисек кенә еңел булмаһын, тыуған ер үҙенә нығыраҡ тарта. Сәйфуллиндар ғаиләһе лә 1981 йылда Красноусолға ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Бында ҡайтҡас, Рәмил Ғилман улы һөнәре буйынса район эске эштәр бүлеге ҡарамағындағы янғын часында, ә Сажиҙә Зәйнулла ҡыҙы район дауаханаһының күҙ дауалау бүлегендә шәфҡәт туташы булып эш башлай. Тыуған яҡҡа ҡайтып төпләнеүгә күп тә үтмәй, шатлыҡ өҫтөнә шатлыҡ өҫтәп, улдары Илшат донъяға килә. Бәхеттәре түңәрәкләнеп, дәртләнеп донъя көтә Сәйфуллиндар.
Эше ни тиклем генә тынғыһыҙ булмаһын, Рәмил Ғилман улы йыр-моңдан айырылмай, район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, лауреат исемдәренә лайыҡ була. Хаҡлы ялға туҡтағансы эшләй улар. Янғын һағы өлкәһендә ике тиҫтә йылға яҡын эшләгән Рәмил Ғилман улы янғын часы етәксеһе урынбаҫары, артабан етәксе була. Майор дәрәжәһендә ялға туҡтай. Сажиҙә Зәйнулла ҡыҙы ла һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ауырыуҙарҙың ихтирамын һәм хөрмәтен яулай.
“Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була”, – тиҙәр. Уларҙың балалары ла атай-әсәһенең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Һәр береһе тормошта үҙ урынын таба, күңеленә яҡын һөнәр һайлап, уңышлы эшләп йөрөйҙәр. Светлана Салауат ҡалаһында музыка училищеһын, артабан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Бөгөнгө көндә Күмертау музыка мәктәбендә эшләй. Тормош иптәше Фаил менән Рамаҙан исемле ул үҫтерҙеләр, бөгөнгө көндө ул Өфө нефть университетында уҡып йөрөй. Әйткәндәй, кейәүҙәре лә сәнғәт кешеһе, музыка белгесе Сәйфуллиндарҙың. Светлана музыка мәктәбендә фортепиано бүлеге мөдире булһа, Фаил – баянсы.
Илшат улдары Стәрлетамаҡ ҡалаһында “атаһы эшен” дауам итеп янғын хәүефһеҙлеге һағында тора. Ҡатыны Регина менән өс бала үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Алина ла урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, БДУ ла уҡып йөрөй. Искәндәр менә Ирада әлегә мәктәптә уҡый. Светлана менән Илшат ҡына түгел, ейән-ейәнсәрҙәре лә көн һайын шылтыратып олатай-өләсәйҙәренең хәлен һорашып, үҙҙәренең уңыштары, ҡаҙаныштары менән уртаҡлашып торалар.
Ғүмер аҡҡан һыу, һүтелгән йомғаҡ кеүек шул. Хәҙерге көндә икеһе лә хаҡлы ялда булһалар ҙа, күптәрҙе һоҡландырып, бик әүҙем тормош алып баралар. Рәмил ағай дин юлына баҫҡан, биш намаҙын ҡалдырмай, иртәләрен изге доғалары менән башлай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Октябрьский ҡалаһындағы “Нур ислам” мәҙрәсәһен тамамланы, белгәндәрен башҡаларға ла ихлас өйрәтә. Ә Сажиҙә апай ғаилә усағы һаҡсыһы, ейән-ейәнсәрҙәрҙәренең кәңәшсеһе лә, серҙәше лә. Бер-береһенә, балаларына оло терәк һәм ярҙамсы, аҡыллы кәңәшсе булып донъя көтә, ауылдаштарының, барса туғандарының оло ихтирамын яулаған Сәйфуллиндар. Сажиҙә апай менән Рәмил ағай ярҙамсыллыҡтары, олоға ла, кесегә лә берҙәй хәстәрлекле булыуҙары менән айырылып торалар.
Ярты быуат дауамында Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалып, кешеләрҙе һоҡландырып, донъя көтөүҙәрен дауам итә Сәйфуллиндар. Киләсәктә лә был күркәм ғаиләгә эргә-тирәләгеләргә үрнәк булып, тиң-тигеҙ, матур йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.

Бәхет тәхетенә эйә мөхәббәтле парҙар ғына
Бәхет тәхетенә эйә мөхәббәтле парҙар ғына
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: