+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль , 11:15

Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты

Улар Һамар өлкәһендә 6 – 9 июлдә үткән «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй ғаилә ижады фестивалендә ҡатнашып, ошондай ҙур танылыу алды. Сарала тотош илебеҙҙең 24 төбәгенән Рәсәй халыҡтарының төрлө жанрҙағы (халыҡ йыры һәм музыкаһы, традицион мәҙәниәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәт) традицияларын һаҡлаған һәм популярлаштырған 23 ғаилә ансамбле һәм 12 профессиональ династияһы ҡатнашты.

Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты
Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты

Башҡортостан Республикаһы Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә Башҡортостан исеменән Ғафури районы Сәйетбаба ауылының «Бай» ғаилә халыҡ ансамбле сығыш яһаны. Ансамбль һигеҙ кешенән тора, төркөмдөң иң йәш ағзаһы Илсурға — 10, ә иң олоһо Хәтмулла Лотфулла улына — 72 йәш. Төркөм етәксеһе Илһам Байбулдин ҡурайҙа, думбырала оҫта уйнай. Яҡташыбыҙ өзләү һәм милли ҡоралдар эшләү оҫтаһы ла, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ сәсәне һәм халыҡ оҫтаһы тигән исемдәре бар. Сағыу, һәләтле Байбулдиндар ғаиләһе «Рәсәй ғаиләһе» фестивале лауреаты булды һәм Диплом, Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты
Байбулдиндар — «Рәсәй ғаиләһе» Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: