+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июль , 11:34

Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә ҡарата иғтибар бермә-бер артты. Республика етәкселегенең телгә бәйле ҡырҡыу мәсьәләгә иғтибар итеүе әсә телен һаҡлау, үҫтереү йәһәтенән дәүләт программаларының, хуплау сараларының тормошҡа ашырылыуы, һис шикһеҙ, киләсәккә ышаныс уята.2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылды. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошманың эшмәкәрлеге 2019 йылдың февраленән башлап бойомға ашырылып килә. Маҡсаты – телде һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән граждандар башланғыстарына ярҙам итеү, бөтә йәш төркөмдәре араһында туған телде популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу, башҡорт телен һанлаштырыу һәм уҡытыу ҡушымталарын булдырыу.

Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы

Фонд ярҙамында бойомға ашырылған уңышлы проекттарҙың береһе – “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант” акцияһына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта: 2019 йылда сарала 70 мең кеше ҡатнашһа, быйыл иһә – 408 399. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла төбәк, ил сиктәренән сығып, донъя кимәленә етте. Тимәк, 2019 йылда халыҡ-ара акция статусын алған был сара киң йәмәғәтселектең иғтибарын башҡорт телен өйрәнеүгә йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен күтәреү, республикала, Рәсәй һәм сит илдәрҙә телебеҙҙе пропагандалау һәм популярлаштырыу ише маҡсаттарҙы тулыһынса тормошҡа ашыра тигән һүҙ. Әйтергә кәрәк, был сарала йылдың-йылы ғафуриҙар ҙа әүҙем ҡатнашып, диктант яҙыусылар һаны артҡандан-арта бара.
2023 йылда башҡорт теле буйынса тәүге онлайн-олимпиада үтте. Акцияла ҡатнашып, Рәсәйҙең 67 төбәгенән, 23 илдән йәмғеһе 27 614 кеше үҙ белемен һынаны. 2019 йылдың июненән башлап уҙғарылған “Башҡорт телен яңы өйрәнә башлағандар өсөн”, “Эшлекле башҡорт теле” курстары биш мең самаһы кешенең ҡыҙыҡһыныуын йәлеп итте. 2020 йылдан алып өс ай һайын “Башҡорт теле: яңы ҡараш” сараһы ойошторола. Уның сиктәрендә башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтенән йөҙҙән ашыу проект тәҡдим ителгән. 2022 йылда Рәми Ғариповтың юбилей датаһы уңайынан уҙғарылған “Минең Рәми” төбәк-ара шиғриәт конкурсында 800-ҙән ашыу нәфис һүҙ оҫтаһы ҡатнашҡан.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамы менән бихисап уҡыу әсбаптары, улар өсөн махсус мобиль ҡушымталар булдырылды. Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары өсөн “Әкиәттә ҡунаҡта” уҡыу-дидактик әсбаптары нәшер ителде. Шулай уҡ “Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә туған (башҡорт) тел” уҡыу әсбабы донъя күрҙе. Нәшер ителгән продукция республикала ғына түгел, Силәбе, Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь кра-йында, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында һатыла.
2021 йылдан алып “Интерактив башҡорт теле” электрон веб-ресурсы өҫтөндә әүҙем эш алып барыла (https://basic.bashlang.ru/). Бында башҡорт телен өйрәнеү өсөн 14 мобиль ҡушымта бар. 2023-2024 йылдарҙа башҡорт телендә һөйләшкән “Һомай” аҡыллы колонкаһы ҡулланышҡа инде.
2019 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы, 2020 йылда Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Беренсе Төбәк-ара форумы, 2023 йылдың октябрендә полилингваль белем биреү буйынса I Халыҡ-ара форум уҙғарылды. Һөҙөмтәлә, 2019-2023 йылдар арауығында Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Сибай, Учалы ҡалаларында, Хәйбулла һәм Мишкә райондарында 8 полилингваль мәктәп асылды. 2024 йылда ошондай уҡ белем усаҡтарын Баймаҡ, Тәтешле райондарында асыу планлаштырыла. Бындай мәктәптәрҙең үҙенсәлеге - урындағы халыҡтың телен (башҡорт, татар, мари, удмурт һ.б.) тәрән өйрәнеү мөмкинлеге.
Төбәктә “Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” айырым дәүләт программаһы ҡабул ителде. 2022 йылда “Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” һөнәри оҫталыҡ конкурсы булдырылды.
Сиратта - ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге. Районыбыҙ мәктәптәре лә был конкурста уңышлы ҡатнашып килә. 2023 йылда, мәҫәлән, Ташлы ауыл биләмәһенең “Ташлинка” коммерциялы булмаған ойошмаһы гранттар конкурсында “Башҡорт телен теләп өйрәнәм” проекты менән еңеүгә өлгәшеп, Ташлы мәктәбендә заманса йыһазландырылған башҡорт теле кабинеты асылды. Быйыл иһә районыбыҙҙан йәнә ике проект конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүгә өлгәште. “Табын” социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫеш фондының “Башҡорт теле – туған телем” проекты (етәксеһе – Р.К.Ишмырҙина), мәҫәлән, 642 994 һумлыҡ грантҡа эйә булды. Был проектта мәктәп һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларға башҡорт теле үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен уларға тел белгесе Ж.Кейекбаев, халыҡ шағиры М.Ғафури һәм районыбыҙ сәсәндәре, мөнәжәтселәре ижады аша мауыҡтырғыс итеп төшөндөрөү, туған тел тураһында белем биреү маҡсаты ҡуйыла.
- Төп маҡсат - балалар араһында башҡорт теленең ролен нығытыу, уны балалар араһында пропагандалау, туған телгә һөйөү тәрбиәләү,- ти проекттың авторы Римма Камил ҡыҙы.
Конкурста еңеп сыҡҡан “Урал батыр: халыҡ эпосын өйрәнеү аша туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау” проекты ла эксперттар тарафынан юғары баһа алып, 650 525 һумлыҡ грант отто. Ул конкурсҡа “Киләсәк мәктәбе” мәғарифты үҫтереү һәм яҡлау фонды (Красноусол башҡорт гимназия интернаты НКО-һы) тарафынан ебәрелгән. Етәксеһе - Г.Ғ.Мөхәмәтшина. Был проект сиктәрендә халыҡтың ауыҙ-тел ижадын, һынлы сәнғәтте өйрәнеү һәм милли спорт төрҙәре аша башҡорт телен һаҡлау һәм камиллаштырыу, район уҡыусыларын башҡорт халыҡ ижады сығанаҡтарына йәлеп итеү төп маҡсат итеп ҡуйыла һәм был эш эҙмә-эҙлекле алып барыласаҡ. Беренсе этапта, мәҫәлән, тотош ауыл мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашып, улар “Урал батыр” эпосы буйынса белемдәрен һынаясаҡ. Бында еңеүселәр сәхнә сәнғәте, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләү, традицион уҡ атыу һәм милли көрәш буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Икенсе этапта инде ҡыҙҙар һәм үҫмерҙәр “Урал батыр” һәм “Һомай” конкурстарында һынау тотасаҡ. Бынан тыш гимназия уҡыусылары “Урал батыр” эпосынан өҙөктәрҙе сәхнәләштереү буйынса оҫталыҡтарын һынаясаҡ.
- Был проектты тормошҡа ашырыу балаларға “Урал батыр” эпосын өйрәнеү барышында халҡыбыҙҙың йола, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышыу мөмкинлеге бирәсәк, милли мәҙәниәткә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныу уятасаҡ, уларҙа илһөйәрлек һәм башҡорт булыуына ғорурлыҡ тойғоһо уятырға ярҙам итәсәк, - ти проекттың етәксеһе Гөлнара Ғәбделәхәт ҡыҙы.
Башҡортостан Башлығы Указы менән 14 декабрь Башҡорт теле көнө тип иғлан ителде. Телде популярлаштырыу маҡсатында, 2019 йылдан бирле был көндә төрлө конкурстар, флешмобтар, акциялар ойошторола, урамдарҙа реклама баннерҙары урынлаштырыла. Радий Хәбиров ҡатнашлығында М.Аҡмулла һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт йүнәлешендәге саралар ойошторола.
Йыл башында уҙған “Туған телдәр сәғәте”ндә Радий Хәбировтың: “Һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған проект-
тар “Остоҡ!” тиеү менән ауаздаш. Улар йылдам темпта тормошҡа ашырыла һәм халыҡ ихтыяжына яуап бирә. Хәҙер беҙгә яңы нәмә уйлап табырға ваҡыт етте”, – тип билдәләүе телебеҙҙең үҫешенә булышлыҡ иткән яңы офоҡтар, мөмкинлектәр асыуға бәрәбәр.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА
әҙерләне.

Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Туған телен һаҡлау - һәр кемдең изге бурысы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: