+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль , 10:00

27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары технологиялы йөҙө

27 июлдә Рәсәйҙә дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан 9 йыл уңышлы эшләп килгән Күп функциялы үҙәктең Красноусолдағы бүлексәһе мөдире Елена Ғәли ҡыҙы ХӘКИМОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары  технологиялы йөҙө
27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары технологиялы йөҙө

- Күп функциялы үҙәктең төп идеяһы - "бер тәҙрә" принцибын тормошҡа ашырыу, граждан башҡа дәүләт учреждениеларында белешмәләр (справка) алыу, инстанциялар буйлап йөрөүҙән йәки аралашсыларға түләүҙән азат ителә. Алыусынан бары тик ғариза биреү һәм билдәләнгән ваҡытта һөҙөмтә алыу ғына талап ителә, ә ҡалған эште, шул иҫәптән ведомство-ара килешеүҙе, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм тейешле дәүләт һәм муниципаль власть органдары башҡарырға тейеш, - тине МФЦ эшмәкәрлеге менән таныштырып Лена Ғәли ҡыҙы.
- Бөгөнгө көндә Күп функциялы үҙәктең Красноусолдағы бүлексәһендә 8 ҡабул итеү тәҙрәһе, Аҡкүл һәм Сәйетбаба ауылдарында ике стационар Территориаль бүлендек структур подразделениелары (ТОСП) эшләй, Бурлы, Еҙем-Ҡаран, Ҡарағай, Ҡауарҙы, Табын ауылдарында урынлашҡан 5 күсмә ТОСП-лары белгестәре ҡабул итеүҙәр үткәрә.
- Һеҙҙең бүлексә тарафынан халыҡҡа ниндәй хеҙмәттәр күрһәтелә?
- 407 дәүләт, муниципаль һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтелә. Муниципаль һәм дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙән тыш, беҙ Башҡортостан социаль картаһын сығарыуға йәки ҡайтанан сығарыуға, Уфанет йәки Ростелеком бәйләнеш хеҙмәттәренә тоташыуға, “Газпром межрегионгаз Уфа” ЯСЙ-енең торлаҡ бинаһы милексеһе алмашыныуға бәйле лицевой счёттарҙы ҡайтанан рәсмиләштереүгә ғаризалар ҡабул итәбеҙ. Шулай уҡ МФЦ белгестәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам саралары йәки контракт буйынса һәм Башҡортостан Республикаһының ирекле батальондарында хәрби хеҙмәт мәсьәләләре буйынса консультациялар бирергә әҙерҙәр.
Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең тулы исемлеге менән һеҙ ошо сайтта mfcrb.ru. таныша алаһығыҙ.
Хәҙер ҡулланыусыны оҙатыусы секторы ҙур популярлыҡ менән файҙалана, унда ғариза биреүселәр өсөн ике дөйөм инеү компьютеры бар. Бында әйҙәүсе белгес Лилиә Шәмсетдинова һеҙгә дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә, сайттар менән файҙаланырға, хатта телефонға ҡушымта ҡуйырға өйрәтәсәк һәм ярҙам итәсәк. Шулай уҡ бында һәр шаршамбы 12.00-15.00 сәғәткәсә Стәрлетамаҡ ҡалаһы РЦСПН ДКУ-һы белгестәренән видеоконсультация алырға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы, БР Эске эштәр министрлығы, Федераль Кадастр һәм картография дәүләт теркәүе хеҙмәте, Роспотребнадзор Идаралығы һәм башҡа төрлө ведомстволар менән видеоҡабул итеү эшләй (ҡабул итеүгә телефон номерҙары: 7(347)246-55-33, 7(927)33-33-100 буйынса яҙылырға мөмкин).
- Күрһәтелгән хеҙмәттәр күләме күпмегә етте?
- Хәҙер МФЦ-һыҙ беҙҙең көндәлек тормошто күҙ алдына килтереп булмай. Ул - дәүләттең заманса һәм юғары технологиялы йөҙө, уның интерфейсы, ул хәҙер күп кенә тормош проб-лемаларын хәл итергә ярҙам итә. Бүлексә асылғандан алып күрһәтелгән хеҙмәттәр һаны алты тапҡырға тиерлек артты. Уларҙың дөйөм күләме 450 меңдән ашып китте! Учреждение хеҙмәткәрҙәре граждандарҙың тормошоноң күп аспекттарында ҡатнаша - милек хоҡуҡтарын рәсмиләштереүҙән алып социаль пособиелар алыуға, электрон документтар булдырыуға һәм хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә, төрлө сервистар аша тапшырыуға тиклем.
Бөгөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн бер тапҡыр ҙа беҙгә мөрәжәғәт итмәгән кешене табыуы ҡыйын. Өлгәшелгән уңыштар - Күп функциялы үҙәк коллективының, операциялар залының һәм бэк-офистың һәр хеҙмәткәренең берҙәм эшенең һөҙөмтәһе.
Ойоштороусыларыбыҙҙың Хөкүмәт Аппараты һәм Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ярҙамында төбәктә булдырылған Күп функциялы үҙәк селтәре халыҡты хеҙмәтләндереүҙең иң юғары стандарттарына яуап бирә.
- Бүлексә нисә кешене берләштерә?
- Бөгөн бүлексәлә 27 хеҙмәткәр эшләй. Документтарҙы тәжрибәле белгестәр Ольга Хлёскина, Надежда Ҡотошева, Юлиә Ғәйнуллина, Зәлиә Зәйнетдинова, Алёна Карташова һәм яңы ғына уҡыу бөтөп эш башлаған йәш белгестәр Ангелина Рәхимова менән Эльвира Зәйнуллина ҡабул итә. Күсмә ҡабул итеүҙәрҙе Лилиә Павлова менән Русалина Иҙрисова алып бара. Сәйетбаба стационар ТОСП-ында ҡабул итеүҙә Лилиә Ҡадирова менән Гөлназ Зиннурова, Аҡкүлдә – яңы белгес Юлия Еремеева эшләй. Документтарҙы ҡабул итеүҙең сифатына контролде артабанғы контроль буйынса баш белгес Гөлнара Әхтәмова һәм әйҙәүсе белгестәр Линара Яҡупова менән Анна Рябова тормошҡа ашыра һәм уларҙы ведомстволарға йүнәлтә.
Һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәребеҙ төрлө бүләкләүҙәргә лайыҡ булды. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойошторған һәм үҫешенә ҙур өлөш индергән операция залы начальнигы Зилиә Ринат ҡыҙы Мырҙаянова БР Мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығының Маҡтау грамотаһы, баш белгес Ольга Владимировна Хлёс-кина “Емешле хеҙмәттәшлек һәм файҙалы эшмәкәрлек өсөн” Федераль Кадастр һәм картография хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса Идаралығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Әйҙәүсе белгестәр Лилиә Павлова менән Анна Рябова район Советының Маҡтау грамоталарына лайыҡ булды.
- Һөнәри байрамығыҙҙа коллегаларығыҙға теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, һөнәри байрамыбыҙ уңайынан барлыҡ коллективты, коллегаларҙы МФЦ хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, яуаплы эштәрендә уңыштар, байрамса күтәренке кәйеф теләйем.
- Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Елена Ғәли ҡыҙы. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары  технологиялы йөҙө
27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары  технологиялы йөҙө
27 июль – Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре көнө МФЦ - дәүләттең заманса һәм юғары технологиялы йөҙө
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: