+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль , 10:55

“Аҫылташ” – алдынғы йәштәр йыйыны

Тиҙҙән, 29 июлдән 1 августҡа тиклем Йылайыр районында “Аҫылташ” Төбәк-ара йәштәр форумы үтә. Ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды грантына, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән уҙғарыла.

“Аҫылташ” – алдынғы йәштәр йыйыны
“Аҫылташ” – алдынғы йәштәр йыйыны

“Аҫылташ” – республикабыҙҙа һәм унан ситтә йәшәүсе йәштәрҙе башҡорт мәҙәниәте, тарихы, йәшәйеше менән таныштырыуҙы, алдынғы йәштәрҙе бер ҡорға туплап, уларҙы республика тормошонда әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеүҙе күҙ уңында тотҡан ҙур сара. Ул тәүләп 2017 йылда үткәрелә, ә 2019 йылдан башлап Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы сиктәрендә бойомға ашырыла һәм йылдан-йыл күберәк йәштәрҙе йыйыуы, киң ҡоласлыраҡ була барыуы менән әһәмиәтле.
Былтырғы “Аҫылташ” форумында беҙҙең райондан Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты Алһыу Усманова ла ҡатнашҡайны. Унан был сара хаҡында һөйләүен һораныҡ.
- Былтыр, үҙебеҙҙең университеттың студенттар медиаүҙәгендә эшләгәндә, дуҫтарым “Аҫылташ”ҡа фотограф булып барыуымды һораны. Улар үҙҙәре лә унда ойоштороусы, ирекмән булараҡ ҡатнашып йөрөй, - тине Алһыу. - Форум миңә бик ныҡ оҡшаны! Тулыһынса милли рух менән һуғарылған, үҙеңдең тәрән тамырҙарың менән тоташтырыусы ғәжәйеп һәм ҡабатланмаҫ бер сара тип ҡабул иттем. Әйткәндәй, ошондай йәштәр форумы Татарстанда һәм беҙҙә генә үтә икән.
Форумды йәштәр өсөн ял лагеры кеүек ойошторғандар. Һәр көн иртәнге зарядканан башлана ла, командалар-ырыуҙар үҙ кураторы, ирекмәндәр етәкселегендә, программаға ярашлы, лекцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, экскурсияларҙа ҡатнаша. Лагерь үҙе умарта күсе кеүек ҡайнап тора: төрлө майҙансыҡтарҙа һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һөнәрҙе өйрәнә, күргәҙмәне ҡарай, аралаша ала. Спикерҙар бик теләп тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Мәҫәлән, нисек видео, фото төшөрөргә, уларҙы монтажларға, социаль селтәрҙә нисек блог алып барырға һәм башҡалар. Психологик, социологик ҡыҙыҡһыныуҙарыңа ла яуап табырға була. Милли рухтағы форумда тарихи, этнографик, милли-мәҙәни йүнәлешле кәсептәр, шөғөлдәргә ҙур урын бирелә. Уҡ атырға, балаҫ һуғырға, шифалы үләндәр йыйып әҙерләргә, милли биҙәүестәр, малсылыҡ ризыҡтары эшләргә, хатта милли бейеүҙәр, йырҙар өйрәтергә төрлө һөнәр эйәләре, ағинәйҙәр, оҫта ағай-апайҙар саҡырыла. “Этно-квест”, “Батырҙар алышы” кеүек төрлө конкурстар үтә. Кистәрен йәштәр усаҡ янында гитараға, ҡурайға ҡушылып йырлашып ултыра, киске уйын бейеүҙәре ойошторола. Күптәр көн һайын үткән концертта йырларға, бейергә махсус әҙерләнеп килә, йәштәр араһында популярлыҡ яулаған төркөмдәр, артистар ҙа сығыш яһай.
Тағы шуныһы: унда иҫерткестәр эсеү, тәмәке тартыу, төрлө насар ғәҙәттәр бөтөнләй тыйыла, йәштәрҙән һайлап ҡуйылған дружинниктар тәртипте ныҡ һаҡлай. Тағы ла ҡыҙығы – барыһы ла үҙҙәре лә һиҙмәҫтән тик башҡортса аралаша башлай. Мине лә яҡындарым, башҡортса оҫтараҡ һөйләшергә өйрәнгәнһең, тинеләр.
“Аҫылташ”ҡа быйыл да барам. Дуҫтарымды ла саҡырҙым. Республикабыҙҙың әүҙем йәштәре менән танышыу, аралашыу уларға ла мотлаҡ оҡшар, тип уйлайым.

“Аҫылташ” – алдынғы йәштәр йыйыны
“Аҫылташ” – алдынғы йәштәр йыйыны
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: