-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июль , 09:00

Булдыҡлыны заман үҙ итә

Табын ауылында йәшәүсе ирле-ҡатынлы Нурия менән Илшат Зәйнетдиновтар сауҙа өлкәһендәге эшҡыуарлыҡта 2016 йылдан. 2019 йылда Ерек ауылында магазин бинаһын төҙөп, ә Табын ауылында бинаны һатып алып, ремонтлап, сауҙаға ныҡлап тотоноп китәләр.

Булдыҡлыны заман үҙ итә
Булдыҡлыны заман үҙ итә

Был ауылдарҙағы халыҡҡа сауҙа хеҙмәте күрһәтеүсе “Ерек” һәм “Фортуна” магазиндары ауыл кешеләренә генә түгел, район халҡына яҡшы таныш. Тәүгеһе – ике яҡлы универсаль сауҙа нөктәһе, бер яғында - аҙыҡ-түлек, икенсеһендә - төҙөлөш-хужалыҡ-көнкүреш тауарҙары, балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым, аяҡ кейемдәре лә, ғөмүмән, кәрәк-яраҡтың барыһы ла бар, икенсеһендә - аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙары менән сауҙа итәләр. Хәҙер улар һатып алыусыларҙың хөрмәтен ҡаҙанған, баҙар иҡтисады талаптарын һәйбәт белгән, үҙ аяҡтарында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар булып танылдылар.
Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан һатыусыларҙың үҙҙәрен күреп, шәхси эшҡыуар Илшат Ғөбәйҙулла улы Зәйнетдиновтың сауҙа нөктәләрендә бөтә эште алып барыусы, уның тормош иптәше Нурия Дамир ҡыҙы Зәйнетдинова менән яҡындан танышып һөйләшергә форсат булды.
- Беҙ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген 2016 йылда башлап, башта Красноусолда ҡуртымға алынған бинала һатыу иттек. Район үҙәге халҡын шәкәр, он, бойҙай, мал-тыуар, ҡош-ҡорт өсөн ҡатнаш аҙыҡ һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин иттек, заявкалар буйынса ла эшләнек. Әлбиттә, был эште лә туҡтатманыҡ, әле лә заявка буйынса халыҡҡа бойҙай, һоло, арпа, ҡатнаш аҙыҡ һатыу менән мәшғүлбеҙ. 2019 йылда Ерек ауылында “Ерек” магазинын төҙөп, сауҙа эшмәкәрлегенә ныҡлап тотоноп киттек, быйыл ноябрҙә биш йыл була. Был ике өлөштән тороп, бер нисә бүлекте үҙ эсенә алған универсаль магазиныбыҙҙан халыҡ өҙөлмәй. Беҙҙәге тауарҙарға ихтыяж ҙур, һатып алыусылар ҡәнәғәт. Табын ауылында иһә элекке магазин бинаһын һатып алып, ремонтлап, “Фортуна” аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ тауарҙарынан торған сауҙа нөктәһе булдырҙыҡ. Ҙур, иркен бинаның бер өлөшөндә быйыл ғинуарҙа ауыл кешеләре өсөн үтә лә кәрәкле булған парикмахерскаяны үҙ эсенә алған Матурлыҡ салонын астыҡ. Шулай итеп, ауылдарҙа эшһеҙлек сәскә атҡан мәлдә тиҫтәгә яҡын ҡатын-ҡыҙҙы эшле итеүгә өлгәштек. Һатыусыларға килгәндә, һәр ҡайһыһы тырыш, яуаплы, һатып алыусыларға иғтибарлылар, үҙ эштәрен яратып башҡаралар. Уларға эшләү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар булдырырға тырыштыҡ, - тип эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы Нурия Дамир ҡыҙы.
Магазиндарҙы ауылдар халҡы үҙ иткән, уларҙан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ассортименттары бик бай, даими яңыртып торола, аҙыҡ-түлек һәр ваҡыт яңы һәм сифатлы. Көн дә кәрәкле икмәк-ҡалас изделиеларының, ҡамыр ризыҡтарының йәнеңә теләгәнен һатып алырға була: улар Ҡырмыҫҡалы икмәк заводынан, Красноусолдан “ШЭ О.В.Борисова” (элекке “Фәйзуллин”) икмәкханаһынан килә. “Ерек” магазинында иһә ваҡ бәлеш, курниктар ҙа бешереп, һатыуға сығаралар, һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙалана. Һәр һатып алыусы үҙенә кәрәкле тауарҙы тапһын өсөн уның финанс мөмкинлеге генә түгел, ә зауығы ла иҫәпкә алына. Шунлыҡтан сауҙа нөктәләре кәштәләрендә көндәлек иң кәрәкле аҙыҡ-түлектән башлап кешеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй зауыҡлы тауарҙар ҙа үҙ урынын тапҡан. Магазиндарҙа хаҡтарҙың сағыштырмаса осһоҙораҡ булыуы ла һатып алыусыларҙы үҙенә йәлеп итә.
“Ерек” магазинының үҙәктә, оло юл өҫтөндә булыуы менән отошло, ауыл аша үткән юлаусылар ҙа был сауҙа нөктәһенә һуғылмай үтмәй, сөнки бында һәр ваҡыт ауылға ғына хас булған, әүәлгесә әсәйҙәрҙең рецебы буйынса бешерелгән иң тәмле Ҡырмыҫҡалы икмәген һәм үҙҙәре етештергән ваҡ бәлеш-курниктарҙы һатып алырға була.
Магазиндарға ингәндә ғәҙәттә тауар һатып алырҙан алда тәүҙә һатыусыларға иғтибар итәһең. Ул һине йылмайып, ихлас ҡаршы алып торһа, итәғәтле итеп хеҙмәтләндерһә, һәр ваҡыт был сауҙа нөктәһенә инергә һәм үҙеңә кәрәк-яраҡты тап унан һатып алырға тырышаһың. “Ерек” магазинының аҙыҡ-түлек бүлегендә Зөһрә Рахманғолова (Яугилденән йөрөп эшләй) менән Гөлназ Саттарова (Йөҙимән) алмашлап эшләйҙәр, уларҙың ярҙамсылары - Зилә Урманшина (Бәләкәй Үтәш) менән Рәйлә Ямғурова (Еҙем-Ҡаран), береһе ялда ваҡытта Роза Уразбахтинаны ваҡытлыса эшкә алғандар, хужалыҡ тауарҙары бүлегендә Лилиә Хәлилова (Ҡормантау) менән Рита Ишмөхәмәтова (Яугилде) бер-береһен алыштырып эшләй. “Фортуна” магазинында ике һатыусы: Марина Ноғайғолова менән Людмила Кириллова халыҡты хеҙмәтләндерә. Йәйге каникул мәлендә Зәйнетдиновтарҙың Өфө фән һәм технологиялар университетының клиник психология факультетының 1-се курсын тамамлап, ялға ҡайтҡан ҡыҙҙары Илзидә үҙҙәренең уң ҡулына, “Фортуна" һатыусыларының оло ярҙамсыһына әүерелә.
Зәйнетдиновтар аҙыҡ-түлек, көндәлек кәрәк-яраҡ, хужалыҡ тауарҙарын киң ассортиментта һатып алыусыға еткереү маҡсатында тәьмин итеүсе ойошма-предприятиелар менән бәйләнеште уңышлы яйға һалған, был йүнәлештәге эш даими иғтибар үҙәгендә. Кәрәк булғанда заявкалар буйынса үҙҙәре лә тауарға йөрөй. Заманса яҡшы хеҙмәтләндереү, бай тауар ассортименты, һатып алыусылар ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү – Зәйнетдиновтарҙың төп маҡсаты.
Тамырҙары менән Ерек ауылынан булған Зәйнетдиновтарҙың тағы ла бер матур һәм эшлекле сифаттарын билдәләй булмай: улар үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып, сауҙа итеп кенә ҡалмай, һәр йәһәттән бағыусылыҡ, хәйриә ярҙамы ла күрһәтәләр. Мосолман байрамдарында мәсетте ярҙамһыҙ ҡалдырмауҙарын, Ололар көнөндә өлкәндәргә бүләктәр таратыуҙарын әйтәһе лә түгел, хатта балаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайҙар, йәйге каникулдар мәлендә һәр айҙың 1-се көнөндә балаларҙы (ҡаланан да күпләп ялға ҡайталар) бушлай туңдырмалар менән һыйлауҙары үҙе ни тора! Яңы йыл байрамдарында барыһы ла отошло булған лотереялар ойоштороп, ауылдаштарының күңелен күрәләр.
Зәйнетдиновтар өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Иң өлкәне – 20 йәшлек улдары Солтан Өфө фән һәм технологиялар университетының прикладной математика факультетының 2-се курсын тамамлаған, уртансыһы – ҡыҙҙары Илзидәгә - 18, кесеһе Сабинаға – 12 йәш. Барыһы ла атай-әсәйҙәренең ҙур ярҙамсыһы.
Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткән булдыҡлы эшҡыуарҙар Нурия менән Илшат Зәйнетдиновтарҙы һәм сауҙа нөктәләре һатыусыларын Сауҙа хеҙмәткәрҙәре көнө менән тәбрикләп, эштәрендә уңыштар, сәләмәтлек, байрамса күтәренке кәйеф теләйбеҙ.

Булдыҡлыны заман үҙ итә
Булдыҡлыны заман үҙ итә
Булдыҡлыны заман үҙ итә
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: