+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июль , 09:50

Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде

Ҡормантау ауылында матур итеп донъя көтөп, күптәргә өлгө булып йәшәгән Нурия Абдулла ҡыҙы менән Ғәли Абдулла улы Ғиззәтуллиндар ғаиләһе 8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Рәсәй Президенты Указы нигеҙендә булдырылған “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде. Лайыҡлы матур парға был мәртәбәле награданы район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән тәбрикләп, изге теләктәр менән хакимиәттең социаль һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова тапшырҙы.

Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде
Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде

Ҡормантау ауылы егете Ғәли бар ғүмерен тыуған колхозына бағышлап, тракторсылар бригадиры, Бурлы ауылы ҡыҙы Нурия бухгалтер булып эшләп, күптән хаҡлы ялдалар. 1964 йылдың февралендә законлы никахҡа инеп, матур итеп йәшәп алып китәләр. Бөгөн улар яҙмыштарына рәхмәтле, бер-береһенә терәк-таяныс булып, татыулыҡта йәшәйҙәр. 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән Ғиззәтуллиндар мөхәббәт емештәре - биш улды (Раил, Рифҡәт, Миҙхәт, Әхмәт, Наил) бынамын тигән итеп тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарған. Өлкәндәре ғаиләләре менән Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәһә, өсәүһе ауылда төпләнгән. 13 ейән-ейәнсәрҙәрен, өс бүлә-бүләсәрҙәрен ҡәҙерләп-һөйөп кенә тора улар. Бөгөн улдарының иң кесеһе - Наил, килендәре Ләйсән, ейәнсәрҙәре Аделина, Эмилия, Йәсминә менән бергә төп йортта бәхетле ҡартлыҡтарын кисереп, ғүмер йомғағын һүтәләр. Был көн Ғиззәтуллиндар өсөн икеләтә һөйөнөслө булды: быйыл бергә йәшәүҙәренең 60 йыллығын – гәүһәр (бриллиант) туйҙарын билдәләүсе ғаилә булараҡ, ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Сәйфуллина уларға республика Башлығы Р.Ф.Хәбировтың Ҡотлауын һәм иҫтәлекле бүләген тапшырып, изге теләктәрен еткерҙе.
- Беҙҙе ошолай ҙурлаған кеүек, үҙегеҙ ҙә ҙурлауҙарға лайыҡ булығыҙ, - тип оҙатып ҡалды улар беҙҙе.
Һоҡланғыс, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғүмер юлы үткән Ғиззәтуллиндарҙы мәртәбәле бүләктәр алыуҙары менән тәбрикләйбеҙ, киләсәктә лә һаулыҡ-именлектә, балалар ҡәҙер-хөрмәтендә, ауылдаштар ихтирамында, арымай-талмай, тиңлектә-тигеҙлектә ғүмер йомғағын һүтергә яҙһын.

Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде
Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде
Гәүһәр туйға еткәндә 60 йыл татыу ғүмер кисергән Ғиззәтуллиндар “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнде
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: