Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Тимкә ауылы янында “Рәхәттә” һаулыҡ һәм туризм фестивале барышында ғаилә инклюзив турҙары һәм башҡалар тураһында һөйләшеү булды. “Кәртәләрҙе емереп” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте етәксеһе Алина Хәбирова ойошма эше тураһында һөйләне.
“Кәртәләрҙе емереп” үҙәге директоры Алина Хәбирова 2018 йылдан һуҡыр һәм насар күргән балалар өсөн тактиль стеналар һәм юлдар етештереү менән шөғөлләнеүҙәре хаҡында һөйләне. Белеүебеҙсә, Өфөнөң һуҡырҙар өсөн 28-се коррекция мәктәп-интернатында туғыҙ метр оҙонлоҡтағы тәүге стена ҡуйылған. Уларҙы шарап бөкөһөнән, төймәләрҙән, туңдырма һәм башҡа ҙур булмаған әйберҙәр өсөн таяҡсаларҙан яһайҙар. Алина Хәбирова билдәләүенсә, тактиль әйберҙәр - ул донъяны ҡул менән танып белеүҙең яҡшы ысулы.
Быйыл – Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәргә сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы. Тәбиғәтебеҙ бик матур һәм уны бөтә граждандарға, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә күрһәтергә теләйбеҙ. Ошондай мәсьәләләр ҡаралды бөгөн сарала. “Сикһеҙ сәйәхәт”, “Башҡортостан буйынса инклюзив турҙар” темалары ла бөгөн көнүҙәк.
“Минең менән йөрө” проектына ярашлы, теләге булған һәр кем һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булған баланы саф һауаға, шулай уҡ театрға, кино залына алып бара ала. Республика йәшәүселәр үҙҙәрелә ярҙам итергә, мәҫәлән, вокал буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрергә мөмкин. Бының өсөн айға, ярты йылға бер тапҡыр буш булған ике сәғәт ваҡыт етә.
“Һәр кем ярҙам итә ала” проекты мотлаҡ аҡсалата булышлыҡ итеүҙе күҙалламай, белем менән уртаҡлашырға була, автоирекмән булырға мөмкин. Шулай итеп, һәр кем балалар тормошон мауыҡтырғыс итеүҙә булышлыҡ итә ала.
Автор фотолары.
Автор:Айһылыу Низамова