-Белорет районында бер нисә көн эсендә айлыҡ яуым–төшөм нормаһының 300 проценты, Учалы районында 370 проценты яуған.
-Июль ташҡынынан зыян күргән Урал Аръяғы райондары башлыҡтары Радий Хәбировтан зыян күргән инфраструктураны тергеҙеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Төбәк башлығы хөкүмәткә ике аҙна эсендә эштәр исемлеген төҙөргә һәм финанслауҙы билдәләргә ҡушты. Шулай уҡ зыян күргән ғаиләләргә, айырыуса аҙ тәьмин ителгәндәргә, матди ярҙам күрһәтеү бурысы йөкмәтелде.
-Башҡортостан башлығы МХО яугирҙәренә рухи ярҙамды көсәйтергә саҡырҙы. Республика халҡы ғибәҙәтханаларҙа һәм мәсеттәрҙә билдәле бер ваҡыт бүлеүҙәрен һорай, яҡындары килеп, Ватанды һаҡлаусыларҙың һаулығы өсөн доға ҡыла ала. Башҡортостан ғибәҙәтханалары Үҙәк хәрби округы хәрбиҙәре өсөн доға ҡылыу расписаниеһын төҙөйәсәк, шулай итеп, яугирҙарҙың туғандары ҡасан доға ҡылырға мөмкинлеген аныҡ белә аласаҡ.
-Был аҙнала Сәләмәтлек поездары Саҡмағош, Нуриман, Балаҡатай, Көйөргәҙе, Федоровка, Балтас, Асҡын, Бишбүләк һәм Баймаҡ райондарына килә. Апрелдән алып табиптар 119 289 тикшереү үткәргән.
-Радий Хәбиров «Геройҙар дәүере» президент программаһы буйынса Белорет районынан МХО-ла ҡатнашыусы өсөн остаз булды. Бөгөн Башлыҡ Үҙәнбаш ауылында тыуып үҫкән Оскар Ситдиҡовҡа Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
-Красный Луч мэрияһы Радий Хәбировҡа Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы өсөн экспонат — «Максим»пулеметына пулемет таҫмаһы өсөн ҡумта бүләк итте.
-Радий Хәбиров Нефтекамалағы яңы офтальмология бүлеген ҡорамалдар һәм кадрҙар менән тулыландырырға ҡушты.
-"Ҡомһоҙланмағыҙ": төбәк башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына Ейәнсура районы үҙәгендәге ихатаны «Башҡорт ихаталары» программаһына индерергә ҡушты.
-Быйыл Башҡортостан мәктәптәрен капиталь ремонтлауға федераль бюджеттан 1,48 миллиард һум һәм БР бюджетынан 282,6 миллион һум бүленде. Хәҙер 31 мәктәп бинаһы (25 ике йыллыҡ цикллы һәм 6 бер йыллыҡ цикллы бина) комплекслы ремонтлана һәм уҡытыу саралары менән йыһазландырыла. Ремонт эштәренең төп күләме – 2024 йылдың 1 сентябренә тиклем, ә тулы күләме 20 декабргә тиклем тамамланасаҡ.
-Башҡортостан 2025-2027 йылдарҙа мәктәптәрҙе ремонтлауға, шулай уҡ 2026-2027 йылдарҙа ике йыллыҡ осорға өҫтәмә ғариза бирҙе. Был осорҙа бөтәһе 360 бинаны ремонтлау планлаштырыла.
-МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса эш бер үк ваҡытта бөтә йүнәлештәр буйынса алып барыла. Мәҫәлән, балалар баҡсаларына 5396 бала бушлай йөрөй, 5-11 класс уҡыусылары һәм колледж студенттары - бөтәһе 6692 бала бушлай туҡлана, 2629 бала балалар лагерҙарында ял итә, 4336 бала түңәрәктәргә бушлай йөрөй, 1519 бала шифахана-курорт дауалауын ала. Бынан тыш, шифаханалар 3859 махсус операция ҡатнашыусыһын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә.
-Башҡортостан Рәсәйҙең ете төбәге иҫәбенә инә - күп профилле стационар шарттарында гериатрия кабинеттарын ойоштороу буйынса пилот проектында ҡатнашыусылар. 14 дауаханала ошондай кабинеттар асыласаҡ.