Башҡортостанда физик культураны һәм күмәк спортты популярлаштырыу сәләмәт йәмғиәт формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреүҙә мөһим әһәмиәткә эйә. Төбәктә спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә, был төбәк халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттыра. Балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү мәсьәләһе Башҡортостан етәкселегенең айырыуса контроле аҫтында тора, был төбәктең спорт сәйәсәтендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы йылдарҙа балаларҙың һәм йәштәрҙең спорт менән шөғөлләнеүгә ҡыҙыҡһыныуын дәртләндереү һәм талантлы спортсыларға ярҙам итеү өсөн бик күп саралар күрелә. Был йүнәлештәге мөһим программаларҙың береһе - «Башҡортостандың Спорт мәктәбе»программаһы. Ул 6-18 йәшлек балаларға махсус учреждениеларҙа спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Был программа сиктәрендә йәш спортсыларҙы уҡытыу һәм күнекмәләр үткәреү, шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү өсөн шарттар булдырылған.
Шулай уҡ республикала балалар һәм йәштәр өсөн күмәк спорт саралары һәм ярыштары үтә. Бындай саралар балаларға үҙҙәренең спорт һәләттәрен күрһәтергә, ярыштарҙа тәжрибә тупларға һәм артабанғы үҫеш өсөн мотивация алырға мөмкинлек бирә. Төбәктә балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереүҙең мөһим аспекты булып талантлы спортсыларға ярҙам итеү тора. Башҡортостанда бик күп спорт академиялары һәм үҙәктәре бар, унда йәш спортсылар профессиональ белем ала һәм тәжрибәле тренерҙар етәкселегендә күнекмәләр үтә ала. Шулай уҡ халыҡ-ара кимәлдә эшләгән спортсылар өсөн дәүләт һәм төбәк финанс ярҙамы программалары ҡаралған.
Ғафури
районы етәкселеге лә спортҡа етди иғтибар бүлә, бының дәлиле булып урындағы спортсыларҙың төрлө кимәлдәге ярыштарҙа һәм турнирҙарҙа күп һанлы еңеүҙәре тора. Беҙҙең йәш спортсылар араһында БР Спорт министрлығы стипендиаттары ла бар.
Уларҙың береһе - Красноусол ауылы “Лион” спорт көрәше академияһы тәрбиәләнеүсеһе Алмаз Әхмәтйәнов. Малай ай һайын 12 мең һум стипендия ала. Алмаз бөгөнгө көндә грепплинг спорт көрәше буйынса Рәсәй Федерацияһы Беренселегенең бронза призеры. Был титулды ул 2023 йылда Суздаль ҡалаһында яулай. Был еңеүҙән тыш, спортсының шәхси һәм команда тупланмаһында төрлө кимәлдәге күп ҡаҙаныштары бар, һәм был уның спорт юлының башы ғына әле.
«Лион» көрәш академияһының тағы ике йәш тәрбиәләнеүсеһе, Владислава Рогожина һәм Иршат Әбделмәнов, 2025 йылда БР Спорт министрлығы стипендияһын ала башлаясаҡ.
Ике Ғафури көрәшсеһе лә Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инде һәм 6-8 июлдә Мәскәү өлкәһенең Люберцы ҡалаһында уҙған грепплинг спорт көрәше буйынса ил Беренселегендә ҡатнашты. Был күләмле турнирҙа призлы урындар өсөн бөтә Рәсәйҙән 1400-гә яҡын көслө спортсы көрәшә. Ярыштар йомғаҡтары буйынса беҙҙең спортсылар юғары әҙерлек кимәлен һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте: Владислава Рогожина өсөнсө, ә Әбделмаәнов 2-се урын алды, шуның менән Ҡаҙағстан Республикаһы Астанала үтәсәк сираттағы донъя Беренселегенә барыу мөмкинлеген алдылар. Красноусол көрәш академияһы тренеры һәм йәш стипендиаттарҙың остазы Тетан Ягодкин, әйткәндәй, ирекле көрәш буйынса спорт мастеры, ирекле көрәш буйынса Европаның көмөш призеры, ирекле көрәш буйынса Урта Азия чемпионы, Бразилия джиу джитсуһы буйынса Budo Fight Бөтә Рәсәй турниры чемпионы, AGP халыҡ-ара турниры призеры титулына эйә грэпплинг спорт көрәше буйынса турнирҙар призеры һәм чемпионы редакция менән тәрбиәләнеүселәренең еңеүҙәре тураһында фекерҙәре менән уртаҡлаша:
- Тәрбиәләнеүселәремдең уңыштарына бик шатмын! Балалар күнекмәләрҙә ныҡышмалы эшләй, ә ярыштарҙа еңеү өсөн бар көстәрен һала. Республика командаһы составында улар районыбыҙҙың ғына түгел, бөтә төбәктең намыҫын яҡланы. Республиканың Спорт министрлығы стипендияларына килгәндә, улар өсөн, һис шикһеҙ, киләсәктә көрәш менән етди шөғөлләнеү, танылған дәғүәселәрҙе еңеп, яңы-яңы үрҙәр яулау өсөн ҙур мотивация һәм стимул булып тора. Әммә, минеңсә, һәр спортсы өсөн был үҙенең ҙур еңеүҙәренә бонус ҡына булырға тейеш, - тип билдәләне Т.Ягодкин. - Радий Хәбиров етәкселегендәге республика етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Спортҡа, бигерәк тә балаларға ҙур иғтибар бирелә. Күнекмәләр, спортсыларҙы үҫтереү, уларға ярҙам итеү өсөн бик яҡшы шарттар булдырыла. Барыбыҙ ҙа республикала яңы спорт объекттары, стадиондар төҙөлөүен, тренажер залдары тулыланыуын һәм башҡаларҙы күрәбеҙ. Беҙгә, тренерҙарға, һәләтле балаларҙы табырға, өйрәтергә, уларҙы төрлө турнирҙарға сығарырға кәрәк. Ә балалар спортты яратырға, күнекмәләргә йөрөргә, үҙ өҫтөндә эшләргә һәм үҙ алдына маҡсаттар ҡуйырға тейеш.