-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Июль , 19:25

Ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә

Ағымдағы йыл  илдә Рәсәй Президенты В.Путин Указы менән  Ғаилә йылы тип иғлан ителде.  Был ҡарар  ғаиләләрҙе яҡлау һәм  һәм традицион  ғаилә ҡиммәттәрен  һаҡлау өлкәһендәге  сәйәсәтте популярлаштырыу  маҡсатында ҡабул ителде.

Ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә
Ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә

Был йүнәлеш республикабыҙҙа ла өҫтөнлөклө булып ҡала.  Балалы ғаиләләр  халыҡтын артыуын  тәьмин итеүҙә  мөһим роль уйнай һәм  тотороҡло, сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Ғаиләләр  яуаплы, эшһөйәр һәм патриотик рухлы  граждандар  булып үҫкән балалар тәрбиәләй. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу , балалар һәм ата-әсәләр өсөн  уңайлы шарттар булдырыу өсөн республика  ғаилә институтына  комплекслы ярҙам күрһәтеү буйынса маҡсатлы сәйәсәт алып бара.

Республикабыҙҙа  ғаиләләр хаҡында  төрлө форматтарҙа  даими хәстәрлек күрелә. Шартлы рәүештә уларҙы  бер нисә йүнәлешкә бүлергә мөмкин: түләүҙәр, пособиелар һәм  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программалары (льготалы ипотека һәм торлаҡ түләүҙәре) һәм  башҡалар.

Был йүнәлештә районыбыҙҙа ла эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Күп балалы байтаҡ ғаиләләргә ер участкаһы урынына  торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға бер тапҡыр бирелеүсе  аҡсалата түләүгә сертификаттар тапшырылды һәм дауам итә.  Әйткәндәй,  был аҡсаны ер, йорт һатып алыуға йәки булмаһа йорт төҙөүгә тотонорға була. Шулай уҡ  ғаиләләргә торлаҡ шарттарын  яҡшыртыуға социаль түләүҙәргә  сертификаттар тапшырыла. Районыбыҙ шулай уҡ  йәш ғаиләләрҙе  торлаҡ менән тәьмин итеү  төбәк проектында ла ҡатнаша. Был проектта йәштәргә  торлаҡ хаҡының 35 процентына тиклем кире ҡайтарылмай торған  дәүләт субсидияһы  биреү ҡаралған. Был социаль түләүҙе  торлаҡ  һатып алыуға, шул иҫәптән икенсел баҙарҙа, йорт төҙөүгә , ипотеканы ҡаплатыуға, өлөшләтә торлак төҙөлөшөндә  ҡатнашыуға тотонорға була.

Күптән түгел  район хакимиәтендә  күп балалы  өс  ғаиләгә ер участкаһы урынына торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға  аҡсалата түләүгә таныҡлыҡ тапшырылды.  Район хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙов уларға  ғаилә   именлеге, бәхет теләне.

-Районыбыҙҙа күберәк ғаиләләр балыҡҡа килеп, сабыйҙар күберәк донъяға килһен ине. Бөгөн дәүләтебеҙ  әсәлекте һәм балалыҡты финанс һәм социаль йәһәттән  яҡлау буйынса федераль һәм төбәк кимәлендә  етди саралар күрә,- тине Фәнзил Фәйез улы таныҡлыҡҡа эйә булыусыларҙы тәбрикләп.

Дәүләт ярҙамы алыусы башҡа  ғаиләләр  тураһында район хакимиәтенең  капиталь төҙөлөш һәм йәшәү тәьминәте бүлегенең  йәшәү тәьминәте баш белгесе Глүзә Ардаширова  һөйләп үтте.

- Ағымдағы йылдың 6 айында  Рәсәй Федерацияһының “ РФ граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм  торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү”  ведомстволы  маҡсатлы  программа буйынса -  бер,  2005 йылдың 1  ғинуарынан һуң  торлаҡҡа мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйылған  инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән  ғаиләләрҙе  торлаҡ менән тәьмин  итеү буйынса  дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашырыу  сиктәрендә  бер сертификат тапшырылды.  Бынан тыш  атай-әсәйһеҙ етем  ҡалған  балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү  программаһына ярашлы 15 торлаҡҡа документ бирелде. Бәлиғ булмаған өс  һәм күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә  ер участкаһы урынына  торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә  34 таныҡлыҡ тапшырылды.  Бөтә был сараларҙың маҡсаты -  йәш ғаиләләргә торлаҡ мәсьләһен хәл итеүҙә, мохтаждарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа ярҙам итеү. Районыбыҙҙа балалар үҫтергән бәхетле ғаиләләр ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ, һәйбәтерәк бит, - ти Глүзә Фәрит ҡыҙы.

Шуныһы ҡыуаныслы, сабыйы тыуған һәр ғаилә матди хәленә, балалар һанына ҡарамаҫтан   дәүләт тарафынан матди ярҙамға иҫәп тота ала. Күп балалы, әҙ килемле ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид бала тәрбиәләүселәргә айырым өҫтөнлөктәр ҡаралған, пособиелар түләнә. Быларҙың барыһы ла хөкүмәтебеҙҙең  ғаилә именлеге,  һәр ғаиләнең, һәр баланың үҫеше өсөн  уңайлы шарттар булдырырға тырышыуы тураһында  һөйләй.

 

 

Радий Хәбиров: “Беҙҙе республикалағы демографик хәл бик борсой. Был иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе. Күп балалыҡ  һәр ваҡыт Башҡортостан биләмәһендә  йәшәгән  күп һанлы халыҡтарҙың бер һыҙаты булып торҙо. Әйҙәгеҙ, ошо традицияны һаҡлайыҡ. Үҙ сиратымда Башҡортостан Хөкүмәте  балаларығыҙҙы уңайлы  шарттарҙа тәрбиәләү өсөн даими  һәм эҙмә-эҙлекле шарттар булдырасаҡ, тип әйтергә теләйем. Яңы, яҡты мәктәптәр һәм балалар баҡсалары етерлек күләмдә булһын өсөн,  балалар яҡшы  спорт һәм уйын майҙансыҡтарында уйнай алһын өсөн. Улар сәләмәт, ҡыҙыҡһыныусан  кешеләр булып үҫһен, үҙебеҙҙең  юғары уҡыу йорттарына  уҡырға инһен, эш тапһын һәм үҙ ғаиләләрен булдырһын өсөн.”

 

Ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә
Ғаиләләргә ярҙам күрһәтелә
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: