-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август , 14:09

Батырлыҡ үлемһеҙ

2023 йылдың 30 сентябрендә махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған Илшат Харисов үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнде.

Батырлыҡ үлемһеҙ
Батырлыҡ үлемһеҙ

Ошо көндәрҙә Өфөлә ҡаһарман яугирҙың ата-әсәһе Рәйфә Фаат ҡыҙы менән Рәфис Исмәғзәм улы Харисовтарға тантаналы шарттарҙа махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған улдары Илшаттың Батырлыҡ ордены тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы республиканың Хәрби дан музейында үтте. Сарала һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары, Өфө ҡалаһының Калинин һәм Орджоникидзе райондары хәрби комиссариаты, Орджоникидзе районы хакимиәте вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты.
Башта сараға йыйылыусылар батырҙар иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
- Ватаныбыҙ ярҙам һорап оран һалғас, батыр улдарыбыҙ ҡаһарман атай-олатайҙары эшен дауам итеп, илебеҙ һағына баҫты. Ысын ҡаһармандар араһында беҙҙең дә яҡташтарыбыҙ бик күп. Беҙ улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ һәм үҙенең хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һәр яугирҙың яҡты иҫтәлеген оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Илшат Харисов, Рөстәм Хәбибуллин һәм Владимир Сысуев та илебеҙ именлеген һаҡлап һәләк булған геройҙар. Бөгөн тап ошо геройҙарҙың яҡындарына хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн юғары дәүләт наградаларын тапшырабыҙ,- тине Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Рөстәм Хәмитов.
Афғанстан һәм МХО ветерандарының Рәсәй союзы рәйесе, Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Дмитрий Глушко үҙенең сығышында: “Егеттәр Ватаныбыҙ именлеге, халҡыбыҙ, үҫеп килеүсе йәш быуындың яҡты киләсәге өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан итте”,- тип билдәләне.
- Һәр быуындың үҙ һуғышы. Беҙ әле республикабыҙҙың данлы хәрби юлы тулыһынса сағылыш тапҡан Хәрби дан музейындабыҙ һәм тарихтың яңы биттәрен асабыҙ. Һеҙҙең яҡындарығыҙ – атайҙарығыҙ, ирҙәрегеҙ, улдарығыҙҙың исемдәре лә Ватан һаҡсылары булып мәңгелеккә музейҙа ҡаласаҡ. Уларҙың ҡаһарманлығы илебеҙ тарихында, халыҡ хәтерендә һаҡланасаҡ, - тине Дмитрий Глушко.
Күптән түгел яугирҙың атай-әсәһе редакциябыҙҙа булып, батыр улдары тураһындағы хәтирәләре, юғары награда тапшырыу тантанаһы тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡатыным Рәйфә Фаат ҡыҙы менән улыбыҙҙың юғары наградаһын тапшырыу тантанаһында атаһының орденын улы Ислам ҡабул итеп алырға тейеш тигән ҡарарға килеп, сараға Илшаттың балалары – улы Ислам менән ҡыҙы Хәҙисәне лә алып барҙыҡ һәм дөрөҫ эшләнек тип уйлайым, - ти Рәфис Исмәғзәм улы. – Илшатҡа килгәндә инде, уның тураһында күп һөйләргә була. Ул беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм һәйбәт ул, ғаиләһендә һөйөклө ир һәм хәстәрлекле атай, бик тә алсаҡ, ярҙамсыл, изге күңелле, яуаплы, ғәҙел һәм талапсан, ҡыйыу һәм тәүәккәл кеше булды. Илшат алғы һыҙыҡта булған дуҫтарына ярҙамға тип контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә намыҫ ҡушыуы буйынса үҙ теләге менән китте. Офицер булып хеҙмәт итте, офицер составына аттестация үтеп, лейтенант званиеһы алды. Хәрби операция биләмәһендә мотоуҡсылар бригадаһының уҡсылар взводы командиры булды...
Яҡын кешеңде юғалтыу ҡайғыһын һүҙҙәр менән еңеләйтеп тә, йыуатып та булмай. Яҡындары Илшат Рәфис улы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән беҙ барыбыҙ ҙа ғорурланабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

Батырлыҡ үлемһеҙ
Батырлыҡ үлемһеҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: