-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Август , 14:04

Буласаҡ пенсияға нисек өҫтәмә алырға

2024 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән һаҡлыҡ саралары программаһы эшләй башланы. Унда илдең 18 йәше тулған бөтә граждандары ҡатнаша ала. Программа киләсәктә, мәҫәлән, пенсияға сыҡҡас йәки берәй төрлө ауыр тормош хәлендә ҡалғанда ҡулланыу өсөн аҡса йыйырға булышлыҡ итә. Тупланмаға дәүләт үҙенән өҫтәмә лә ҡушып бара. Башҡортостандың Милли банкы белгестәре менән берлектә программаның үҙенсәлектәрен асыҡланыҡ

Буласаҡ пенсияға нисек өҫтәмә алырға
Буласаҡ пенсияға нисек өҫтәмә алырға

Төп асыл нимәлә?
Яңы программаның асылы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем кеше өҫтәмә килем йәки финанс хәүефһеҙлеге мендәре булдырһын тигән теләккә ҡайтып ҡала. Был уға ауыр тормош хәлендә ҡалғанда (мәҫәлән, ғаиләнең төп туйындырыусыһын юғалтҡанда, ҡиммәтле дауаланыу кәрәк булғанда) ярҙам итәсәк.
Шулай итеп, тәү сиратта һеҙ программаға ҡушылған Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды (НПФ) менән оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән һаҡлыҡ килешеүе төҙөйһөгөҙ һәм иғәнә индерә башлайһығыҙ. Күләмгә һәм даимилыҡҡа талап юҡ, иҫәбегеҙгә ҡасан, күпме аҡса һалыуҙы үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.
Дәүләт күпме ҡушып бирә?
Әгәр йылына ике мең һумдан күберәк сумма индерһәгеҙ, дәүләттән өҫтәмә аласаҡһығыҙ. Мәҫәлән, уртаса айлыҡ килемегеҙ 80 мең һумдан артмаһа, өҫтәмәнең нисбәте 1:1 буласаҡ. Йәғни дәүләт бер һум өсөн тағы бер һум өҫтәй, ул оҙайлы һаҡлыҡ программаһы (ПДС) иҫәбенә күсерелә. 10 мең һум һалһағыҙ, иҫәбегеҙҙә 20 мең һум буласаҡ. Әммә дәүләт өҫтәмәһе йылына 36 мең һумдан арта алмай. Шуға күрә иң юғары күләмдәге өҫтәмәне алырға теләһәгеҙ, ошо сумманан да кәм һалмағыҙ. Күберәк тә күсереп барырға мөмкин, ләкин дәүләттең өҫтәмәһе 36 мең һумдан күп булмаясаҡ. Мәҫәлән, һеҙ 50 мең һум һалдығыҙ, ти: 50+36=86 мең һум.
Әгәр эш хаҡығыҙ 80 мең һумдан 150 меңгәсә булһа, нисбәт 1:2-гә үҙгәрә, йәғни һеҙ һалған 2 һумға дәүләт 1 һум өҫтәй. Килем 150 мең һумдан артһа, коэффициент – 1:4.
Дәүләт оҙайлы һаҡлыҡ программаһына ярашлы асылған иҫәпкә тәүге иғәнә һалынғандан һуң ун йыл дауамында өҫтәмә аҡса түләп барасаҡ.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды минең аҡсаны нимә эшләтә?
Һеҙҙән һәм дәүләттән килгән аҡсаны инфляциянан һаҡлау һәм арттырыу маҡсатында фонд инвестициялаясаҡ. Күберәк килем алыу өсөн уны ҡайҙа ебәрергә икәнде ул үҙе хәл итә. Әгәр инвестицияға уңышһыҙ һалып, зыян күрһә, фонд шәхси иҫәбенә һеҙҙең аҡсаны кире ҡайтарырға тейеш.
Программа эшләгән осорҙа аҡсағыҙҙы бер фондтан икенсеһенә күсерә алаһығыҙ, әммә улар Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондын алмаштырырға теләү тураһында ғариза яҙғандан һуң биш йыл үткәс кенә яңы фондҡа күсәсәк. Береһе насар эшләһә, икенсеһен һайлар өсөн бер юлы бер нисә фонд менән килешеү төҙөргә мөмкин.
Ниндәй гарантиялар бар?
Программаға ярашлы аҡса күсергән осорҙа фонд банкротҡа әйләнһә, Һаҡлыҡ аҡсаһын страховкалау буйынса дәүләт агентлығы һеҙгә компенсация түләйәсәк. Дәүләт 2,8 миллион һумға тиклем суммалағы иғәнәләрҙе һәм уларҙы инвестициялауҙан алынған килемдең һаҡланыуын гарантиялай. Шулай уҡ программаға ярашлы дәүләттән алған өҫтәмә, пенсия тупланмаһы һәм инвесткилем тулыһынса кире ҡайтарыла. Әгәр тупланған аҡса страховка суммаһынан күберәк булһа, фондтың юҡҡа сығыуын көтөргә тура киләсәк. Был тиҙ башҡарылған эш түгел. Шуға күрә тупланмағыҙ 2,8 миллион һумдан арта икән, уны төрлө фондтарға бүлеп һалыу отошлораҡ.
Әгәр фонд һеҙ даими түләү ала башлағандан һуң банкрот булһа, түләү туҡталмаясаҡ, ул икенсе фондтан килә башлаясаҡ. Ғариза яҙырға кәрәкмәй, Һаҡлыҡ аҡсаһын страховкалау буйынса дәүләт агентлығы яңы фондтың атамаһын һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәрен үҙе хәбәр итәсәк.
Килем ҡайтармаһы тейешме?
Программаға ярашлы һалған иғәнә өсөн 13 процентҡа тиң һалым ҡайтармаһы ала алаһығыҙ, әммә ул йылына 52 мең һумдан арта алмай. Әгәр килемегеҙ 5 миллион һумдан артһа, һалым ҡайтармаһы 15 процент тәшкил итәсәк, тик был осраҡта ла йылына 60 мең һумдан күберәк була алмай.
Түләүҙәрҙе ҡасан алып була?
Түләү тәртибе Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды менән килешеү нигеҙендә билдәләнә. Уны һеҙ килешеү төҙөгәндән һуң 15 йыл үткәс йәки ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәштән һуң ала башлай. Бында ике шарттың ҡайһыһы тәү сиратта етеүенә бәйле. Әгәр тупланманы ваҡытынан алдараҡ алырға теләһәгеҙ, үкенескә ҡаршы, бөтә бонустар юҡҡа сыға. Тупланманы һәм өҫтәмә килемде юғалтмайынса ике осраҡта – ауыр сиргә тарығанда йәки ғаиләнең төп туйындырыусыһы булған кешене юғалтҡанда ғына алып була.
Тупланманы ғүмер буйына бүлеп алырға мөмкин (был осраҡта фонд көтөлгән ғүмер оҙайлығы күрһәткесенә ҡарап айлыҡ түләү суммаһын билдәләй), айырым ваҡыт арауығын, мәҫәлән, 10 йыл тип һайларға була. Әгәр тупланма ҙур булмаһа, бөтә сумманы бер юлы алырға ла рөхсәт ителә.
Тупланма мираҫ буйынса күсәме?
Әгәр кеше иғәнә индереп кенә барған булһа, программаға ярашлы тупланған барлыҡ аҡса килешеүҙә күрһәтелгән вариҫына бирелә. Был осраҡта ул кешенең туғаның, яҡының булыуы мотлаҡ та түгел. Әгәр программала ҡатнашыусы фондтан түләү ала башлаған булһа, ул һайлаған түләү осоро мөһим роль уйнай. Билдәле ваҡыт күрһәтелһә, ҡалған сумма вариҫҡа күсерелә. Ә инде кеше бөтә ғүмере дауамында түләү алыу вариантын һайлаһа, тупланма мираҫ булараҡ бер кемгә лә бирелмәй.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Әгәр 2002 йылдан 2014 йылға тиклем эшләһәгеҙ, һеҙҙең пенсия тупланмағыҙ бар. Ул – буласаҡ пенсияның бер өлөшө һәм Рәсәй Социаль фондында йәки Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондында шәхси пенсия иҫәбегеҙҙә ята. Уны ла оҙайлы һаҡлыҡ программаһына күсерергә мөмкин.

Буласаҡ пенсияға нисек өҫтәмә алырға
Буласаҡ пенсияға нисек өҫтәмә алырға
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: