Айлыҡ барышында кеше ғүмеренә, һаулығына һәм уларҙың мөлкәтенә, тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү хәүефен профилактикалауға йүнәлтелгән саралар ойоштороласаҡ, техниканы тикшергәндә уларҙың агрегаттарының теркәү мәғлүмәттәренә тап килеүенә, машиналарҙы теркәү ҡағиҙәләре күҙәтелеүенә, техник тикшереүҙе ваҡытында үтеүгә, тейешле рөхсәт категориялы тракторсы-машинист таныҡлығы булыуға айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк.
“Трактор” айлығы БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ, БР Урман хужалығы министрлығы, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә үткәреләсәк.
Сергей ЛУКИН,
Гостехнадзор буйынса БР Дәүләт комитетының Ғафури районындағы секторы мөдире.