+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август , 11:00

Тағы ла ике турбаза буласаҡ

Районыбыҙҙа туризмды үҫтереү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә ыңғай үҙгәрештәр күп булды.

Имәндәш ауылы эргәһендә, Еҙем буйында урынлашҡан “Башҡортостан йөрәге” этно-туристик комплексы районыбыҙҙың сағыу бер биҙәге һәм бренды булып тора. Бынан тыш "Һарыташ", “Урманда автобус”, "LIPA DA IVA" глэмпингтары һәм башҡалар барлыҡҡа килде. Ә инде электән эшләп килгән “Табын”, “Толпар” “Марвай” һәм башҡа туристик базалар сервистың кимәлен һәм хеҙмәттәр төрөн камиллаштыра, яҡшырта.
Беҙҙәге уникаль тәбиғәт биләмәнең социаль-иҡтисади үҫешендә ҡеүәтле факторҙарҙың береһе була ала. Ра-йон етәкселеге лә быны яҡшы аңлай һәм төрлө йүнәлештә, шул иҫәптән туризм өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар менән аҙна һайын үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә был мәсьәләгә ҡағылышлы һорауҙар ҙа даими ҡарала.
Үткән айҙа булған ошондай кәңәшмәләрҙең береһендә ҡыҙыҡлы ике инвестпроект ҡаралған. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов әйтеүенсә, уларҙың береһе Юрмаш ауылы эргәһендә ял базаһы төҙөлөшөн күҙ уңында тотһа, икенсеһе - Аҡкүл күле буйында парк-отель төҙөү.
- Эшҡыуарҙарҙың заманса тенденциялар индерергә ынтылып, туристарға ял итеү һәм күңел асыу өсөн “А-фрейм” каркаслы йорттар, һыулы киҫмәк(чан) менән урыҫ мунсаһы, SUP- туризм, экологик "яланаяҡлы” һуҡмаҡ, саңғы маршруттары, этник туризм һәм башҡа бик күп яңы мөмкинлектәр тәҡдим итеүҙәре һөйөнөслө. Әгәр был проекттар уңышлы ғына тормошҡа ашырылһа, районда урындағы халыҡ өсөн 15 яңы эш урыны буласаҡ, - тип билдәләне Фәнзил Фәйез улы.
Туризмды үҫтереү – район һәм республиканың киләсәгенә инвестициялар булып тора. Был өлкәлә яңынан-яңы хеҙмәттәр, объекттар тағы ла артһын, тиергә генә ҡала.
М.Мырҙаянова.

 

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа туризмды, бигерәк тә эске туризмды үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Республикабыҙ - тәбиғәтенең матурлығы менән туристар ағымын үҙенә йәлеп итеүсе төбәктәрҙең береһе. Росстат мәғлүмәттәренән күренеүенсә, үткән йылдың 11 айында ғына ла республикабыҙға 2 млн.-дан ашыу кеше килгән һәм был һан артҡандан-арта бара.
“Башҡортостанда 2023-2024 йылдарҙа туризмды үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күләме 1,4 млрд һум тәшкил итеп, уның төп өлөшө федераль бюджеттан буласаҡ. Бынан тыш был өлкәне үҫтереүгә инвесторҙар 2,1 млрд һум үҙ аҡсаһын һалды. Башҡортостандың ғәжәйеп, гүзәл тәбиғәтен күберәк кешеләр күрһен. Шунлыҡтан беҙҙең өсөн туристик инфраструктураны үҫтереү мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора,”- тип билдәләгәйне республика башлығы Р. Хәбиров.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: