+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август , 16:19

Батыр ир-егетебеҙ

Тыуған ил именлеге, яҡты киләсәк, Еңеү өсөн бөгөн күп ир-егеттәребеҙ Ватан һағына баҫҡан. Үҙ ғүмерҙәрен үлем ҡурҡынысы аҫтында тотоп, ил һаҡлаған ир-егеттәребеҙ оло ихтирамға лайыҡ. Күптән түгел Ҡотлоғужа ауылынан үҙ теләге менән яуға юлланған Винер Хөсәйенов менән яу юлдары, ундағы тормош тураһында  һөйләшеп алыу насип булды.

Батыр ир-егетебеҙ
Батыр ир-егетебеҙ

Төҙөк йорт-ҡуралы урамға килеп инеү менән ундағы йыйнаҡлыҡҡа, етеш тормошҡа ҡарап:  “Ошондай ерҙә йәшәп, яуға юлланырға уны нимә этәрҙе икән”, - тигән һорау тыуҙы һәм ихлас ҡаршылаусы яугир менән күрешеп-танышҡас, был һорауҙы ла бирҙем.

Ул ысын ир-егеттәрсә минең һорауға һорау аша яуап ҡайтарып: “Илгә шундай һынау килгәндә тыныс ятып буламы ней?”, - тине.

Винер Әсҡәт улы Ҡотлоғужа ауылында тыуып, башҡа малайҙар кеүек үк, ошонда уйнап, сынығып үҫкән. Шуҡ, сос малай ауыл мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, профессиональ училищела иретеп-йәбештереүсе һөнәренә эйә була. Ике йыл Германияла хәрби хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡас, Красноусол быяла заводында 5-се разрядлы машинист булып хеҙмәт юлын башлай, юл төҙөлөшөндә лә эшләп ала. Бында эшләгән осорҙа Ҡауарҙы ауылы ҡыҙы Сәриә менән танышып, ғаилә ҡоралар. Бергәләп Себергә сығып китеп, бер аҙ унда ла эшләп алалар. Тыуған яҡ үҙенә нығыраҡ тартып, Ҡотлоғужа ауылында атай нигеҙенә яңы йорт һалып, шунда төпләнәләр.  Хәҙер балалары үҫеп, ҡыҙҙары Венера, улдары Марсель  айырым йәшәп, эшләп йөрөйҙәр. Ике ейәнсәрҙең, бер ейәндең яратҡан олатаһы-өләсәһе лә улар.

Махсус хәрби операция башланғас  Винер Хөсәйенов та эстән уйланып, унда булған егеттәребеҙгә нисек ярҙам итергә тип эстән янып йөрөй. Бәлки, минең ярҙамым нығыраҡ тейер тип, килешеү төҙөй һәм яуға юллана.

  • Махсус хәрби операцияға мин йәш егеттәрҙе, уларҙың ғаиләләрен йәлләп, өйҙә бар мөмкинлектәр булдырып, яйлап әҙерләнеп йөрөнөм. Былтыр 12 августа МХО-ға юлландым. Аҡса тип барманым. Шартлауҙар йортобоҙ янында яңғырамаһын, туғандарыбыҙҙы яҡлайыҡ тигән һәр кем шулай уйлайҙыр. Ҡурҡып ҡасып ҡалыу миңә хас сифат түгел. Әлбиттә, унда еңелдән түгел. Бер уйламағанда һиңә дрон килеп төшөүе, эргәңдә генә снаряд шартлауы мөмкин. Шулай бер тапҡыр штурм ваҡытында ҡот осҡос ҡамауҙа ҡалдыҡ. Ауырғазы районы Мостафа ауылынан “Филимон” позывнойлы егет ныҡлы яраланды, минең яңаҡҡа ярсыҡ тейҙе, ҡулға ла нимәлер килеп эләкте. Яралы иптәшемде һөйрәп, шыуышып, тыныслыҡ урынлашҡансы бер соҡорҙа яттыҡ, төнөн үҙебеҙҙекеләр янына барып еттек. Егеттәр мине күреү менән, “һинең яңағыңдың ите һәленеп тора бит” тейҙәр. Миңә укол яһап, битте бәйләнеләр. Икебеҙҙе лә госпиталгә оҙаттылар. Мин Одинцовала бер ай ятым, артабан Екатеринбургтан ике айға отпускаға ҡайтарҙылар. Шул алыштан дуҫымды сығарғанға күңелем тыныс, әгәр ҙә уны ҡалдырып китһәм үҙемде ғәфү итмәҫ инем, - ти бөгөн Винер Әсҡәт улы.

“Хищник” позывнойлы яугирыбыҙ ундағы ваҡиғалар тураһында артыҡ һөйләргә теләмәһә лә, яҡташтары тураһында һөйләгәндә ғорурлыҡ тойғоһо сағылып, асылып китә. Рәсәй Геройы Андрей Павлович Мигунов менән күрше блиндажда ғына йәшәп, күрешеп йөрөгәндәр. МХО-ла булған ауылдаштары Айрат Ғәббәсов, Илдар Хөсәйенов, Артур Рәхмәтуллин, Илүс Маннанов батырлыҡ өлгөһө булыуҙарын әйтеп үтте. Үҙе әле яуға керә алмай, алынған яраларына  тағы ла дауаланыу алырға барырға тейеш.

Батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, Тыуған илгә һөйөү - былар ысын кешелек сифаттары. Илебеҙ өсөн ҡатмарлы осорҙа үҙ өлөш индергән ҡаһарманыбыҙға яраларының тиҙерәк төҙәлеп, һауығып, алда Еңеү тантана итеп, тыныс күңел менән йәшәүен теләп ҡалабыҙ. Һеҙ илебеҙҙең терәк-таянысы, ғорурлығы булған батыр ир-егеттәре.

Батыр ир-егетебеҙ
Батыр ир-егетебеҙ
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: