-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2024, 09:00

Ғаиләләр дәүләт яҡлауында

2024 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был йүнәлеш республикабыҙҙа ла өҫтөнлөклө булып ҡала. Балалы ғаиләләр халыҡтың артыуын тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнай. Улар тотороҡло һәм сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостанда демографик хәлде яҡшыртыу, балалар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы шарттар булдырыла.

Ғаиләләр дәүләт яҡлауында
Ғаиләләр дәүләт яҡлауында

Һәр ата-әсә балаһының донъяға килгәнен көтөп ала. Беренсе баламы ул ғаиләлә, әллә өсөнсөһөме. Был мөһим түгел, беҙҙең дауамыбыҙ булған тағы бер сабыйыбыҙ бит ул, тип шатлана ата-әсә һәм ишле ғаиләне ҡарау, балаларҙы уҡытыу йәһәтенән матди ҡыйынлыҡтар, финанс мәсьәләһе хаҡында бик борсолмайҙар. Сөнки был сығымдарҙы өлөшләтә дәүләт ҡаплауы һәм шуның менән ғаиләләргә ҙур ярҙам күрһәтелеүе хаҡында барыһы ла белә һәм тейешле ярҙамды алырына ышана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың йыл башында уҡ үҙенең социаль сәхифәһендә "Балалары булған ғаиләләрҙең дәүләт тарафынан һәр кимәлдә ярҙамға һәм күтәрмәләүгә мохтаж булыуы билдәле. Ғаилә йылында беҙ был ярҙамды тағы ла көсәйтәсәкбеҙ", - тип балалы ғаиләләрҙең был ышанысын нығытты ғына.
Әйтергә кәрәк: Башҡортостанда сабыйы тыуған һәр бер ғаилә, матди хәле һәм балалары күпме булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы берҙәре - күп балалы, аҙ тәьмин ителгәне, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә ярҙамға лайыҡ. Яңы тыуған сабый ғаиләһенә, күмәк балалы ғаиләләргә ниндәй күләмдә матди ярҙам күрһәтелеүе хаҡында тағы ла бер тапҡыр ентекләберәк аңлатып үтеү зыян итмәҫ.
Берҙәм пособие айлыҡ килеме ғаиләһендәге кеше башына йәшәү минимумының Башҡортостанда билдәләнгән күләменән артмаған ҡатындарға һәм шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙан алып 17 йәшлек балалары булған осраҡта ғаилә килеменең һәр бер кешегә өлөшө йәшәү минимумынан кәм булғанда түләнә. Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең милек хәле иҫәпкә алына. Пособие ғаиләнең өлкән ағзалары эш хаҡы алһа, йәки объектив сәбәптәр менән унан мәхрүм булғанда түләнә. Пособие күләме бөтәһенә лә бер тигеҙ түгел, ул ғаилә килеменә һәм төбәктәге йәшәү минимумына бәйле.
17 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙең нигеҙ күләме - 6 670 һум (балалар өсөн тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 50 проценты). Әгәр ошо күләмдә лә ғаилә килеме минимумдан түбән ҡала икән, бындай ғаиләгә 10 005 һум (һәр балаға йәшәү минимумының 75 проценты) түләнә. Был сумма ла етерлек түгел икән, һәр балаға 13 340 һум (балалар өсөн минимумдың 100 проценты) түләнә. Был түләүҙе алыу өсөн йөклө ҡатын РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша хәл итә ала.
Бала тыуғандан һуң бер тапҡыр түләнеүсе пособие бөтә ғаиләләргә лә бирелә. Эшләп йөрөүсе ата-әсәнең береһенә ғариза яҙмайынса ла бала тыуғандан һуң уны теркәү факты буйынса РФ Социаль фонды тарафынан түләнә. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән осраҡта Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк
Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы ла бөтә ғаиләләргә лә бирелергә тейеш. Йыйылмала сабыйҙы тыштан биләй торған өсмөйөшлө юрған, кофта, күлдәк-ыштан, башлыҡ, янғын хаҡында иҫкәртеү приборы, сумка, одеял, бәйләнгән комбинезон бар.
Йөклө һәм бала имеҙеүсе әсәләргә тәғәйенләнгән махсуслаштырылған аҙыҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ауырлы ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәпкә теркәлгәндең киләһе айынан бала тыуғанға тиклем, шулай уҡ бала имеҙеүсе әсәгә сабыйына 6 ай тулғансы бирелә. Бушлай балалар аҙығы шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бала тыуғандан алып 3 йәшкәсә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына бирелә.
Балаға йәш ярым тулғансы түләнә торған айлыҡ пособиены бөтә ғаиләләр ҙә ала. Уның күләме 10 611,33 һумдан алып йәки эшләгән кешеләр өсөн ике йыл алдағы уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә, ә инде 2024 йылда тәғәйенләнгән осраҡта иң ҙур сумма 49 123,12 һумғаса тәшкил итә. 18 йәшкә тиклем балалары булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 233,55 һум һәм унан күберәк аҡса ала.
Билдәле булыуынса, ғаилә ипотекаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балаһы булған, шулай уҡ инвалид бала ҡараған һәм халыҡ һаны 50 меңгә тиклемге ҡалала йәшәгән ғаиләләргә 6 проценттан да юғары булмаған ставка буйынса бирелә.Бушлай дарыуҙар 3 йәшкә тиклемге бөтә балаларға ла, шулай уҡ 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләргә бирелә.
Беренсе балаға Әсәлек капиталы беренсе балалары тыуған (уллыҡҡа, ҡыҙ итеп алынған) бөтә ғаиләләргә лә тейеш, уның күләме 630 380,78 һум. 2007 йылдың 1 ғинуарынан тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе, өсөнсө балаға 2024 йылда, әгәр ғаилә беренсе балаға Әсәлек капиталы алған осраҡта, 202 643,96 һум. 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған беренсе, икенсе (уллыҡҡа алынған) бала өсөн - 630 380,78 һум, ә инде шуға тиклем Әсәлек капиталы алмаған хәлдә - 833 024,74 һум буласаҡ.
Йыш ҡына, кемдәр аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләр тип таныла, тигән һорау тыуа. Ғаиләләге уртаса эш хаҡы уның һәр ағзаһына бүлеп иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан артмаған осраҡта был ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә. Башҡортостан буйынса йәшәү минимумы 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшкә һәләтлеләр өсөн - 14 991 һум, ә балалар өсөн 13 340 һум тәшкил итә. Пособиеларға бәйле һорауҙар тыуғанда, һәр кем Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итә ала.
Республикабыҙҙа күп балалы ғаиләләр хәстәрлек, ярҙам менән солғап алынған. Төрлө түләүҙәр, пособиеларҙан тыш, төбәк кимәлендә балалар баҡсаларына күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәрҙе беренсе сиратта ҡабул итәләр. Уҡыусы балалар йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй, мәктәптәрҙә туҡланыу түләүһеҙ һәм форма өсөн компенсация ҡаралған. Бынан тыш, бындай ғаиләләргә торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә ташламалар бирелә һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртырға, шул иҫәптән ер участкаларын алырға ярҙам итә. Тап шуға ла йәштәр һәр сабыйын шатланып көтә. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа республикала күп балалы ғаиләләр һаны 59 меңгә еткән.
М.Мырҙаянова.

 

Республика Башлығы Радий Хәбиров:
“Беҙҙең юл - ныҡлы ғаиләләр, изгелек, намыҫлы хеҙмәт, ғаилә һәм тоғролоҡ ҡанундарына таянып балалар тәрбиәләү. Тыуым һәм, тимәк, күп балалы ғаилә – илебеҙҙең, милләтебеҙҙең йәшәү нигеҙе”.

 

Рәмилә Ғәйнислам ҡыҙы Мәхмүтова, мәғариф ветераны, Имәндәш ауылы Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе:
- Бөгөнгө йәш ғаиләләр, шул иҫәптән үҙемдең балаларым өсөн шатланып бөтә алма-
йым. Уларҙың барыһы ла дәүләт ҡурсауында. Балалары тыуғандан алып, оло тормош юлына баҫтырғансы күпмелер кимәлдә дәүләттән тейешле ярҙам алалар. Ауыл халҡы нигеҙҙә шәхси хужалығынан килгән табышҡа ғына таянып йәшәй. Тик балалар үҫтергәндә сығымдар күберәк була. Тап бына шул саҡта төрлө пособиелар, түләүҙәр бик урынлы. Ауылыбыҙҙа Әсәлек капиталын файҙаланып, күп ғаиләләр яңы йорт һалды, айҙың-айы килеп торған пособиеларҙы иш янына ҡуш итеп, хужалыҡта кәрәкле техника алыусылар ҙа бар. Бөгөнгө йәш ғаиләләргә ошондай ярҙам өсөн ил етәкселегенә рәхмәтле булып, балаларын аҡыллы, тәүфиҡлы һәм ысын илһөйәр итеп тәрбиәләргә генә ҡала.

Ғаиләләр дәүләт яҡлауында
Ғаиләләр дәүләт яҡлауында
Ғаиләләр дәүләт яҡлауында
Ғаиләләр дәүләт яҡлауында
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: