“Торатау” конгресс-холында икенсе Халыҡ-ара «Геовызов» геология чемпионаты тантаналы рәүештә асылды. Ярыштар 2 - 9 сентябрҙә Шишмә ("Патриот" паркы) һәм республиканың Ғафури райондарында үтәсәк.
Чемпионат Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Ер аҫты байлығын ҡулланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) етәкселеге башланғысы менән үткәрелә. Чемпионатта Рәсәйҙең 15 төбәгенән, шул иҫәптән яңы төбәктәрҙән, шулай уҡ ун сит илдән: Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһы, Мозамбик, Зимбабве, Эфиопия, Гвинея, Грузия, Гана, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан университеттары студенттары ҡатнашасаҡ. Башҡортостанға Воронеж, Красный Луч, Владивосток, Грозный, Ҡазан, Октябрьский, Мәскәү, Новосибирск, Һамар, Санкт-Петербург, Ставрополь, Төмән, Өфө, Яҡутстандан командалар килгән. Бөтәһе 250-гә яҡын ҡатнашыусы теркәлгән. Чемпионат барышында уҡыусылар 11 төп этапта көс һынашасаҡ: «Геология юлы», «Геология секцияһы», «Минералогия һәм петрография», «Палеонтология», «Радиометрия», «Геохимия», «Гидрогеология», «Нефть һәм газ», «Геология белеме нигеҙҙәре буйынса һынауҙар» һәм башҡаһы.
Федераль ер аҫты ҡулланыу агентлығы (Роснедра) етәксеһе Евгений Петров залда йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләне.
– Былтыр Башҡортостанда үткән сараға юғары баһа ҡуйылды. Шуға быйылғыһында ҡатнашырға теләүселәрҙе һайлап алдыҡ. Бөгөн бында колледж студенттары һәм юғары уҡыу йорттарында белем алған I һәм II курс студенттары йыйылған. Геологияның сиктәре юҡ икәнлегенә тағы бер инандыҡ: бөгөн Рәсәйҙең генә түгел, теләктәш илдәрҙән дә ҡатнашыусылар байтаҡ.
Сараны юҡҡа ғына Башҡортостанда үткәрмәйбеҙ. Бында ҡаҙылма байлыҡтарҙың төрлөлөгө хайран ҡалдыра. Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә Башҡортостандың фронтты яғыулыҡ менән тәьмин итеүе – тарих биттәренә яҙылған. Ә бөгөнгө сара беҙгә геолог һөнәрен киңерәк таратыу өсөн кәрәк. Аралашыу майҙансығы, тәжрибә уртаҡлашыу. Бөгөн бында килгән йәштәрҙең күбеһе бер нисә йылдан Башҡортостанға килеүенә иманым камил, – тине Евгений Петров.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин сараның Башҡортостан Башлығы башланғысы менән үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм ҡатнашыусыларға уңышлы эш аҙнаһы теләне.
Программала шулай уҡ мәҙәни-спорт саралары, экскурсиялар, геологик семинарҙар һәм мастер-кластар ҡаралған. Һәр көн сарала ҡатнашыусыларҙы төрлө экскурсиялар һәм ярыштар көтә. Киләһе дүшәмбегә тиклем улар Торатауға ла менәсәк, Ғафури районында географик киҫелештә лә эшләйәсәк, Шишмә районындағы күсмә цивилизациялар музейына ла барасаҡ.
Чемпионат һөҙөмтәләре буйынса призёрҙар һәм еңеүселәр билдәләнәсәк, ҡатнашыусылар тармаҡтың алдынғы эксперттары менән осрашасаҡ, уникаль тәжрибә туплаясаҡ һәм эре ер аҫты ҡулланыусы компанияларында практик әҙерлек үтеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Сейду Жамел, геология фәндәре докторы, Гана Республикаһы:
- Беҙҙең командала ете кеше. Тарква төбәгендә урынлашҡан Тау һәм технологиялар студенттарын алып килдем. Беҙҙең барыбыҙ ҙа Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә тәүге тапҡыр. Әлбиттә, көслөләр еңәсәк, тик беҙ еңеү артынан килмәнек. Юлда барғанда Бшҡортостан тураһында күп уҡыныҡ, күпте белдек. Шихандарҙы үҙ күҙебеҙ менән барып күрге килә.
“Геолог һөнәре бик мөһим, сөнки Рәсәй — ғәйәт ҙур, ер аҫты ҡаҙылмаларына бай ил. Шуныһы мөһим: геологик тикшеренеүҙәр һаман алып барыла. Беҙҙең алда асыштар күп булыуын яҡшы аңлайбыҙ. Беҙҙең бурыс – балаларға, йәштәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу. Әлеге сараға геологтар берләшмәһе йыйыла. Был егеттәр һәм ҡыҙҙар егерме йылдан һуң илебеҙҙең геологик сәйәсәтен билдәләйәсәк", - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.