1 сентябрь – Белем көнөн Красноусол ауылы ағинәйҙәре бик файҙалы, үҙенсәлекле итеп үткәрҙеләр. Мәғариф ветераны, ағинәй, әүҙем йәмәғәтсе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы менән Салауат Сәйегәрәй улы Монасиповтарҙың иркен йортона йыйылып, файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ - щи һәм солянка әҙерләнеләр. Был ризыҡтарҙы әҙерләү өсөн һәр кем кәрәкле йәшелсәләрҙе алып килде. Банкаларҙы ла бергәләп хәстәрләнек. Яугирҙарыбыҙ иҫән-һау йөрөп ҡайтһын, тип теләй-теләй, бергәләп ошо ризыҡтарҙы әҙерләргә булдыҡ.
Күмәкләп тотонғас эште тиҙ тамамланыҡ. Минзилә Сәйфетдин ҡыҙы илебеҙҙә тыныслыҡ урынлашып, ил һағындағы ир-егеттәр, уландар ғаиләләре, балалары, атай-әсәйҙәре иҫән-һау әйленәп ҡайтыуын теләп, ҡөрьән аяттары уҡыны.
Әйткәндәй, был изге эшкә башҡа ауыл ағинәйҙәре лә ҡушыласаҡ. Беҙҙең күстәнәстәр уларға өй йылыһын, яҡындарының, ауылдаштарының хәстәрен һәм сәләмдәрен алып барып еткерһен.
М.Собханғолова.