Өфө дәүләт нефть техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында үткән зона этабында Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалалары, Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Ишембай, Күгәрсен, Миәкә, Стәрлебаш, Мәләүез, Көйөргәҙе һәм Ғафури райондарынан 11 команда ҡатнашты. Был турҙа ҡатнашыусы командалар районда йәки ҡалала "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проектының әүҙем тормошҡа ашырылыуын күрһәткән видеороликтарын һәм визит карточкаларын тәҡдим итте.
Фестивалдә районыбыҙ исеменән "Әүҙем ял итеүселәр" ("Активные отдыхайки") командаһы составында Красноусолдан Э.Ә.Мөлөкова, Ғ.Ғ.Шәүәлиева, Ф.Р.Ғибаҙуллина, М.М.Собханғолова, Ф.М.һәм Р.Р. Рәхмәтуллиндар, Ватан ауылынан Ф.Ғ.Ҡотлогилдина, Табындан И.В.Любина, Мораҡтан З.А.Авдеева ҡатнашты.
Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, фестивалдә ҡатнашыусылар ижади ҡараш күрһәтеп кенә ҡалмайынса, проекттың төрлө йүнәлештәрен дә үҙ эсенә алырға тейеш. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фондынан ярҙам алған был проект ете бүлектән тора: "Һаулыҡ", "Туризм", "Физик культура", "Мәҙәниәт һәм ижад", "Ирекмәнлек һәм остазлыҡ", "Өлкән быуын граждандарының мәшғүллек һәм килем кимәлен күтәреү", шулай уҡ "Өлкән бы-уын граждандарын уҡытыу". Фестиваль положениеһына ярашлы һәр район командаһы юғарыла һанап үтелгән бүлектәрҙең береһенә туҡталған. Команданың исеменән үк аңлашылыуынса районыбыҙ командаһы туризм бүлеген һайланы һәм уңышлы ғына сығыш яһаны. Тик нисек кенә булмаһын, конкурстың һөҙөмтәләрен жюри үҙ талаптарынан сығып баһалай.
27 августа иһә баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» республика иң яҡшы тәжрибәләр фестиваленең йомғаҡлау этабы үтте һәм унда районыбыҙҙың "Әүҙем ял итеүселәре" командаһына ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы сәләмләп, конкурс еңеүселәрен ҡотланы һәм Гран-при яулаусыларға сертификаттар тапшырҙы.
"Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика фестивале Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарыла. Уның маҡсаты – өлкән быуын кешеләренең мөмкинлектәрен асыу, уларҙың донъяға социаль яраҡлашыуы һәм әүҙем тормош дауам итеү өсөн иң яҡшы башланғыстарҙы асыҡлау һәм таратыу. Зона турҙарында 56 район һәм ҡала, шул иҫәптән Өфөнөң ете ра-йоны ҡатнашты. Республика конкурсында Благовещен, Дәүләкән, Ҡалтасы, Стәрлебаш, Өфө, Яңауыл райондарынан, Сибайҙан һәм Өфөнөң Октябрь районы командаҺы Гран-при яуланы. Районыбыҙҙың "Әүҙем ял итеүселәр"е фестивалдең махсус призына лайыҡ булды.
Мәрхәбә Мәмәтҡолова.
Республика башлығы Радий Хәбиров:
«Башҡорстанда оҙон ғүмерлелек» программаһы артабан да дауам итәсәк. Программала ҡаралғанса, йылына 50 мең турист булырға тейеш, финанстарға бәйле әлегә ундай мөмкинлегебеҙ юҡ. Киләһе йылға 20 мең кешене ебәрергә иҫәп тотабыҙ. Бәлки, 30 меңгә еткереп, йылдан-йыл арттырып булыр. Ни өсөн? Сөнки беҙҙең пенсионерҙар йәш әле: 55, 60, 65 йәш. Улар хаҡлы ялға сығалар ҙа үҙ-үҙҙәренә бикләнәләр, өйҙә генә ултыралар. Ә беҙ уларға йәшлектәренә ҡайтырға мөмкинлек бирәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, был бик шәп проект, шуға күрә программаны дауам итәбеҙ».
Эльвира Әнүәр ҡыҙы МӨЛӨКОВА, район ветерандар советы рәйесе:
“Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты республикабыҙ башлығы Р.Ф.Хәбировтың Указы нигеҙендә 2020 йылдың 1 октябренән старт алды. Бөгөнгө көндә был проектта районыбыҙҙан 580-дән ашыу пенсионер ҡатнаша. Һәм улар. айырыуса проекттың “Туризм” бүлеген оҡшатты. Сөнки ҡайҙалыр сәйәхәткә сығып, улар республикабыҙҙың тарихи , иҫтәлекле урындары менән таныша, тыуған еребеҙ тәбиғәтенең матурлығына һоҡланып, йәшәүгә көс-дәрт алып ҡайталар. Нарыштау, Торатау, Шүлгәнташ, Мораҙым тарлауығында, Иглин районында булыу, Өфөлә , районыбыҙҙа иҫтәлекле урындар менән танышыу, Баймаҡ районында үткән “Башҡорт аты” фестивалендә ҡатнашыу һәр кемдең күңелендә юйылмаҫ хәтирәләр ҡалдырғандыр.
Әйткәндәй, проектҡа йылдан- йыл яңы йүнәлештәр өҫтәлә. Күптән түгел генә “Башҡорт –Белорусс оҙон ғүмерлелеге” йүнәләше сиктәрендә күптәр Белоруссияла булып ҡайтты. Шулай уҡ “Башҡортостан- Абхазия” йүнәләше булдырылды. Был маршруттар буйынса сәйәхәткә барырға теләүселәргә “долголетие.соцтуризмрб.рф” сайтында теркәлергә кәрәк.
Хәйер, туризмға ғына иғтибар бирелә тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булып етмәҫ. Сөнки проекттың һәр бүлеге буйынса ла әүҙем эш бара. Красноусолда, мәҫәлән, ветерандарыбыҙ Ф.Р.Ғибаҙуллина менән Ф.М.Рәхмәтуллина етәкселегендәге “Сәләмәтлек “ клубында шөғөлләнәләр, һәр ауылда махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарға йөн башалтайҙар, бирсәткәләр бәйләп, маскировка селтәрҙәре үреп , яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, тыуған яҡ, тыуған йорт күстәнәстәре туплап посылкалар әҙерләп оҙаталар.