-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2024, 15:30

Берҙәмлек менән көслөбөҙ

Бөгөнгө көндә һәр кемдә бер теләк: махсус операция тиҙерәк тамамланып, илдә именлек, тыныслыҡ урынлашһын һәм ут эсендә йөрөгән яугирҙар иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын. Ошо уй-теләк барыһын берләштереп, һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Был эште ойоштороусылар тотош ауыл халҡы менән бергәләп күп кенә маскировкалау селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре яһайҙар, беренсе кәрәк-яраҡтар туплап посылкалар йыя.

Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ

Август урталарында ғына дөйөм көс менән тупланған сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Бында ла һәр ауыл, һәр ойошма әүҙем ҡатнашты. Район эшҡыуарҙары советы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары, мәҫәлән, яугирҙарға мунса эшләп ебәрҙе. Красноусол минераль һыу ҡойоу заводтары 3 мең шешә шифалы һыу оҙатты. Райондың территориаль һайлау комиссияһы ағзалары аҡса йыйып, бөгөнгө көндә бик тә кәрәкле булған детектор-антидрон (БПЛА-нан һаҡлау системаһы), медицина кәрәк-яраҡтары, уттан һаҡланыу костюмдары һатып алған. Табын һәм Бурлы һайлау комиссияһы ағзалары посылкалар әҙерләгән. Быларҙан тыш яугирҙарға дөйөм көс менән һатып алынған генераторҙар, бысҡылар, запас частар, медикаменттар, маскировкалау селтәрҙәре һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡтар оҙатылды.
МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса “Ватан һаҡсылары” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова менән осрашҡанда ул һүҙ аралаш ҡына Любовь Мигунованың яуҙа һәләк булған тормош иптәше, Рәсәй Геройы Андрей Павлович хеҙмәт иткән танк батальоны яугирҙарына ебәреү өсөн күпләп борщ, рассольник әҙерләүе хаҡында әйтеп һалды. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ шундуҡ телефондан уның менән осрашыу хаҡында килешеп тә ҡуйҙыҡ.
... Ишектән үтеү менән үҙеңде йәшелсә консервалары етештереүсе мини-цехҡа килеп ингәндәй хис итәһең: бер мөйөштә йәшник-йәшник йәшелсәләр, икенсе урында 100-ләгән банка теҙелеп ултыра. Стена буйлап әҙер борщ банкалары тултырылған йәшниктәр.
- Консерваларҙы әле яңыраҡ ҡына эшләй башланым. Әлегә 80 банка самаһы ғына булды.Көн һайын әкренләп кенә 10-15 банка эшләйем, - ти Любовь Александровна. – Йәшелсәләрҙең барыһы ла үҙемдең баҡсанан. Банка, ҡапҡастар менән был юлы эшҡыуар Гөлшат Ҡаҙаҡҡолова ярҙам итте. – Борщты 100-гә тултырам да, рассольник эшләй башлармын тим.
- Андрей менән гелән генә хәбәрләшеп торҙоҡ. “Таҫма артында” уларға нимәләр нығыраҡ кәрәклеген һораша инем. Беренсе сиратта “расходный материал” (эске кейем, носкиҙы улар шулай атайҙар) тине. Ҡыҙым Кристина төрлө сауҙа селтәрҙәре аша заказ биреп, уларҙы барыһына ла етерлек булһын тип йәшник-йәшникләп оҙаттыҡ. Тушёнкалар, балыҡ консервалары, башҡа төрлө аҙыҡ-түлекте күпләп ебәрҙек. Бер һөйләшкән ваҡытта борщ, рассольник кеүек консервалар ҙа ебәрергәлер бәлки, тигәйнем, бик һәйбәт булыр ине, өй ризығы танһыҡ бында, тине. Былтыр көҙҙән 250-нән ашыу банка борщ, рассольник, щи әҙерләп оҙаттым. Барыһы ла ватылмай, әсемәй генә барып етте. Хәҙер инде Андрей Павлович үҙе булмаһа ла, ул етәкселек иткән батальон яугирҙары менән бәйләнеш өҙөлмәй. Ялға ҡайтҡандары өйгә килеп, хәл белешеп, командирҙары тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Уны бит хеҙмәттәштәре беҙҙең Батя тип йөрөткән. Минең өсөн дә улар бик яҡын, үҙемдекеләр кеүек, - ти Любовь Александровна күҙҙәре йәшкә мансылып. - Бына был консерваларҙы ла уларға тип әҙерләйем. Компотҡа тип алмалар ҙа киптерәм.
Яугирҙарға төрлөсә ярҙам итергә тырыша Любовь Александровна. “Ышаныслы йорт” ирекмәндәр ойошмаһы булдырып, район мәҙәниәт йортонда маскировкалау селтәрҙәре үреүҙә лә әүҙем ҡатнашҡандар, хатта булған туҡымаларҙан яугирҙарға эске кейемдәр ҙә теккәндәр.
- Ара-тирә “был һуғыш минең йортома ҡағылмай”, тиеүселәр осраһа ла күпселек ҙур теләк менән ихлас ярҙам итә. Бына, мәҫәлән, Жуковтар, Германовтар ғаиләләре, Красная поляна ауылынан С.Тимофеев посылкалар әҙерләүҙә үҙ өлөштәрен индерәләр, М. Заһиҙуллина етәкселегендәге мөслимәләр, башҡа бик күп ҡатын-ҡыҙҙар маскировкалау селтәрҙәре үрергә көн дә йөрөнөләр, - ти ул.
Любовь Александровнанан күрмәксе, үткән аҙнала Красноусол ауылы ағинәйҙәре лә бергә йыйылып, яугирҙарға ебәреү өсөн күп кенә щи, салат әҙерләне. Башҡа ауылдарҙа ла был эште дауам итмәкселәр.
Әйткәндәй, гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Сираттағы гумконвой алғы һыҙыҡҡа сентябрь урталарында юлланасаҡ. Был изге эштә ҡатнашырға теләүселәр әҙер посылкаларҙы Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 адресы буйынса эш сәғәттәрендә ирекмәндәр штабына килтерә ала. Тел.: 8 (34740)2-12-96.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне.

 

Радий Хәбиров, республика башлығы:

- Эшебеҙҙең мөһим өлөшө – махсус хәрби операцияға ярҙам итеү. Был бурысты хәл итеү өс йүнәлештән тора. Беренсеһе – МХО-лағы егеттәргә ярҙам итеү. Күптән түгел Башҡортостандан  яугирҙарыбыҙға 130-сы гумконвой оҙатылды. Икенсеһе- яугирҙарҙың, шул иҫәптән һәләк булғандарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеү.  Был эш ҙур әһәмиәткә эйә, уға формаль ҡараш булырға тейеш түгел. Һәм өсөнсө йүнәлеш – Башҡортостан һәм уның бөтә муниципалитеттарының иҡтисади һәм социаль өлкәлә тотороҡлолоғон тәьмин итеү.

 

"Ғафури районы үҫешенә ярҙам" хәйриә фондына аҡса күсереп тә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтергә мөмкин.
ИНН 0219008466
КПП 021901001
Р/с 40703810006000001694
БИК 048073601
Кор.счет 30101810300000000601 Башкирское отделение №8598 ПАО Сбербанк г.Уфа.
Назначение платежа: “Безвозмездное добровольное пожертвование на оказание помощи военнослужащим и мобилизованным гражданам”, в том числе : “НДС не облагается”.

Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Берҙәмлек менән көслөбөҙ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: