+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Сентябрь , 15:14

Муллыҡ байрамы үтте

Красноусол ауылының район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙан аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән алмалы умартасылыҡ баҡсаһына оҡшап ҡалған. Бар тирә-яҡҡа таралған татлы бал, ҡыҙарып бешкән алманың хуш еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Бал ҡорто костюмындағы әсәй-өләсәйҙәр, балалар, әйтерһең дә сәскәнән-сәскәгә ҡунып татлы бал йыя. Ара-тирә татлы бал яратҡан айыуҙар, төтәткес тотҡан умартасылар ҙа күренеп ҡала...

Муллыҡ байрамы үтте
Муллыҡ байрамы үтте

Районыбыҙҙа 13-сө тапҡыр үтеп, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең бренд байрамы булған “Бал байрамы”на килгән һәр кемдең күҙ алдына тап ошондай күренеш килеп баҫҡандыр, моғайын. Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм уның филиалы булған “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге район хакимиәте ярҙамында үткәргән “Баллы–алмалы спас” байрамына ҡайҙан ғына килеп етмәгәндәр. Бүздәк районынан татар тарихи-мәҙәни үҙәк әҙерләгән күргәҙмә халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ Рощинский совхозынан килгән Колосовтар ғаиләһе һатып алыусыларға төрлө балдан тыш һитә, прополис кеүек ҡортсолоҡ продукцияһы тәҡдим итте. Ауырғазы районынан Савельевтар шәхси ихаталарында үҫтергән йәшелсәләрҙе лә байрамға килеүселәр теләп һатып алды. Баҡса еләге, ҡурай еләге, бөрлөгөн үҫентеләре һатыусылар янынан да кеше өҙөлмәне. Районыбыҙ умартасылары, эшҡыуарҙар, шәхси хужалыҡтар килтергән төрлө продукция, ҡул эштәре оҫталарының эштәре лә үтемле булды был көндә.
Майҙан буйлап теҙелеп киткән өҫтәлдәр төрлө балдарҙан, баллы-алмалы ризыҡтарҙан һығылып тора. Ә инде йәшелсәләрҙең күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Ауыл биләмәләре генә түгел, Красноусолдағы мәктәптәр, балалар баҡсалары ла байрамға етди әҙерләнгән. Күргәҙмәгә ҡуйылған тәм-томдар, тематикалы композициялар, алмалы-сәскәле кәрзиндәр, ҡул эштәре иғтибар үҙәгендә булды.
Байрамды асып, сараға йыйылыусыларҙы район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөһрә Әхтәмова сәләмләне.
- Ғафури районы – гүзәл тәбиғәте, үҙенә генә хас традициялары һәм мәҙәниәте, иң мөһиме, уңған һәм тырыш халҡы менән киң билдәле. Ауыл хужалығы тармағы йылдың-йылы 3 млрд һумлыҡ продукция етештерә, ялансылыҡ, малсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм ҡортсолоҡ йылдам үҫешә. Ә инде Ғафури балы районыбыҙҙың визит карточкаһы булып, һәр тарафта юғары баһалана һәм уны теләп һатып алалар. Бал ҡорто семьялары һәм бал етештереү күләме буйынса ла районыбыҙ республика кимәлендә алдынғы урындарҙы биләй, - тип билдәләне Зөһрә Рауил ҡыҙы һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре, махсус хәрби операциялағы яугирҙарға тонналап бал оҙатып, гуманитар ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандары өсөн район умартасыларына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уңыштар теләне. Ошонда уҡ Зөһрә Рауил ҡыҙы Ғаилә йылы сиктәрендә биш бала әсәһе, Курорт ауылындағы урта мәктәптең мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе Алёна Афанасьеваға “Әсәлек даны” миҙалын тапшырҙы.
Артабан байрамдың мәртәбәле ҡунаҡтары – республиканың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге секретары, Аграр университеттың умартасылыҡ, шәхси зоотехник һәм малдар үрсетеү кафедраһы профессоры М.Ғ. Ғиниәтуллин, Республика умартасылары ойошмаһы рәйесе С.Т.Миңнемөхәмәтов, республиканың “Халыҡтар дуҫлығы йорто” директоры урынбаҫары Р.З.Бикҡоловҡа һүҙ бирелеп, улар ҙа район умартасыларының һауа шарттарының ауыр булыуына ҡарамаҫтан уңышлы һәм һөҙөмтәле эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, ҡортсолоҡто үҫтереүгә айырыуса тос өлөш индергән айырым умартасыларға Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Рәсми өлөш тамамланыу менән байрам саралары – төрлө конкурстар, уйындар башланды. Беренселәрҙән булып сәхнәгә майҙан тултырып “осоп йөрөгән” бал ҡорттары - "Алтын ҡорт" костюмы конкурсында ҡатнашыусылар күтәрелде. Уларҙың күплегенә һәм оҫталыҡтарына иҫ китерлек, һәр береһе маҡтауға лайыҡ. Еңеүселәр тамашасыларҙың алҡышлап тауыш биреү юлы менән билдәләнде һәм улар Махсус грамоталар, башҡалар дәртләндереү приздары менән бүләкләнде. “Бала ҡорт”тар иһә татлы приздар менән һыйланды. Ғаилә парҙары араһында үткән “Баллы ай” конкурсында Мораҡ ауылынан 30 йыллыҡ ғаилә стажы булған Рәфилә һәм Азат Усмановтар менән Табындан яҙмыштарын әле яңыраҡ ҡына бергә бәйләгән Наталья Петровна менән Иван Михайловичҡа бер-береһенә булған ихтирам һәм һөйөүен иҫбатлау өсөн бик ныҡ тырышырға, сетерекле һорауҙарға ла яуап табырға тура килде.
Уйын-көлкөлө конкурстар мәлендә махсус комиссия күргәҙмәләрҙе ҡарап конкурс еңеүселәрен асыҡланы. Шулай итеп умартасылар араһындаТабын ауылынан И.С.Ишбулатов, Красноусолдан М.Ә.Солтанов, Ибраһим ауылынан М.З.Килмөхәмәтов еңеүселәр тип табылды. Байрам өҫтәлдәре араһында Красноусолдан “Миләшкәй” һәм “Тирәккәй” балалар баҡсалары 1-се, “Теремок” балалар баҡсаһы – 2-се урын алһа, ауыл биләмәләре араһында ярашлы рәүештә Бельский ауыл биләмәһенә - 1-се, Мораҡ һәм еҙемҡарандар - 2-се, бурлыларға 3-сө урын бирелде. Красноусол башҡорт гимназия интернаты, Курорт ауылы һәм Красноусолдағы 1-се мәктәп номинацияларҙа билдәләнде.
Байрам ауыл биләмәләре һәүәҫкәрҙәре һәм район мәҙәниәт йорто артистары әҙерләгән бай йөкмәткеле концерт менән тамамланды. Саранан һәр кем ҡәнәғәт ҡалғандыр: красноусолдар ауыл уңғандары шәхси баҡсаларында үҫтергән картуф, йәшелсәләрҙе һатып алып ҡыуанһа, һатыусылар иһә үҙҙәре етештергән продукциянан табыш алыуына шатланды.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.

 

Радий Хәбиров, республика башлығы:
“Бөгөн Башҡортостандың һәр өсөнсө кешеһе баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Баҡса беҙҙең өсөн ниндәйҙер туҡланыу сығанағы ғына түгел, хәйер, быныһы ла мөһим. Ул - барыбыҙ ҙа ғәҙәтләнгән бер шөғөл, кеше ерҙә ҡаҙынырға, шунан ҡәнәғәтлек алырға теләй. Бер нисә йылдан беҙ бергә башҡарған эшкә йомғаҡ яһарбыҙ һәм был өлкәлә ыңғай үҙгәрештәр күрербеҙ тип ышанам.

Муллыҡ байрамы үтте
Муллыҡ байрамы үтте
Муллыҡ байрамы үтте
Муллыҡ байрамы үтте
Муллыҡ байрамы үтте
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: