-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2024, 16:50

Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар

Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 1695-се һайлау участкаһынан һайлаусылар ағымы өҙөлмәй.

Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар

Бөгөн,7 сентябрь айырыуса әүҙемлек күҙәтелә. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тотош ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары менән берлектә “Көҙгө йәрминкә” ойошторҙо. Нимәләр генә юҡ ине йәрминкәлә! Йәшелсә, сәскә орлоҡтары һәм бүлбеләре, һөт, ҡаймаҡ эремсек, йомортҡа...

Айырыуса уңғандар төрлө тәмлекәстәр, бәлештәр, пирогтар бешереп килтергән. Хәлиҙә Урманшина башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһенән-икенсеһе матурыраҡ милли биҙәүестәрен һатыуға алып сыҡҡан. Был көндө һайлауға килеүселәр икеләтә отто, гражданлыҡ бурысын да үтәнеләр, йәрминкәнән үҙҙәренә кәрәкле әйберҙәрҙе лә һатып алып ҡыуандылар. Ә инде йәрминкәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Һайлап та, һатып алып та ҡыуандылар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: