Бында Имәндәш, Тайыш, Таш-Аҫты ауылдары халҡы үҙ тауышын бирә. Комиссия рәйесе Анфиса Айрат ҡыҙы Мәхмүтова менән секретары Айгөл Минислам ҡыҙы Түзбәкова һайлау барышы менән таныштырып: “Һайлаусылар килеп, китеп торалар. Беҙҙең участкала 426 кеше республика Башлығын, 428-е район Советы депутаттарын һайлауға үҙ тауышын бирергә тейеш. Һайлау участкалары урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Ауыл ағинәйҙәре менән сәй әҙерләп, һайлауға килеүселәрҙе сәйләп ҡаршы алырға ла уйлашабыҙ”, - тинеләр.
Кемдәр кисә гражданлыҡ позицияһын белдереп өлгөрмәген. Һайлау участкаларында һеҙҙе көтөп ҡалалар! Мәктәп алдындағы ошондай матурлыҡты ла күрмәй ҡалмағыҙ...