Бәләкәйҙән теүәл фәндәрҙе үҙ иткән Азалия бөгөн Өфө дәүләт нефть университетының беренсе курс студенты. Нефть тармағында IT белгес булып сығасаҡ ул.
- Бөгөн Өфөнән ҡайттым да, һайлауға килдем. Беренсегә һайлайым, бер аҙ тулҡынланам. Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге һәр беребеҙҙән тора тип уйлайым. Һөнәр алып сығып республикама хеҙмәт итергә хыялланам. Шуға күрә Мәскәү авиация институтына һәм Ҡазан университетына уҡырға саҡырһалар ҙа, үҙебеҙҙең Башҡортостандағы юғары уҡыу йортон һайланым. Йәштәргә һәр өлкәлә әүҙем булырға, һайлауҙан да ситтә ҡалмаҫҡа саҡырам, - тигән теләктәрен дә еткерҙе ҡыҙ.
Беренсе тапҡыр һайлаусы булараҡ, уға бүләк тапшырылды.
Уҡыуыңда уңыштар, яҡты хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ һиңә, Азалия!