Балаларҙың ата-әсәләре менән бергә һайлауға барыуы, уларға демократик процесс менән танышыу, һәм уларҙың киләсәктә актив граждан булып үҫеүҙәренә нигеҙ һалырға булышлыҡ итә, ти Ләйсән Ислам ҡыҙы. Улар комиссия ағзаларынан башҡорт телендәге бюллетендәр һорап алып һайланы. Ғаилә йылына бағышланған яҙыуҙарҙы тотоп фотоға төшкәндән һуң, комиссия рәйесе балаларға кәнфиттәр таратты. Ғаиләгә "Рәхмәт" акцияһы билеттары ла тапшырылды.
Табулдиндарҙың татыу, берҙәм, ижади ғаиләһе балалары, ейәндәре өсөн гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙә йәмғиәткә, киләһе быуындарға матур өлгө күрһәтте.