-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Сентябрь 2024, 09:00

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!

17 август Ташбүкән ауылы биләмәһендә Аҡкөсөк тауында Шәжәрә байрамы үтте. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, йыраҡтан һәм яҡындан ҡайтҡан ауылдаштар менән бергә, һауа торошоноң насарыраҡ булыуына ҡарамай, бик матур һәм күңелле байрам үткәрҙек.

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!

Был сараға күптән ҡайтмаған ситтә йәшәүсе ауылдаштар ҙа түҙемһеҙләнеп, ҡанатланып тыуған ауылдарына ҡайтҡайны. Байрамды уҙғарыуға Мәҙәни башланғыстарға булышлыҡ итеү Президент фондының гранттар конкурсында еңеп сығып, социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған коммерцияға ҡарамаған Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе “Роза һәм Ко” фондының “Ауыл мәҙәниәт йортона – яңы тормош!” проекты нигеҙ булып торҙо. Ошо проект ярҙамында еңеү яулаған 1 миллион 172 мең һум аҡсаға тышҡа сәхнә, аппаратура, 10 пар ситек (ҡатын-ҡыҙар һәм ир-аттарға), 6 пар ир-аттарға милли кейем, төҫлө принтер, фотоаппарат, ике гармун, бер баян, сәхнәгә 75 меңлек шаршау алғайныҡ. Һөйләшеп килешкәс, ошо яңы әйберҙәребеҙ ярҙамында һәр кемдең күңеленә яҡын “Шәжәрә” байрамын үткәрергә булдыҡ. Был еңеү - ауыл өсөн дә, унда йәшәүсе һәр кем өсөн көтөп алынған ҙур шатлыҡ булды.
Сара бик халыҡсан, күңелле булды. Ташбүкән һәм күрше-тирә ауылдар халҡының йыр-моңға маһир булыуҙарына тағы ла бер тапҡыр һоҡланып, инандыҡ. Байрам сараһында төрлө номинацияларҙа еңеүсе ауылдаштарыбыҙға ауыл хакимиәте башлығы Илдар Ҡотов Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. “Иң матур ихата” номинацияһы еңеүселәре тип Маһира һәм Миңнур Кәримовтар, Гүзәл һәм Камил Насировтар билдәләнһә, “Иң шәп хужалыҡ” Сәриә һәм Рәжәп Йәнтүриндар, Бәриәт һәм Әхәт Фәтҡуллиндарҙа булды. Ауылыбыҙҙың хөрмәткә лайыҡ, иң өлкән кешеләре - Расфар Сәләхетдин улы Йәғәфәров, Рауза Хафиз ҡыҙы Мөхәмәҡолова, Мөғәттәр Мәсәлим улы Ҡотов, Тәҙкирә Хәсән ҡыҙы Булатова, иң кесе кешеһе - Камилла Илдар ҡыҙы Батталова ла бүләктәр алып ҡыуанды. Күп балалы ғаиләләр: Миләүшә һәм Радик Хөсәйеновтар, Розалия һәм Илдар Батталовтар ҙа изге теләктәргә ҡушып, иҫтәлекле бүләктәр алды. Ауылдың әүҙемселәре, хакимиәт башлығының уң ҡулдары: Гөлнур Венир ҡыҙы Сибәғәтуллина, Әлиә Ғаффар ҡыҙы Зөбәйҙуллина ла билдәләнеп үтелде.
Балалар араһында үҙ ғаиләһенең шәжәрәһен төҙөүселәргә конкурс ойошторолоп, 1-се урынға Мәҙинә Кәримова, 2-сегә Илүзә Ишҡолова, 3-сө урынға Миләүшә Зөбәйҙуллина лайыҡ булды. Байрам сараһына үҙ нәҫелдәрен бер табын артына йыйыусы Ҡотовтар, Кәримовтар, Мөхәмәтшиндар, Ширияздановтар, Нәбиуллиндар, Батталовтар булды. Һәр нәҫел шәжәрә ағасы менән баннер эшләтеп тә алған ине. Байрамға килеүселәр унда үҙенең нәҫелен, туғандарын эҙләне, ҡыҙыҡһынып ҡараны.
Арҙаҡлы, хөрмәтле ҡунаҡтар Өфө ҡалаһынан Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллин, райондан Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, Фуат Зәки улы Кейекбаев булды. Улар үҙ сығышында барыһын да ошо байрам айҡанлы ҡотлап, илдә тыныслыҡ тантана итеүен, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булыуын теләне. Ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе һәм коммерциялы булмаған ойошма директоры Роза Кәримова район Советының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Байрамда Ҡурғашлы ауылында тыуып үҫкән Гөлнара Харисова-Мәүлийәрова күршеләргә тип, ошо грант менән ҡотлап, клубҡа өс ҡумыҙ ҙа бүләк итте. Ә Маһинур апай Ишмөхәмәтова һуғышта һәләк булған мәрхүм ауылдаштар рухына һарыҡ салдырып, табын ҡороп, ҡунаҡтарҙы һыйланы.
Күптән көткән ошо сарала беҙҙең менән бергә булған, байрамды үткәрергә ярҙам иткән һәр ауылдашҡа айырмай ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ойоштороу эшенең бик еңелдән булмауын якшы аңлап, һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итте. Был байрамға килеүселәр “Шәжәрә” байрамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡан һәр кемгә бик рәхмәтле булып, ил-көн тыныслығы теләп, быуындар сылбырын өҙмәҫ өсөн тағы ла осрашырға яҙһын, тигән изге теләктә, рухи күтәренкелек, бөтмәҫ дәрт-дарман алып таралышты.
Роза КӘРИМОВА.
Ташбүкән ауылы.

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Быуындар сылбыры өҙөлмәһен!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: