Леспромхоз асылғас, ағас әҙерләү промышленность масштабына әйләнә. Тәүҙә Ҡурғашлы лесопункты төҙөлә. Ағас әҙерләүгә ихтыяж арта. Шул сәбәпле, яңы урман пункты асыу мәсьәләһе ҡуйыла. Урын һайлауҙа леспромхоздың тәүге директоры Булатов һәм төйәкте яҡшы белеүсе Дәүләтбай Ғәлимов әүҙемлек күрһәтә. Ташлы ауылынан ун ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан, таҙа һыулы, балыҡҡа бай, күп һанлы шишмәләр ҡойған Мәндем йылғаһының тарлауығын һайлайҙар. Урманға, ҡырағай йәнлектәргә бай, кеше йәшәмәгән, юлы булмаған урын һайлап алына. Буласаҡ лесопункт урынындағы утарҙарҙа электән кешеләр һирәкләп һунарсылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Был урындан алты километр өҫтәрәк Бабай яланында Ғәлимов Әбдрәхим тигән һунарсы ҡарт ғаиләһе менән йәшәгән. Үҙ ғүмерендә бик күп айыу алған, уға хатта Сталин бүләк тапшырған, тип тә һөйләйҙәр. Уның улы Дәүләтбай Һикәштелә йәшәгән. Мәндембашта сығышы буйынса Ташлынан Курбатовтар мал аҫрап донъя күргәндәр. Төньяҡ-көнсығышта Сосновка, Воскресенка, Аралыҡ, Батурин ултырышы тигән ауылдарҙа коллективлашыу осоронда мәжбүри күсереп килтерелгән рустар һәм хохолдар йәшәгән. Воскресенкала зыярат һаҡланып ҡалған Аралыҡта Екатерина тигән әбей көн күрҙе, халыҡ телендә - "Катька әбей". Ул кәзә аҫрап, юлсылар килһә, бик шатлана торғайны. Әлеге Мәндем ауылының көньяҡ-көнсығышында Казанка исемле утарҙа һөргөнгә ебәрелгән Ҡазан татарҙары йәшәгән.
Лесопункт асылғас, юл төҙөлә, эш ҡайнай, төҙөлөш киң ҡолас ала. Социаль инфраструктура, эшселәр өсөн барактар, магазин, пекарня, мәктәп, фельдшерлыҡ пункты төҙөлә башлай. Үрҙә телгә алынған ауылдарҙан күсеп ултыралар, урамдарҙың исеме быға шаһит. Сыуаш ҡарамалыһы урамының исеме ағасҡа һәм нигеҙ һалған сыуаштарға бәйле. Үзбәйҙәк ҙур ғына ауыл булған. Тау битендә урынлашҡан оҙон урамдың исеме уға бәйле. Йылға буйында урынлашҡан урам үҙенсәлекле "Ҡырҡ Күҫәк" тигән исем алған. Ялан яҡтарынан, айырыуса Сәйетбабанан, кешеләр күпләп күсеп ултырған. Урман пунктының үҙәк өлөшөндә мәктәп һәм күп һанлы барактар, Мәндем йылғаһының һул яҡ ярында урынлашҡан остағы урам Фәхри Яланы тип йөрөтөлә...
80-се йылдарҙа - Ғафури леспромхозының гөрләп торған, Мәндем һәм Ҡурғашлы урман пункттары социалистик ярышта ҡатнашып, сәмләнеп, дәртләнеп эшләгән саҡтары. Ҡатмарлы рельефлы таулы урман араһында эш шарттары бигерәк ауыр булды: йәй көндәрендә эҫе һәм ямғыр, ҡышҡы осорҙа ҡар һәм сатлама һыуыҡ, брезент менән көпләнгән "ЗИЛ" машинаһында эшкә барыу, ағас йығыу хәүефле һәм физик көс талап итә, айырыуса тара цехында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ныҡ түҙемле булғандар.
Фотоларға ҡараһаң, бөтәһе лә таныш йөҙҙәр, йылылыҡ һәм нур бөркөп торалар, йәш егеттәр модаға ярашлы сәс тә үҫтергәндәр. Эш ауыр булыуға ҡарамаҫтан, йөҙҙәре яҡты, киләсәккә ышаныу, ҡәнәғәтлек тойғоһо сағыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, оло йәштәгеләр юҡ инде был донъяла, ә йәштәр, лес-промхоз бөтөү сәбәпле, төрлө төбәктәргә күсеп бөттөләр.
Мәндем посёлогында урмансылар көнө айырыуса иҫтәлекле үтә торғайны. Тантаналы шарттарҙа хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү, дефицит тауарҙар һәм аҙыҡ-түлек таратыу, кисен мотлаҡ уҡытыусылар клубта тамаша ҡуялар, ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшкә яраҡлы ағас кәмей. 90-сы йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу осоронда ҡырағай баҙар шарттарында леспромхоздың сығарған продукцияһына ихтыяж юғала. Ғафури леспромхозы ябылыу менән урман пункты ла һүнә. Мәндем посёлогының шаулап-гөрләп торған сағын иҫкә алырға ғына ҡала. Хәҙерге көндә ауыл бөтөүгә табан бара, тырым-тырағай ултырған тиҫтәләгән йортта барлығы 27 кеше йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, әүҙем йәшәргә тырыша. Быны ауыл халҡын берләштереп, ҡайнап-гөрләп торған ауыл клубы дәлилләп тора.
Һуңғы йылдарҙа таулы-урманлы был төбәктә геофизиктарҙың эше әүҙемләнде. Ер аҫты файҙалы ҡаҙылмаларына был төбәк бай булырға тейеш, тип фараз итәләр. Тағы ла эш асылып, Мәндем ауылы яңы һулыш алып, гөрләп, ҡайтанан үҫеш юлына баҫыр тигән өмөттәбеҙ.
Дәриғәт РӘХИМОВ.
Красноусол ауылы.