-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2024, 09:00

Тәбиғәттең йәшел биҙәге һаҡсылары

Ер йөҙөндә иң ҙур һәм иң ҡиммәтле хазиналарҙың береһе ул – урман. Урман – ер йәме, тәбиғәттең иң матур биҙәктәренең береһе. Ул саф һауа һулата, туйындыра, йылыта, йәғни йәшәү сығанағы. Ул – матди байлыҡ, һаулыҡ сығанағы ла. Унда нимә генә юҡ: емеш-еләк үҫә, кейек, ҡош-ҡорт үрсей, шишмәләр урғылып сыға. Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә еребеҙҙең йәшел байлығы һаҡсылары – урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан БР “Ғафури урман хужалығы” Дәүләт унитар предприятиеһы директоры Рәүеф Лотфрахман улы ЙӘНМЫРҘИНға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

Тәбиғәттең йәшел биҙәге һаҡсылары
Тәбиғәттең йәшел биҙәге һаҡсылары

- Беҙҙең эшебеҙҙең төп асылы булып хужалыҡ итеү тора. Йәш үҫентеләр ултыртыу, уларҙы тәрбиәләү, һирәкләү, урмандарҙы тергеҙеү, санитар таҙартыу, урман ситтәрендә янғынға ҡаршы һыҙаттар булдырыу, етештереү эшмәкәрлеге (ағас ҡырҡыу, пилорамала ағас материалдары - таҡта, брус ярҙырып, утын әҙерләп һатыу) алып барабыҙ. Йылдың-йылы Урман хужалығы министрлығы тарафынан беҙгә пландар еткерелә, күләме арта барыуға ҡарамаҫтан, уларҙы үтәп киләбеҙ. 35 гектарҙан ашыу майҙанда йәш үҫентеләр ултыртылды, 274 гектарҙа урман культураларын тәрбиәләү, 254 гектарҙа ҡырҡып һирәкләү үткәрелде. Диләнкәлә утынға һәм төҙөлөшкә яраҡлы ағас әҙерләйбеҙ. Районыбыҙҙа төҙөлөш йылдам алып барылыуын иҫәпкә алғанда, быйыл ағас материалдары - таҡтаға һорау ҙур булды, ике миллион һумлыҡ (былтыр бер миллион ине) таҡта һаттыҡ. Шулай уҡ урмандарҙы янғындан һаҡлау маҡсатында яҙҙан көҙгәсә янғынға ҡаршы һыҙаттар (200-гә яҡын километрҙа) булдырыу эшен атҡарҙыҡ. Махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ғаиләләрен, яҡындарын утын менән тәьмин итәбеҙ. Киләһе йылға ултыртыу материалдары булған йәш үҫентеләрҙе үҫтереү өсөн теплица эшләп ҡуйылды, бындай үҫентеләрҙе көршәктәргә сәсеп үҫтереү планлаштырыла.
Пилорамабыҙ тулы көсөнә эшләй, техника паркыбыҙ ике-өс йыл элек өр-яңы ике “МТЗ” тракторҙары менән тулыланды, йәнә ошондай уҡ трактор, манипулятор, “КамАЗ”, ике “УАЗ” автомашинаһы бар.
Бихисап эштәр артында 14 кешенән торған урмансылар коллективының еңел булмаған көндәлек мәшәҡәттәре ята. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә еткерелгән бурыстарҙы еренә еткереп үтәй. Уртаса хеҙмәт стажы 20-30 йыл. Бухгалтерияла эшләүселәр үҙ һөнәрҙәренә 40 йылға яҡын ғүмерҙәрен бағышланылар. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан айырыуса уңышлы эшләүселәрҙе төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Шуларҙың береһе - баш бухгалтер Галина Алексеевна Малых Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Пилорамсы – быйыл 60 йәшен билдәләгән Миңлеғәле Мөхәмәтдинов күптән түгел юбилейы уңайынан БР Урман хужалығы министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеп, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ – Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, эштәрендә хеҙмәт уңыштары, иҫәнлек-һаулыҡ, күтәренке кәйеф һәм имен күк йөҙө теләйем.

Тәбиғәттең йәшел биҙәге һаҡсылары
Тәбиғәттең йәшел биҙәге һаҡсылары
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: