-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2024, 09:05

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман тармағы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Һөнәри байрамдары уңайынан Ғафури урмансылығы лесничийы (БР Урман хужалығы министрлығының территориаль бүлеге начальнигы) Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе Әнәс Әхәт улы СӘЙФУЛЛИН эшмәкәрлектәре менән таныштыра.

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы

- Беҙҙең инженерҙар, участка урмансылары, инспекторҙар, урман янғындарын һүндереүселәр, контроль-күҙәтеү хеҙмәтенән, йәмғеһе 9 кешенән торған Ғафури урмансылығының ҙур булмаған коллективының төп эшмәкәрлеге булып урмандарҙы контролдә тотоу, күҙәтеү, идаралыҡ итеү тора. Аныҡ әйткәндә, урмандарҙы һаҡлайбыҙ, физик шәхестәргә һәм юридик берәмектәргә ҡуртымға биреү менән шөғөлләнәбеҙ, шулай уҡ диләнкә алыуға урман участкаларын бүлеп биреүгә рөхсәт, белешмә һәм башҡа документтар әҙерләп биреү ҙә беҙҙең иңдә.
Усолка, Еҙем, Табын һәм Ташлы участка урмансылығы биләмәләрендә эшмәкәрлек алып барабыҙ. Матди-техник базабыҙ кәрәкле техника менән тулыһынса тәьмин ителгән. Офиста һәр бер хеҙмәткәр даими яңыртып торолған заманса компьютер техникалары менән тәьмин ителгән. Эшебеҙҙә күп процестарҙы системалаштырырға мөмкинлек биргән махсус программалар ҡулланабыҙ, улар документтар әйләнешен, эш алып барыуҙы уңайлыраҡ һәм сифатлыраҡ итә.
Хәҙер ойошма хеҙмәткәрҙәре һәм мөрәжәғәт итеүсе граждандар араһында үҙ-ара эш итеү тулыһынса дистанцион форматта ойошторолған. Хатта документтарҙағы ҡултамғалар ҙа электрон. Әлбиттә, кешеләр килә, кәңәшләшә, һорауҙар бирә. Беҙ бының өсөн асыҡ, әммә башҡаларға килгәндә, заманса технологиялар ярҙамында ғариза биреүселәр менән аралашыу “алыҫтан” да бик яҡшы алып барыла. Урмансылыҡ адресына запрос, ғаризаларҙы Интернет аша “Дәүләт хеҙмәттәре”, Урман хужалығы министрлығы, Күп функциялы үҙәк сайттарына мөрәжәғәт итеп ебәрергә мөмкин. Ҡайһы берҙә ғаризаларҙың әҙер формаларын иғтибар менән ентекләп тултырыу ғына етә. Шул уҡ ваҡытта, индерелгән мәғлүмәт технологиялары хеҙмәткәрҙәрҙең көнө буйы офиста булыуын аңлатмай. Беҙҙең районда Дәүләт урман фонды 200 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй, улар даими иғтибар һәм контроль талап итә. Урындарҙа һәр ваҡыт белгестәр була. Урман участкаларын иҫәпкә алабыҙ, патруллек итәбеҙ, Урман ҡануниәтен боҙоуҙарҙы туҡтатабыҙ һәм ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмағандарҙы асыҡлайбыҙ.
Республикала һәм районда туризмға ҙур иғтибар бирелә. Ғафури районында тап беҙҙең бүлек аша эшҡыуарҙар үҙҙәренә кәрәкле участкаларҙы ҡуртымға ала, һуңынан уларҙы ял итеүселәрҙе ҡабул итеү, турбазалар, ял йорттары төҙөү, туристик маршруттар әҙерләү өсөн йыһазландыра. Беҙ быға булышлыҡ итеүебеҙгә шатбыҙ. Ерҙе шулай уҡ умартасылыҡ, ауыл хужалығы, тәбиғәт ресурстарын сығарыу менән шөғөлләнгән башҡа граждандар ҙа рәсмиләштерә. Беҙҙең тәбиғәт, урман һәр ваҡыт иҡтисади яҡтан үҫешергә мөмкинлек бирә.
Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла, ышаныслы, тотороҡло, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән хеҙмәткәрҙәрҙән тора. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан, йолаға ярашлы, ҡайһы берҙәрен төрлө кимәлдәге бүләкләүҙәргә тәҡдим иттек. Ә ике хеҙмәткәрҙең тырышлығы һәм тармаҡҡа индергән өлөшө юғары наградалар менән баһаланды. Улар: Усолка участка урмансылығы урмансыһы, урман хужалығына 40 йылға яҡын ғүмерен бағышлап, бында бер нисә һөнәрҙе үҙләштергән һәм хәҙер бик етди тәжрибәгә эйә Николай Михайлович Алексеевҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе” маҡтаулы исеме биреләсәк, ә Еҙем урмансылығы урмансыһы, ике тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт стажына эйә Илшат Уразбай улы Сәйфуллин Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнәсәк. Шуны ла билдәләп үтергә теләйем: һөнәри байрамыбыҙ көнөндә коллегам БР “Ғафури урман хужалығы”ДУП-ы директоры Рәүеф Лотфрахман улы Йәнмырҙин да “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансылыҡ белгесе” исеменә эйә буласаҡ. Бик шатбыҙ!
Форсаттан файҙаланып, ра-йонда урман ресурстарын рациональ файҙаланыуға булышлыҡ итеүсе һәм йәшел байлығыбыҙҙы тулыландырыуҙа арымай-талмай эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, коллегаларҙы, ғүмерҙәрен урман тармағы менән бәйләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ - Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Иҫәнлек-һаулыҡ, хеҙмәт уңыштары, халыҡ байлығы булған урмандарҙы һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа уңыштар, урмандарыбыҙҙың мәңге шаулап тороуын теләйем.

 

“Урман - Башҡортостандың төп байлыҡтарының береһе. Шул иҫәптән экологик, мәҙәни байлыҡ. Урманды һаҡлау өсөн бергәләп күп эштәр башҡарабыҙ. Һуңғы йылдарҙа беҙ урман янғындарынан яфа сигәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта урман янғыны хеҙмәте һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән ҙур зыян килтереүгә юл ҡуймайбыҙ. Шуның өсөн ҙур рәхмәт. Тармаҡты техника менән тәьмин итеү өсөн күп эшләйбеҙ. Артабан да урман янғындарын иҫкәртеү хеҙмәтенең матди базаһын һәм һеҙҙең хеҙмәт шарттарын яҡшыртырбыҙ”, - тине Радий Хәбиров, урмансыларға техника тапшырыу тантанаһында.  

Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Урмансы – халыҡ байлығын һаҡлаусы
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: