Бынан тыш, ғаилә тормошонда йортта ремонтлағанда барлыҡҡа килгән көнкүреш мәсьәләләре, түләүҙәрҙе рәсмиләштереүҙә ҡыйынлыҡтар кеүек башҡа ҡатмарлыҡтары ла була.
Галина Ивановна һәм Виталий Апаевич Абликовтарға Борай районынан «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Лариса Шәүәлиева ярҙам итте. Ул кәрәкле документтар төҙөгән, үҙе бөтә инстанциялар буйынса үткән, мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән. Абликовтар ғаиләһен «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалында оҙатыуға алғандар, һөҙөмтәлә төбәк һәм федераль ҡануниәттә ҡаралған бөтә ярҙам сараларын улар тулы күләмдә ала.
Галина Ивановна һәм Виталий Апаевич Борай районы хакимиәтенә һәм социаль координаторға ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәт белдерә.