Ауылда 1991 йылда яңы төҙөлгән ҙур, иркен бинала “Аҡсарлаҡ” балалар баҡсаһы асыла. Иң тәүге мөдире вазифаһына Өфө педучилищеһын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайтҡан Фирҙәүес Әһлиуллина тәғәйенләнә. Һәм 2015 йылда балалар баҡсаһы мәктәп бинаһына күсерелеп, бөгөнгө көнгәсә мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөнә етәкселек итә. Кескәйҙәрҙе һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләү, баҡсаға теләп йөрөһөн, күңелдәрендә матур тәьҫораттар ғына ҡалһын өсөн рәхәтләнеп уйнарға, шөғөлләнергә, йоҡларға, туҡланырға бөтөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә бар, бүлмәләр йылы, яҡты. Бөгөнгө көндә баҡсаға 7 йәшкә тик-лемге 12 бала йөрөй. Эшен күңел биреп башҡарыусы, тәжрибәле, хәстәрлекле өлкән тәрбиәсе Ф.Әһлиуллинаның хеҙмәт стажы - дүрт тиҫтә йыл. Н.Шафиҡованың 38 йыл ғүмере мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында үтә, юғары белемгә эйә, башта уҡытыусы булып эшләп, мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһында эшләргә ҡайтанан квалификация үткән Н.Дәүләтбаеваның педагогик хеҙмәт стажы – 32 йыл, ә Д.Дәүләтбаева 13 йыл хеҙмәт стажына эйә.
Үҙ эшен яратҡан, еренә еткереп башҡарған тәрбиәселәр эшләгәнгә күрә, ата-әсәләр балаларын баҡсаға ҙур теләк менән йөрөтә. Һәр төрлө фәһемле саралар уҙғарылып тора, балалар менән экскурсияларға ла йөрөйҙәр. Балалар ҙа уңыштары менән һөйөндөрә, район кимәлендәге төрлө конкурс-бәйгеләрҙә ҡатнашып, призлы урындар яулап тора. Былтыр Әсә һәм Еңеү көндәренә арналған кескәй шиғыр һөйләүселәр конкурсының муниципаль этабында Аиша Яҡшыбаева 3-сө урын яулаған, шулай уҡ был ҡыҙ һүрәт төшөрөү буйынса, ә баҡса коллективы “Актёр оҫталығы” номинацияһында 3-сө урындарға лайыҡ булған.
Алдынғы методик алымдар ҡулланып, ижади эшмәкәрлек алып барған, сабыйҙар күңелен аңлаған, үҫтерә белгән балалар баҡсаһы коллективы уңышлы эшләүселәрҙең береһе, район күләмендә үткән сараларҙан ситтә ҡалмай. Ике йыл рәттән “Ҡышҡы уйындар” район конкурсында 1-се урын яулайҙар, “Көҙгө фантазия” конкурсында “Иң әүҙем ата-әсәләр” номинацияһына эйә булалар. Тәрбиәселәр һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнаша, быйылғы конкурстың муниципаль этабында тәрбиәсе Нурсилә Минемөхәмәт ҡыҙы Шафиҡова “Йыл мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2024” конкурсы лауреаты булды.
- Коллективтан уңдым, татыулыҡта, берҙәм, бер төптән, матур эшләйбеҙ. Эльвера Ғафарова етәкселегендәге мәктәп коллективы менән дә берҙәмлектә, кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Ата-әсәләр менән аңлашып, берлектә эшләйбеҙ, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торалар. Уңайлы шарттарға килгәндә, бина газ менән йылытыла, канализация үткәрелеп, балалар өсөн бәҙрәфтәр ҙә (ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн айырым) эстә, йыуыныу бүлмәләре лә бар. Баҡсабыҙ эшләп, сабыйҙар тауышы яңғырап торор, сөнки ауылда йәш ғаиләләрҙә балалар үҫә, киләһе йылға дүрт бала мәктәпкә уҡырға юлланһа, өс бала уларҙың рәтен тулыландырасаҡ, - ти Фирҙәүес Миңлебай ҡыҙы.
Һөнәри байрамдары уңайынан ҡотлап баҡса коллективына тағы ла илһамланып эшләүҙәрен, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын теләйбеҙ.