-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь , 09:15

Һәр кемгә рәхмәтле булыу – оло бәхет ул

- Ҡара әле, боронғоларҙың “нимә уйлаһаң – алдыңа шул килер, кемде уйлаһаң шуның менән күрешерһең”, тигәндәре шулай ҙа тап килер икән. Кисә генә бынау ҡағыҙҙарҙы ҡарап, Ниязбай менән Гөлнурҙы, “Табын”редакцияһында булған саҡтарҙы иҫләп ултырғайным. Бөгөн иртә менән Гөлнурҙар Ҡөрьән ашына саҡырып алды. Әле бына Бурлынан ҡайтып ҡына тора инем, - тип ҡаршы алды беҙҙе Яугилде ауылында Мөнирә апай Солтанморатова.

Һәр кемгә рәхмәтле булыу – оло бәхет ул
Һәр кемгә рәхмәтле булыу – оло бәхет ул

Күптән түгел үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләгән Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы бөтә ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә арнаған ветеран-уҡытыусы. Хаҡлы ялға туҡтап, үҙен Бурлы ауыл советының ветерандар советы ағзаһы итеп һайлағас, бер осор редакция менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, Бөйөк Ватан һуғышы, тыл һәм хеҙмәт ветерандары, уңған ауылдаштары хаҡында мәҡәләләр яҙҙы.
Мөнирә апай Сәйетбаба ауылында тыуып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағас, уҡыу алдынғыһы булыу өҫтөнә үҙен оҫта ойоштороусы итеп тә танытҡан ҡыҙҙы Ҡауарҙы урта мәктәбенә пионервожатый итеп ебәрәләр. Ике йыл эшләй ул бында. Шул арала тырыш ҡыҙ Белорет педагогия училищеһының ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. Өлкән хеҙмәттәштәренән эшкә өйрәнеп, бай һәм төплө тәжрибә туплап өлгөрә. 1962 йылда Мөнирә Вәлиулла ҡыҙын Уҫман башланғыс мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.
- Ул саҡта мәктәптә 120-нән ашыу уҡыусы бала ине. Мәктәп иҫке, класс бүлмәләре һыуыҡ. Салауат исемендәге колхоздың ул саҡтағы рәйесе Фәрит Әбсәләмов ярҙамы менән яңы мәктәп төҙөү эшен башланыҡ. Башта ағас өсөн диләнкә юллап алдым. Бура бурап, уны күтәреп, башын ябыуҙа ауылдың ир-егеттәре эшләһә, стеналарҙы һылау-аҡлауҙа ҡатын-ҡыҙҙар ярҙам итте. Элек бит халыҡ берҙәм булып, һәр эште өмә ойоштороп башҡара торғайны, - тип ул йылдарҙы иҫкә ала Мөнирә апай. - Шулайтып күмәкләп эшләп, бер йыл тигәндә яңы мәктәпкә күстек. Шул ваҡыттан уҡ уҫмандарҙы берҙәм, тырыш халыҡ тип беләм һәм ихтирам итәм.
Шулай дәртләнеп, ең һыҙғанып эшләп йөрөгәндә Мөнирә ғүмерлек тормош юлдашын - Яугилде ауылы егете Сәлмән ағайҙы осрата. Оҙаҡламай гөрләтеп туй яһап, егет ҡыҙҙы Яугилдегә алып ҡайта һәм Мөнирә ауыл мәктәбендә эш башлап, хаҡлы ялға туҡтағансы башланғыс класс уҡыусыларын уҡырға-яҙырға өйрәтә.
Сәлмән ағай менән илле йылдан ашыу матур, татыу ғүмер кисереп, ҡыҙҙары Лира менән улдары Фәнисте оло тормош юлына сығаралар. Бөгөн улар Өфө ҡалаһында йәшәһәләр ҙә ғаиләләре менән әсәһе янына йыш ҡайтып йөрөйҙәр. Инде үҫеп еткән ейән-ейәнсәрҙәре лә өләсәләрен ярҙамһыҙ, иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
- Тормошомда осраған һәр кемгә рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Эшемдән дә, тормошомдан да уңдым, Аллаға шөкөр. Төрлө йылдарҙа уҡытҡан элекке уҡыусыларым һис онотмай. Кеме телефон аша, кемелер өйгә килеп, хәлемде белешеп, рәхмәтен әйтеп китә. Уҡыу осорондағы ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән уртаҡлашалар. Уҡытыусы өсөн был оло баһа тип иҫәпләйем. Тормош иптәшем Сәлмән дә бик бөтмөр, уңған, ипле кеше ине. Оҙаҡ йылдар “Ленинизм” колхозында иретеп йәбештереүсе булып эшләне. Ҡулы оҫта булды, нимәгә тотонһа ла ҡойоп ҡуя инде. Һигеҙенсе тиҫтәгә аяҡ баҫҡансы тиерлек мал-тыуарҙан, ҡош-ҡорттан өҙөлмәнек, бал ҡорттары ла тоттоҡ. Иртәрәк баҡыйлыҡҡа күсте шул, - ти Мөнирә апай ауыр уфтанып.
Матурлыҡты, сәскәләрҙе ярата Мөнирә апай. Ҡапҡаһын асып инеү менән үҙеңде сәскәләр донъяһына аяҡ баҫҡандай тояһың. Тотош ихата аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән. Ә яҙыу-һыҙыу эшен әле лә ташламай икән. Үҙенең һәм яҡындары, туғандары араһындағы ғына түгел, тотош ауыл, ил кимәлендәге иҫтәлекле ваҡиғаларҙы теркәп бара.
- Быныһы йәштән ғәҙәткә ингәндер инде, эшләгәндә һәр көнгә генә түгел, һәр сәғәткә план төҙөп, уй-пландарҙы теркәп бара инек бит. Өҫтәүенә агитатор булып, фермаларҙа, ырҙын табаҡтарында стена гәзиттәре, “Боевой листок”тар, "Молния"лар ҙа сығарҙыҡ. Хәҙер план төҙөйһө түгел, ана шул иҫтәлектәрҙе, башҡа килгән уйҙарҙы теркәп ултыраһы ғына ҡалды. Бына хәҙер бөгөнгө осрашыуҙарҙы, һеҙҙең килеүегеҙҙе лә яҙып ҡуям. Ни тиһәң дә, шулайтып яҙышыу үҙе бер шөғөл, күңел йыуанысы бит, - ти Мөнирә Вәлиулла ҡыҙы беҙҙең менән хушлашып.
Уға “афарин”, тип кенә әйтке килә. Ҡартлыҡҡа бирешмәй, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй артабан да шулай тормош уртаһында ҡайнап йәшәгеҙ, Мөнирә апай.
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Һәр кемгә рәхмәтле булыу – оло бәхет ул
Һәр кемгә рәхмәтле булыу – оло бәхет ул
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: