500-ҙән ашыу кеше 6750 төрлө ағас һәм ҡыуаҡлыҡ - ҡарағай, шыршы, ҡайын, алма, кишер, ҡарағат, йүкә, имән, миләш ултыртты. Красноусол ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына” һәм “Геройҙар” аллеяһында ултыртылды.
Райондың хеҙмәт коллективтары менән бергә акцияла район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ирина Анатольевна Небогатова ҡатнашты.
Шулай уҡ районда “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы ла үтеп, урман фонды ерҙәрендә Усолка участка урмансылығында 1,5 гектар майҙанда 6 меңгә яҡын ҡарағай сәсеүлектәре ултыртылды. Акцияла уҡыусылар һәм Ғафури урмансылығы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
«Йәшел Рәсәй» акцияһы шулай уҡ “Бөтә Рәсәй өмә”һен үҙ эсенә алды, унда ойошмаларҙың, предприятиеларҙың һәм учреждениеларҙың хеҙмәт коллективтары ҡатнашты.
400-ҙән ашыу кеше биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартты, ҡойолған япраҡтарҙы йыйҙы, бордюрҙарҙы, ағастарҙы һәм ҡоймаларҙы аҡланы, һәйкәлдәрҙе төҙөкләндерҙе, контейнер майҙансыҡтарын һәм йылға ярҙарын тәртипкә килтерҙе. Өмәгә 35 берәмек техника йәлеп ителде. Күмәк көс менән районыбыҙ тағы ла матурланып һәм таҙарып ҡалды.