Өфөлә “Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре: ғаиләлә традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау, дин-ара һәм милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу” XV халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Ул Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратына нигеҙ һалыныуҙың 235 йыллығына һәм Рәсәйҙә Ғаилә йылына арналды.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Шәйхел-ислам, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин пленар ултырышты асты. Ул, кешелек бөгөн етди һынауҙар алдында тора, тип билдәләне. “Коллектив Көнбайыш алып барған сәйәсәт тотош донъяға хәүеф тыуҙыра, Рәсәй һәм донъя ислам йәмәғәтселеге вәкилдәрен ул бик ныҡ борсой. Төрлө милләт һәм дин кешеләренең берләшеп, яуыз дошманға ҡаршы тора алыуына Рәсәй тарихында миҫалдар аҙ түгел”, - тип иҫкә төшөрҙө Тәлғәт Тажетдин. Уның фекеренсә, ил халыҡтарының берҙәмлеген һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа ғаилә айырым роль уйнай. Ул уны бөтә кешелектең беренсе нигеҙе тип атаны һәм Рәсәйҙә дәүләт ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға ҙур иғтибар бирә, тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Азат Бадранов үҙенең сығышы алдынан республика Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда: "Рәсәй – миллионлаған мосолман өсөн тыуған йорт, мосолман донъяһының айырылғыһыҙ өлөшө. Ике быуаттан ашыу элек Өфөлә илебеҙҙәге ислам үҙәге ойошторола һәм бөгөн ул, мосолман өммәтен туплауға тос өлөш индереп, эшләүен дауам итә. Беҙҙең хөрмәтле юғары мөфтөй Шәйхел-ислам Тәлғәт Тажетдин дүрт тиҫтә йылдан ашыу Рәсәй мосолмандарының танылған дини лидеры булып тора. Ул барыбыҙ өсөн дә ысын илһөйәр, аҡыллы кәңәшсе, абруйлы рухи лидер. Уның һүҙе дин әһелдәре, имамдар, шәкерттәр, бөтә мосолмандар өсөн әхлаҡи йүнәлеш бирә. Ватанды һаҡлаусылар ҙа Тәлғәт хәҙрәттең рухи ярҙамын тоя, улар, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, махсус хәрби операцияның бурыстарын үтәй. Беҙҙең рухи етәкселәрҙең вәғәздәре яугирҙәрҙе яҡлай, көс өҫтәй, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итә һәм еңеүгә ышанысыбыҙҙы нығыта", – тип әйтелә.
Азат Бадранов һүҙҙәренә ҡарағанда, конференция йәмәғәт тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде. Ул шулай уҡ Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының һәм ул ойошторған Рәсәй ислам университетының Рәсәйҙең һәм донъяның алдынғы ислам вуздары менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә, берҙәм рухи һәм белем биреү киңлеген, күп быуатлыҡ традицион ҡиммәттәребеҙҙе инҡар иткән Көнбайыштың идеологик ҡараштарын кире ҡағыу буйынса дөйөм позицияһын булдырыуға ҙур өлөш индереүен билдәләне.
Һуңғараҡ, пленар ултырыштың тәнәфесендә Азат Бадранов журналистар менән аралашты һәм был сараның мөһимлегенә тағы ла бер тапҡыр баҫым яһаны.
"Бында бик хөрмәтле кешеләр: ислам ғалимдары, дин белгестәре, хәҙрәттәр йыйылған. Үҙ сығышында һәр кем тиерлек бөтә донъяға төрлө халыҡтарҙың һәм диндәрҙең берҙәмлек өлгөһөн күрһәтә алған Рәсәй цивилизацияһының үҙенсәлеген билдәләне, – тине Азат Бадранов. – Бөгөн, беҙҙең егеттәр, яугирҙәр, көнбайыш сиктәрҙә Рәсәйҙең йәшәү хоҡуғын яҡлағанда, ил эсендә рухи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы яҡлау ҙа мөһим. Улар бер-береһен тулыландыра һәм яңырта".
Рәсәй Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығының дини ойошмалар менән эш итеү департаменты начальнигы урынбаҫары Алмас Фәйзуллин ил Президенты ҡуйған традицион Рәсәй рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте өлкәһендәге бурыстарҙың бик көнүҙәк булыуы хаҡында һөйләне. 235 йыл элек Өфөлә мосолмандарҙың Диниә назараты ойошторолоуы Рәсәйҙең традицион диндәренең береһе булып исламды таныуҙа мөһим аҙым булды, был мосолмандарҙың Ватан патриоты булараҡ формалашыуына булышлыҡ итте, тип хәтергә төшөрҙө ул.
Рус православие сиркәүенең (Мәскәү Патриархатының) Башҡортостан митрополиты башлығы Никон: “Башҡортостан – төрлө милләт, дин кешеләре бергә йәшәгән һәм эшләгән уникаль төбәк, һәм беҙҙең йәмғиәт өсөн сит көнбайыш ҡиммәттәре, шул иҫәптән уларҙың ғаилә ҡиммәттәре тағыла алмаҫлыҡ, сөнки улар Рәсәйҙең традицион диндәренең рухи нигеҙҙәренә ҡаршы килә”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Форум сиктәрендә студенттарҙың "Ҡамали уҡыуҙары" IV Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы булды. Секция ултырыштарында традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙа диндең роле, дин әһелдәренә социаль хеҙмәт күрһәтеү мәсьәләләре, традицион ислам мәғарифын үҫтереү өлкәһендә заманса ҡаҙаныштар тикшерелде.
Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы (ЕАСИО) советы һәм секретариатының берлектәге ултырышы конференция сараларының береһе булды. Ассоциация 2021 йылда Евразия киңлегендәге алдынғы ислам дини белем биреү ойошмалары араһында үҙ-ара эш итеүҙе нығытыу маҡсатында ойошторолған. Евразия ислам мәғарифына булышлыҡ итеү ассоциацияһы ағзалары – Рәсәй, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һәм Беларусь Республикаһы мосолмандарының Диниә назараттары һәм юғары ислам мәғарифы ойошмалары.
Ултырышта киләсәккә үҫеш планы һәм уның составына Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан һәм Төркмәнстандан яңы ағзалар ҡабул итеү ҡаралды.
Сара дөйөм алғанда 500-ләгән ҡатнашыусыны берләштерҙе. Улар иҫәбендә: Рәсәй Федерацияһының 30-ҙан ашыу төбәгенән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән (Марокко, Палестина, Тунис, Төркиә, Һиндостан, Иордания, Ираҡ, Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстан) власть органдары вәкилдәре, дин белгестәре, тарихсылар, ислам белгестәре, теологтар, ғилми һәм мәғариф ойошмалары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм студенттары, дин әһелдәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
Фото: Рәйеф Баҙыҡов.