-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Сентябрь , 09:00

Хәрәкәттә - бәрәкәт

Ғүмер көҙҙәренә кергән оло быуын өсөн Ололар көнө – көтөп алынған байрам. Үҙҙәренә булған иғтибарҙы, бер-береһе менән күрешеп аралашыуҙы көтөп ала улар. Байрам уңайынан Татар Саскүле ауылында йәшәүсе һаулыҡ һаҡлау ветераны София Хәмзә ҡыҙы Хәйбуллина менән таныштырабыҙ.

Хәрәкәттә - бәрәкәт
Хәрәкәттә - бәрәкәт

- Эй, ғүмерҙәр! Аҡҡан һыу кеүек икән. Әле яңы ғына йәш кенә килеш Ғафуриға, Татар Саскүле ауылына эшкә килгәйнем, хәҙер 85 йәш тә булып киткән, - тип шат йылмайып, ихлас ҡаршы алды беҙҙе София Хәмзә ҡыҙы.
Әлбиттә, ошоғаса төҫ ташламаған йәш сырайлы был һылыу, мөләйем, яҡты йөҙлө апайға был йәште бирерлек тә түгел...
София Хәмзә ҡыҙы 1939 йылдың 28 июлендә Ырымбур ҡалаһында хәрби лётчик Хәмзә Шәрип улы һәм Рабиға Мәхмүт ҡыҙы Әбдрәшитовтар ғаиләһендә тыуып үҫә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһы һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Атайһыҙ үҫһә лә, ҡыҙ бирешмәй, уҡырға тырыша. Ғаиләләре Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсә һәм бында мәктәптә уҡыған ҡыҙ 8-се кластан һуң, медицина училищеһына уҡырға инеп, фельдшер һөнәренә эйә була. Алыҫ 1961 йылдың сентябрендә йүнәлтмә бу-йынса Ғафури районына эшкә ебәрелгән йәш белгесте үҙәк район дауаханаһы баш табибы Татар Саскүле ауылына фельдшер итеп тәғәйенләй. Ауылда медпункт бинаһы ла булмай сыға, пациенттарҙы торлаҡ йорттоң бер бүлмәһендә ҡабул итә башлай, бер өҫтәл, ултырғыс һәм кушетка, медицина ҡоралдарынан стерилләгес, терегөмөшлө тонометр һәм бер нисә энәле 2-3 шприц ҡына булған. Һуңынан ул ваҡыттағы ауыл советы рәйесе Вершинин яңы медпункт бинаһы төҙөтә. Өҫтәүенә, юлһыҙлыҡ, транспорттың булмауы бәкәлгә һуға. Ҡала ҡыҙы бындай хәлгә хайран ҡала, бер нисә йылға түҙермен әле, тип, һынау ваҡыты үткәс, ҡабат ҡалаға ҡайтырын уйлап, үҙен тынысландыра һәм барыһына ла күнеп, бар белемен, булмышын биреп башкөллө эшкә сума. Әммә һылыу ҡыҙҙы ауыл егеттәре тиҙ генә ҡайтарып ебәрә буламы ни. Ауылдың һөлөк кеүек сибәр егете – бульдозерсы булып эшләп йөрөгән Вәрис медицина тикшереүе үтергә йүнәлтмә алырға килгәндә ҡыҙҙы осрата һәм бер күреүҙән ғашиҡ була. Ике йәш йөрәк араһында һөйөү уты ҡабына һәм 1962 йылдың мартында өйләнешәләр. Дүрт йыл үтеүгә йорт һалып инәләр. 1985 йылда ике яҡлы итеп яңырталар. Шунан бирле күпме ғүмер үткән, София Хәмзә ҡыҙына яҙмыш ҡушыуы бу-йынса ҡалаға ҡайтып китергә түгел, ә Татар Саскүле ауы-лында төпләнергә насип булған, хәҙер бында күптән үҙ кешегә, килгән ере тыуған ергә әйләнгән. Үҙенә лә, пациенттарына ла талапсан, яуаплы, үҙен грамоталы белгес, кәрәк саҡта аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә һәләтле итеп танытҡан медицина хеҙмәткәре 37 йыл ғүмерен кешеләр һаулығын һаҡлауға арнап, хаҡлы ялға туҡтаған. Пенсияла булыуға ҡарамаҫтан, үҙенең урынында эшләүсе бөгөнгө заманса ФАП-тың фельдшеры Клара Ҡайғоловаға аҡыллы кәңәштәре менән терәк-таяныс булып тора.
- Мин пациенттарыма хәрәкәттә – бәрәкәт тип әйтә килдем. Күберәк хәрәкәтләнһәң, оҙағыраҡ йәшәйһең. 40 йылға яҡын эшләү дәүеремдә сирлеләр янына саҡырыуҙарға йөрөп, меңдәрсә саҡрым юл үткәнмендер, моғайын. Войновка ауылынан атта килеп алып килтереп ҡуйһалар, Карьерға һәм унан кирегә йәйәүләп йөрөнөк. Ни эшләптер саҡыртыуҙарҙың күпселеге төндә була торғайны, әлеге кеүек бағаналарҙа лампочкалар янмай, ҡулыңа фонарь тотаһың да, буранмы, ямғырмы, юл бармы-юҡмы, кәрәкле медикаменттарыңды алып, ауырыу янына юлланаһың. Йөклө ҡатындарҙы Дарьино ауылындағы бала табыу йортона илткәндә юлһыҙлыҡ арҡаһында барып етә алмай, юлда нисәмә балаға “кендек инәһе” булырға ла тура килде. Совхоз ай һайын медпунктты дарыуҙар менән тәьмин итеү өсөн Табын ауылындағы дарыухананан дарыуҙар барып алыу өсөн ат бирә ине. Атты егеп санитаркалар менән барабыҙ, улар минең уң ҡулым - күсер ҙә, дарыуҙарҙы тейәүсе лә. Ғөмүмән, бинаны йылытыу өсөн утын бысып ярыу, һыу ташыу һәм башҡа бихисап эштәр ҙә уларҙың иңендә булды. Башта Мәртәб Кинйәбулатова, һуңынан Мөбәйнә Яппарова санитарка булып эшләне, хәҙер икеһе лә мәрхүмә инде, - тип хәтер йомғағын һүтте медицина ветераны.
Вәрис Ғабдулла улы менән 54 йыл татыулыҡта, матур пар булып йәшәп, ике балаға (ҡыҙ, ул) ғүмер биргәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөклө тормош юлдашы 2016 йылда мәрхүм булған. Ҡыҙҙары Лилиәгә - 61 йәш, ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй, ике бала әсәһе, хәҙер үҙе өс ейәнгә өләсәй. Педучилище, һуңынан пединститут тамамлаған, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй, 40 йылдан ашыу ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған. Уның улы Тимур Барый улы ҡарт-олатаһы – хәрби осоусы юлынан китеп, подполковник дәрәжәһенә эйә һәм 38 йәшенән үк пенсия (выслуга буйынса) ала. Улдары Радик 59 йәштә. Салауат ҡалаһында индустриаль техникум, һуңынан нефть институтын тамамлаған, заводта эшләй, ике бала атаһы, бер ейәнсәргә олатай.
София Хәйбуллина төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәренең уртаһында була. Тура һүҙле, ғәҙел, намыҫлы ҡатынды ауылдаштары бер нисә саҡырылыш ауыл Советына депутат итеп һайлай. Агитатор булараҡ, малсылыҡ фермаларында, мәктәп, балалар баҡсаһы, клубта һәм башҡа объекттарҙа эшләүселәр янында йыш була, санбюллетендәр сығара, белешмәләр тарата, кәрәк саҡта медик булараҡ, планлы прививкалар ҙа эшләргә тура килә уға. Мәктәптә уҡытыусылар етешмәгәнлектән, район мәғариф бүлеге рөхсәте менән Татар Саскүле мәктәбендә 8-се кластарға анатомиянан белем бирә, биология дәрестәрен дә уҡыта.
Эш күп булғанлыҡтан, өйгә ҡайтып та инмәгән мәлдәрендә үҙҙәренең ишле хужалыҡтарын көтөүҙә хәстәрлекле һәм яратҡан тормош иптәше Вәрис Ғабдулла улы уның һәр яҡлап уң ҡулы була. Үҫә төшкәс, ҡул араһына ингән балалары ярҙам итә. Әле лә Лилиә ҡыҙы кейәүе менән әсәләрен яңғыҙ итмәйҙәр, ял һайын ҡаланан ҡайтып ярҙам итеп китәләр. Баҡсала һәм теплицала уларҙың көсө менән йәшелсә-емеш ишелеп уңыш бирә, ихата гөлбаҡсаға әүерелгән, күҙҙең яуын алырлыҡ ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, өйө эсен дә матур гөлдәр биҙәй. Олпат йәштә булыуына ҡарамаҫтан, София апай балалары Өфөлә булғанда үҫентеләргә һәм сәскәләргә йәй буйы һыу һибә, тәрбиәләй. Үҙенә йәнә бер шөғөл тапҡан, йорт ҡуяндары ҡарай, улар менән аралашыуҙан йыуаныс һәм ҡыуаныс таба. Өс бүлмәле фатирлы ҡыҙы үҙҙәре янына ҡалала йәшәргә саҡырһа ла, ризалашмай, ауылды, үҙ йортонда йәшәүҙе хуп күрә, газ үткән, йылы, ҡалалағыса шарттар бар.
София Хәмзә ҡыҙының кәйефе күтәренке, йөҙөнән йылмайыу китмәй, үҙен һәйбәт тоя, еңел генә хәрәкәтләнә, һүҙгә әүәҫ, кеше менән итәғәтле итеп, ихлас һөйләшә, хәтере бик шәп булыуына хайран ҡалырлыҡ. Ни бары ҡолағы ғына бер аҙ ишетмәй, ә күҙҙәре һәйбәт күрә, өҫтәлдә гәзит-журналдар ята, китаптар ҙа бар, уларҙы даими уҡыуын билдәләп үтте ул. София апай аш-һыу, ҡамыр ризыҡтары оҫтаһы ла, ҡыҙы әйтеүенсә, ҡайтыуҙарына ниндәй генә ҡамыр ризыҡтары әҙерләп ҡаршы алмай икән уларҙы һәм килгән ҡунаҡтарҙы, ул телеңде йоторлоҡ кекстары, ул бәлештәре менән һыйлай. Әйткәндәй, беҙҙе лә үҙенсә генә тәмле итеп бешергән кексы менән һыйланы София Хәмзә ҡыҙы. Ә Лилиә ҡыҙы ҡоймаҡ оҫтаһы икән, быйылғы уңыштарынан төрлө ҡайнатмалар, повидлолар, салаттар әҙерләгәндәр.
Ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ, хөрмәтле, ветеран, ағинәй!

Хәрәкәттә - бәрәкәт
Хәрәкәттә - бәрәкәт
Хәрәкәттә - бәрәкәт
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: