“Ҡатыҡ байрамы” Башҡортостандың Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова һәм башҡа ҡунаҡтарҙы ҡаршылауҙан башланды. Программа сиктәрендә барлығы 450 литр ҡатыҡ әҙерләнде. Иң ҙур ҡатыҡ һалынған һауыт парктың уртаһына ултыртылды.
Килгән ҡунаҡтар боронғо рецепт буйынса эшләнгән ҡатыҡ менән һыйланды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, һәр ауылдың үҙенең ҡатыҡ эшләү серҙәре бар һәм ул быуындан-быуынға күсә килә.
Түбәнге Тирмә ауылынан 92 йәшлек Нәйфә Мансурова бала сағында әсәһе менән электричкала Өфөгә ҡатыҡ һатырға йөрөгән мәлдәрен хәтерләне:
-Беҙҙең әсәйҙәр тәүге электричкаға өлгөрөр өсөн иртә таңдан, хатта төнөн көйәнтәгә биҙрәләр аҫып тимер юлы вокзалына бара торғайнылар. Вагондарҙа кеше күп. Ә баҙарҙа беҙҙең ҡуйы тәмле ҡатыҡты көтөп кенә торалар. Был уларҙы аслыҡтан ҡотҡара ине.
Көн һайын ҡалаға ҡатыҡ алып килеүсе ҡатындарҙы Өфө халҡы “Көйәнтәле фәрештәләр” тип йөрөттө. Сөнки күптәргә ул осор көнөнә бер стакан ҡатыҡ һәм бер киҫәк икмәк кенә эләкте. Ә беҙ ҡатыҡ һатҡан аҡсаға икмәк, кейем-һалым ала торғайныҡ, - тип хәтерләй Нәйфә апай.
Еңеү паркында республиканың 11 районынан этноихаталар ҡуйылды. Кушнаренко, Мишкә, Туймазы, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Дүртөйлө, Шаран, Балтас, Саҡмағош районы вәкилдәре милли ихаталарын күрһәтте.
Байрам сиктәрендә фольклор коллективтарының, ансамблдәрҙең, солистарҙың смотр-конкурсы ла ойошторолдо. Унда күрше райондарҙан килгән коллективтар ҙа ҡатнашты. “Иң яҡшы ихата”, “Иң яҡшы фольклор коллективы”, “Иң яҡшы солист”, “Иң яҡшы ансамбль” номинациялары буйынса иң-иңдәр ҙә билдәләнде “Ҡатыҡ байрамында”.
Сығанаҡ: “Родник плюс” гәзите сайтынан.