Ҡайһы бер эш биреүселәрҙең, һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәрҙе экономиялау йәки бөтөнләй түләмәү маҡсатында, хеҙмәткәрҙе ҡабул иткәндә, уға хеҙмәт мөнәсәбәттәрен рәсмиләштереүҙән баш тартыуы, йәғни уға легаль булмаған эш тәҡдим итеүе сер түгел. Һәм күп кенә хеҙмәткәрҙәр рәсми рәсмиләштерелмәйенсә эшләүҙе хуп күрә. Телдән килешеүгә нигеҙләнгән бындай хеҙмәт мөнәсәбәттәренә рәсми булмаған мәшғүллек билдәләмәһе бирелә.
Ни өсөн граждандар рәсми булмаған эшкә күсә? Бында бер нисә төп сәбәп бар: халыҡтың түбән хоҡуҡи мәҙәниәте, килешеү формаһы буйынса эшкә урынлаша алмау (ҙур конкуренция, бәләкәй эш хаҡы, эш биреүсенең һалым түләргә теләмәүе), һығылмалы эш графигы, өҫтәмә килем, дуҫтар өлгөһө, етәкселек күҙәтеүе аҫтында йәки коллективта эшләргә теләмәү, юғары белемһеҙ, квалификацияһыҙ эшкә урынлашыу.
Шулай итеп, хеҙмәт баҙарының рәсми булмаған секторы барлыҡҡа килә, унда хеҙмәткәрҙәр социаль һәм хоҡуҡи яҡлау мөмкинлегенән мәхрүм ителә.
Эш биреүсенең хеҙмәт килешеүен рәсмиләштереүҙән ҡасыуындағы кире эҙемтәләр исемлеге ярайһы уҡ ҙур:
түләнмәгән дауахана һәм отпуск (йыллыҡ отпуск, студенттарға уҡыу отпускыһы, файҙаланылмаған отпуск көндәре өсөн аҡсалата компенсация);
төнгө эш, эштән һуң эшләү, байрам көндәрендә эшләү өсөн өҫтәмә түләү юҡлығы;
штаттарҙы ҡыҫҡартыу буйынса эштән бушатыуҙа башҡарылмаған иҫәп-хисап;
ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, декрет ялы, бала ҡарау буйынса отпуск осоронда эш урынын һаҡлап ҡалыу гарантияһы булмауы;
банк кредиты йәки виза алыуҙан баш тартыу;
декларацияланмаған килем өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡурҡынысы;
производствола бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙән баш тартыу;
эш биреүсенең инициативаһы буйынса теләһә ҡайһы ваҡытта эштән бушатыу мөмкинлеге, шулай уҡ хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡлау өсөн судҡа мөрәжәғәт итеү өсөн нигеҙ юҡлығы.
"Һоро" эш хаҡы алғас, хеҙмәткәр торлаҡ һатып алыуға социаль йәки мөлкәт һалымын йәки уҡыу һәм дауалау өсөн социаль һалым ташламаһын алыу, торлаҡ субсидияһы менән файҙаланыу, ҡартлыҡта лайыҡлы пенсия алыуға иҫәп тотоу мөмкинлегенән мәхрүм ителә.
Предприятие кимәлендә рәсми булмаған мәшғүллекте файҙаланыу, тәү ҡарашҡа, отошло булып күренә, сөнки сығымдарҙың кәмеүенә һәм табыштың артыуына килтерә. Әммә, предприятиеға санкциялар (штрафтар, эшмәкәрлеккә тыйыуҙар һәм башҡалар) ҡулланылған осраҡта, кире һөҙөмтә лә булыуы мөмкин.
Р. ҠОТЛОБУЛАТОВ,
хеҙмәт буйынса белгес.