Махсус хәрби операцияға юлланыусы ауылдаш ир-егеттәрҙе өйҙәренә барып, кәрәкле әйберҙәр биреп оҙатып ҡалыу һәм унан ялға ҡайтҡандарына клубта сәй табыны ойоштороп, ауылдаштары менән осрашыуҙар үткәреү изге йолаға әүерелгән. Иғлан ителгән акцияларҙы күтәреп алып, ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләп, үҙ өлөштәрен керетәләр. Маскировкалау селтәрҙәре үрһендәрме, окоп шәмдәре эшләһендәрме, бирсәткәләр бәйләһендәрме, туҡмас та әҙерләгәндәр, бауырһаҡ та бешергәндәр, борщ әҙерләүгә лә үҙ өлөштәрен керетәләр. Шулай итеп посылкалар әҙерләп оҙаталар.
Маскировкалау селтәрҙәре үреүҙе ойоштороу өсөн селтәрҙәр һәм таҫмалар, окоп шәмдәре әҙерләргә ҡалай банкалар, парафин һатып алырға аҡса йыйырға уйлашҡас, ауыл кешеләре дәррәү күтәреп алған. Ситтә йәшәүсе ауылдаштары ла әүҙем ҡушылған был акцияларға. Иң тәүҙә селтәрҙе элеп ҡуя торған өс метрлы станок ҡорола, уны ауыл старостаһы Әлфир Хәмзин менән Сәғит Мәмбәтов үҙенең оҫта ҡулдары менән эшләп биргән. Гөлшат Дәүләтова менән Рима Шәмсетдинова Родина һәм Бурлы ауылдары оҫталарынан селтәр үреү серҙәренә төшөнәләр һәм икәүҙән-икәү үреп, махсус хәрби операцияға оҙатҡандар. Икеһе ете селтәр үреүгә өлгәшкән, йәнә өс сетка үрерлек таҫмалары бар, селтәрҙәр кәрәк. Майшәмдәр эшләүҙә 81 йәшлек Зәбирә Сәғитова, Нәзирә Усманова, Гөлзифа Ҡотлобаева, Гөлнара Зәйнетдинова, Клара Сәғитова, Клара менән Хәлиҙә Сәлиховалар, Әминә Сәйфуллина тырышлыҡ һалған.
Күптән түгел райондан МХО-ға сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Ерек ауылы халҡы быныһынан да ситтә ҡалманы. Яугилде ауылына борщ әҙерләргә йөрөгәндәр, Гөлшат Дәүләтова үҙ баҡсаһында үҫтергән йәшелсәләрен һәм башҡаһын алып барған. Рима Шәмсетдинова төрлө дарыуҙар, тәмлекәстәр килтергән. Ауыл әүҙемселәре Гөлзифа Ҡотлобаева төрлө кәрәк-яраҡтар, аш тәмләткестәр, носкиҙар, Хәлиҙә Сәлихова кәрәк-яраҡтар, Гөлсинә Сәғитова түшәк йыйылмалары, ситтә йәшәүсе Радис Сәғитов аҡсалата һәм әйберләтә лә үҙ өлөшөн индергән. Ауылдың иң өлкән кешеһе – 96 йәшлек Зөлғәнифә Әсфәндийәрова менән 84 йәшлек Әминә Хәмзина аҡсалата ярҙам күрһәткән. Рима Шәмсетдинов менән Гөлшәт Дәүләтова барыһын бергә туплап, йәшниктәргә тултырып, еректәр исеменән гуманитар ярҙам оҙата.
Улар һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарының һәммәһенә лә ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр, иҫәнлек-һаулыҡ, һуғыш тиҙерәк тамамланып, ир-егеттәр иҫән-имен тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйҙәр.