Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар хеҙмәткәрҙәре менән берлектә инвесторҙарға йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу уңайлы булһын, шулай уҡ «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы аша йылылыҡ селтәрҙәренә тоташтырыуға ғаризаны электрон төрҙә биреүҙе еңеләйтеү өсөн махсус инструкциялар әҙерләне. Был инструкцияларҙы Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында һәм «Һанлы милек һәм төҙөлөш» суперсервисында, шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында табырға мөмкин.
- Инструкциялар ярҙамында йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә технологик тоташтырыуға ресурс ойошмаһы менән килешеү төҙөүгә ғариза биреү өсөн ниндәй эштәр башҡарырға кәрәклеген асыҡлау ҡыйын түгел. Документта һәр этапта талап ителгән документтар исемлеге яҙылған, был инвесторҙың кәрәкле мәғлүмәт эҙләүгә ваҡытын экономияларға һәм электрон ғаризаны тултырыу һәм ебәреү процесын еңеләйтергә мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләй БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Юрий Палтусов.
Эшкәртеүселәр барыһын да уйлаған һәм инструкцияға техник шарттар алыуға запрос биреү тураһында мәғлүмәт, шулай уҡ йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу тураһында килешеү төҙөү өсөн кәрәкле документтар пакетын алыу механизмын индергән. Электрон төрҙә тоташыу өсөн ғариза инструкцияһы график һүрәттәр менән бирелә.
Белешмә: “Һанлы милек һәм төҙөлөш" суперсервисы төҙөлөш өлкәһендә кәрәкле хеҙмәттәрҙе рәсмиләштереү өсөн интерактив эҙмә-эҙлекле механизм булып тора. Сервис Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы менән «Дәүләт хеҙмәттәре» төбәк порталында булдырылған. Суперсервис төҙөлөш процедураларын рәсмиләштереүҙе эшҡыуарҙарға ғына ябайлаштырмай, ул физик шәхестәргә лә файҙалы.
Фото һәм мәғлүмәт:
https://pravitelstvorb.ru/news/25132/